Башҡортостанда фәлсәфә
Башҡортостанда фәлсәфә — башҡорттарҙың фәлсәфәүи ҡараштары һәм Башҡортостанда фәлсәфә фәне.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттарҙың һәм Башкортостан халыҡтарының донъяны фәлсәфәүи ҡабул итеүен өйрәнеү ғалимдар тарафынан яҙып алынған ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары, публикациялар һәм тарихи документтар буйынса алып барыла.
Тәңреселек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттар борон-борондан төп күк аллаһы булған Тәңрегә һәм башҡа аллаларға (йыл миҙгелдәре, тәбиғәт көстәре, йәнлектәр илаһтары һ.б.) табынған.[1]
Башҡорттарҙың 12 аллаһы булған, был башҡорттарҙың 12 ырыуы булыуы һәм уларҙың бер ханға буйһоноуы менән аңлатыла. Башҡорттарҙа Тәңреселек — бик боронғо рух һәм тормош дине, уның йоғонтоһо кешеләрҙең хәтерендә тотороҡло һаҡлана.
XII—XIII быуаттарға Тәңреселек онтология (бер аллалылыҡ тураһында тәғлимәт), космология (үҙ-ара аралашыу мөмкин булған өс донъя концепцияһы), мифология һәм демонология (ата-бабалар рухын тәбиғәт рухтарынан айырыу) менән бергә тулы бер концепция формаһын ала.
III быуатта йәшәгән Ҡорҡот Ата Тәңреселектең рухи атаһы булған, ул «Китаби Дәдә Ҡоркут» тигән эпик ҡомартҡының авторы һәм рун яҙмаһын таратыусы тип һанала. Ул динде бөтә төрки мөхиткә таратҡан. Ҡорҡот дәдәгә тиклем тәңреселек бары тик Тибет баш ҡалаһы Лхасанан алыҫ булмаған ерҙә Тәңрекүл һәм Тәңретау (Денгир-нур һәм Денгир-тао) буйында йәшәгән бәләкәй генә төрки ҡәбиләһендә таралған булған.
Ислам
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Х быуаттан башҡорттар һәм Урал, Волга буйындағы башҡа халыҡтар ислам дине аша килгән ғәрәп-мосолман фәлсәфә традициялары йоғонтоһона бирелә.
Башҡорттарҙың көнкүрешенә һәм мөхитенә үтеп ингән ислам, дөйөм алғанда, уларҙың аңына әллә ни ҙур йоғонто яһамаған. XX быуатҡа ислам осорона мең йыл тулһа ла, башҡорттар тарафынан был тәғлимәттең тик тышҡы, йола яғы ғына үҙләштерелә, ә борондан килгән донъяға ҡараштарында һәм инаныстарында һиҙелеклек үҙгәреш булмай. Уларҙың күпселеге «этник» мосолман һанала, әммә мосолман диненең бөтә талаптарын үтәмәй һәм традиция, милләте йә йәшәгән урыны буйынса ғына үҙен ислам диненә ҡараусы тип иҫәпләй.
Рәсәйгә ҡушылып, башҡорт халҡының рус һәм Көнбайыш Европа мәҙәниәте менән бәйләнештәре киңәйгәс, Б. Юнаев, Т. Ишбулатов, Б. Алиев, К. Арыҫланов тарафынан тикшерелгән социаль-фәлсәфә үи мәсьәләләр төп мәсьәләләргә әйләнә.
Донъя тураһында ислам тәғлимәтенең үҙенсәлектәре Башҡортостанда фәлсәфә үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Исламдағы фәлсәфә идеялары өс йүнәлештә үҫә: Ҡөрьәнгә рационалистик-логик аңлатмалар, ундағы фекерҙәрҙең асылына төшөнөү һәм тәфсирләү, антик фәлсәфә булған фәлсәфә не өйрәнеү һәм аңлатыу, мистик кәйефтәрҙе фәлсәфә күҙлегенән үткәреү — суфыйсылыҡ. Ҡәләм ислам мәҙәниәтендәге үҙенсәлекле фәлсәфәүи йүнәлеш булып тора. Ҡәләм фәлсәфәселәре ҡарашынса, донъялағы бөтә нәмәләр кескәй генә киҫәксәләрҙән — атомдарҙан тора, ә ваҡыт өҙлөкһөҙ ағып тормай, ә квантлаша.
Суфыйҙар — мосолман динендәге мистик ағым, Аллаға инаныусының Алла менән туранан-тура бәйләнештә тороуына айырым бер мәғәнә һалалар. Суфыйсылыҡ сиктәрендәге фәлсәфәүи ҡараштарҙы башҡорт ғалимдары Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди, Әбелмәних Ҡарғалы, Ғибәҙулла Сәлихов, Шәмсетдин Заки, Ғәли Соҡорой үҫтерә. Суфыйҙарҙың рухи донъяһын Айбулат Рим улы Янғужин өйрәнә. Үҙенең монографияһында ул суфыйсылыҡ идеалы булған шәхестең эске рухи азатлығы күҙлегенән кеше экзистенцияһының төҙөлөшөн өйрәнә.
