Эстәлеккә күсергә

Башҡорт (исем)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Башҡорт — ир-ат исеме.

Башҡорт хан — Дон ҡыпсаҡтары ханы. Был Дон ҡыпсаҡтары составында башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә берләшмәләре булыуын күрһәтә. Быны ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе лә, Азов буйында ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарының ата‑бабалары йәшәүе тураһындағы мәғлүмәт тә раҫлай[1].

Н. А. Баскаков, Н. В. Бикбулатов иҫәпләүенсә, «Башҡорт» исеме ҡыпсаҡ берекмәһенең эре ырыу-ҡыбиләһенән килеп сыҡҡан. Был ҡыпсаҡ халҡының формалашыуында боронғо башҡорт элементтары булыуын иҫбатлай, башҡорттарҙың рустар менән тәүге бәйләнештәре тураһында һөйләй[2].

Башҡорттар — төрки телле милләт, Башҡортостан Республикаһының һәм шул уҡ исемдәге тарихи-география өлкәнең төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттар үҙҙәренең тарихи йәшәйеш төбәктәре булған Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, шулай уҡ Татарстан Республикаһында һәм Пермь крайында күпләп көн итә. Бынан тыш башҡорттар Рәсәй Федерацияһының бөтә биләмәләрендә лә, Яҡын һәм Алыҫ сит илдәрҙә лә бар. Рәсәй Федерацияһындағы һан иҫәбе (2002) — 1 673 389 кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында — 1 221 302. Башҡорт теле Алтай ғаиләһе төрки төркөмөнөң көнбайыш тармағына инә, тармаҡланған диалект структураһы бар. Дин тотҡан башҡорттар — мосолман-сөнниҙәр.

Башҡорт (гәзит) — башҡорттарҙың үҙаллы милли автономияһы өсөн көрәш лозунгы аҫтында сыҡҡан ижтимағи-сәйәси гәзит. 1917 йылдың 20 июленән Ырымбур ҡалаһында, 1918 йылдың 6 июленән Силәбе ҡалаһында аҙнаһына бер тапҡыр иҫке башҡорт телендә баҫыла.

Башҡорт (cыу. Пушкăрт, местн. Пошкарт[3][4][5] — хәҙер Малое Карачкино) — Рәсәйҙәге ауыл, Сыуаш Республикаһы Ядринск районының Малокарачкино ауыл советының административ үҙәге[6].

Башҡорт (ырыу-ҡәбилә