Башҡортостанға суфыйсылыҡтың килеүе башҡорттарҙың иҡтисади уңышһыҙлыҡтары, социаль шартлауҙар менән бәйләп баһалана. Халыҡ ихтилалдарын баҫтырыу крәҫтиәндәрҙең былай ҙа ауыр хәлен тағы ла ауырайта төшә. Аллаға мөрәжәғәт итеп, суфыйҙар мәрхәмәт һәм бәрәкәт, дини тиңлек һорап ялбара. Башҡорт суфыйсылығы ортоксаль суфыйсылыҡтан айырылып тора. Унда мосолманлыҡ гражданлыҡ менән бергә үрелә, ә ярлыларға теләктәшлек күрһәтеү ғәҙел булмаған йәмғиәтте тәнҡитләүгә барып тоташа.
Элгәрҙәренән айырмалы суфыйсылыҡ вәкилдәре фәлсәфәүи проблемаларҙың асылына үтеп инә. Шәмсетдин Зәки фекеренсә, фәлсәфә — хәҡиҡәт эҙләүселәр мәктәбе, ә Ибраһим пәйғәмбәр — Аристотель менән Платон шәкерте. Ҡарғалы, үҙенең күп замандаштары кеүек үк, шәхестең рухи сафланыуын өҫтөн ҡуя. Ул ҡомһоҙлоҡто һәм байлыҡ артынан ҡыуыуҙы тәнҡитләй: «байлыҡ, дан артынан ҡыуыу — йүгәнһеҙ нәфсе емеше ул». Дини аскетизмды хуплап, Ҡарғалы донъяуи ер тормошонан да баш тартмай. Мәҫәлән, һәр кешенең яҙмышы күҙгә күренмәҫ күп ептәр менән Ватанына, тыуған еренә бәйле: «Ватанға һөйөү — выждан ул, ирҙәрҙең һәм ҡатындарҙың тормошо тик шунда». Ғ. Сәлиховтың фекерҙәре үҙәгендә — гражданлыҡ бурысын үтәү, был бурысты ул кешеләргә ҡарата миһырбанлы ғәмәлдәр ҡылыуҙа күрә: «Изгелек ҡылып, маҡсатыңа өлгәшерһең».
XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Башҡортостанда мәғрифәтселек хәрәкәте үҫеш ала, ул дини-реформаторлыҡ (Р. Фәхретдинов, З. Камали, З. Дәүләткилдеев, Ғәбдрәхим Әл Болғари) һәм демократик йүнәлештәрҙән тора. Дини реформаторҙар халыҡты изгелекле байҙарға ышандырырға тырыша. Башҡорт мәғрифәтсе демократтары (М. Өмөтбаев, М. Аҡмулла, М. Ғафури, Ш. Бабич,Д. Юлтый), киреһенсә, киҫкен социаль мәсьәләләрҙе асып, уларҙы тағы ла киҫкенләштереп күтәрә.
Христианлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда христианлыҡтың өс йүнәлеше лә — православие, католицизм һәм протестантлыҡ та бар, йәнә төрлө христиан ағымдарына, культтарына һәм секталарына эйәреүселәр ҙә бар.
Христиан фәлсәфәһе халыҡтың донъяға православие аша ҡарашынан үҫеп сыҡҡан һәм православиеның даими йоғонтоһо аҫтында үҫкән. Рус христиан фәлсәфәһенең асылы «изге рух бәрәкәтен алыуҙан» ғибәрәт. Рәсәйҙә дини фәлсәфә ватан мәҙәниәтенең аныҡ өлкәһе булараҡ XIX быуат уртаһынан формалаша.
Большевиктар власы илдә һәм Башҡортостанда дини-фәлсәфәүи тәғлимәттәр үҫешен туҡтата. 1922 йылда дини фәлсәфә вәкилдәре илдән сығарып ебәрелә, ә дини-фәлсәфәүи ҡараштар ҡәтғи тыйыла. Дини фәлсәфәне үҫтереү һәм тәрәнәйтеү күп йылдарға туҡтап ҡала.
Марксизм-ленинизм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда марксизм ХХ быуат башынан тарала. 1917 йылдан һуң марксизм-ленинизмдың фәлсәфәүи теорияһы мәктәптәрҙә, вуздарҙа, марксизм-ленинизм университеттарында уҡытыла торған рәсми теорияға әйләнә.
Марксизм-ленинизм теорияһы практика аша раҫланған берҙән-бер дөрөҫ теория тип ҡарала һәм унан тайпылыу тәнҡиткә дусар ителә, тәнҡит һәм башҡа төрлө фәлсәфәүи фекер мәктәптәре тыйыла. Диалектик материализм ғалимдарҙың хәҙерге заман тикшеренеүҙәренә таяна.
Был теорияны хуплау йә инҡар итеү донъя баҙары конъюктураһына бәйле. Хәҙерге бөтә донъя финанс һәм иҡтисади кризистары хужалыҡ итеүҙең социалистик системаһының өҫтөнлөгө тураһындағы фекерҙәргә килтерә (Тарихи материализм).
Әлеге осорҙа марксизм-ленинизм бер нисә фәлсәфәүи дисциплинаға һәм йүнәлешкә тарҡалған.
Хәҙерге заман теориялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР тарҡалғандан һуң Башҡортостанда фәлсәфәне өйрәнеү һәм тикшеренеүҙәр төрлө йүнәлештәр алды. 80—90-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән фәнни мәктәптәр: фәнни ҡараштан донъя картинаһы проблемалары (Б. С. Ғәлимов)[2], фән фәлсәфәһе (А. Ф. Кудряшев), классик немец фәлсәфәһе тарихы (А. В. Лукьянов), сәләмәтлектең социаль-фәлсәфәүи проблемаһы (Д. М. Азаматов, О. М. Иванова).
фәлсәфә өлкәһендәге фәнни мәктәптәр Башҡорт дәүләт университетының фәлсәфә һәм социология факультетында[3], Башҡорт дәүләт медицина университетында бар.
Башҡорт фәлсәфәселәре Д. Ж. Вәлиев, Б. Ғ.Хөсәйенов тарафынан башҡорт ихтилалдары теорияһы, ихтилал етәкселәренең фәлсәфәүи ҡараштары өйрәнелгән.
Уҡыу йорттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда фәлсәфәселәрҙе Башҡорт дәүләт университетының фәлсәфә һәм социология факультетында әҙерләйҙәр.
Башҡортостан фәлсәфәселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Башҡортостанда эре дин фәлсәфәселәре эшләй: Ризаитдин Фәхретдинов, Зыя Камали, Зәйнулла Рәсүлев.
Башҡортостанда фәлсәфә фәне үҫеше бер нисә йүнәлештә бара. ХХ быуаттың 70-се йылдарында Башҡортостанда фәлсәфә буйынса бер нисә фәнни мәктәп була. Төп мәктәптәр: фәлсәфә тарихы (Ғ. С. Исмәғилев, Д. М. Азаматов), фәнни танып белеүҙең диалектикаһы һәм методологияһы (Т. Г. Солтанғужин, Б. С. Ғәлимов, А. Ф. Кудряшев, Д. А. Нуриев), социаль фәлсәфә (Ф. Б. Садиҡов), социология (Н. А. Айытов, Д. М. Гиләжетдинов, Ф. С. Фәйзуллин).
фәлсәфә тарихсылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт фәлсәфәһенең дөйөм тарихын, милли һәм дини фәлсәфәләр бәйләнешен башҡорт ғалимы Ғәләү Сиражетдин улы Исмәғилев тасуирлай.
Башҡортостанда фәлсәфәүи фекерҙең айырым мәсьәләләре И. Ғ. Акманов[4], З. Ә. Нурғәлин, Ф. Л. Сәйәхов, Р. У. Ҡузыев, Ә. Н. Усманов, Х. Ф. Усманов, Б. Х. Юлдашбаев, Р. Ғ.Кузеев, З. А. Әминев, Ә. И. Харисов, Ә. Н. Кирәев, Б. Ғ. Хөсәйенов, М. Ғ. Рәхимҡолов, М. Ф. Ғәйнуллин, С. Ғ. Сафуанов, Ә. Х. Вилданов, Ғ. С. Ҡунафин, Р. З. Шәкүров һәм башҡаларҙың хеҙмәттәренә яҡтыртыла.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Неклюдов С. Ю. Тенгри // Мифы народов мира : Энциклопедия. — М.: Российская энциклопедия, 1994. — Т. 2. — С. 500-501. — ISBN 5-85270-072-9.
- Азаматов Д. М. Просветительско-демократическая мысль и распространение марксизма в Башкирии. Саратов, СГУ, 1984.
- Валеев Д. М. Нравственная культура башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа: Башкнигоиздат, 1989.
- Вильданов А.Х., Кунафин Г.С. Башкирские просветители — демократы XIX века. М.: Наука, 1981.
- Григорьян С. Н. Средневековая философия народов Ближнего и Среднего Востока. М., 1966.
- Зотов В. Д., Зотова Л. В. История политических учений. М.: Юристъ, 2005.
- Мавлетов В. С. Духовная история башкирского народа. Мифологическое мировоззрение. — Уфа: Вагант, 2011. — 148 с. — ISBN 978-5-9635-0331-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.bibliofond.ru/view.aspx?id=115107
- http://www.vatandash.ru/index.php?article=1912 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://www.vatandash.ru/index.php?article=212(недоступная ссылка)
- http://bash-portal.ru/news/newshistory/136-filosofskaja-mysl-v-bashkortostane.html(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гумилев Л. Н. Древние тюрки. М.: АСТ, 2002. С. 88.
- ↑ Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ О факультете философии и социологии | Башкирский государственный университет
- ↑ АКМАНОВ Ирек(недоступная ссылка)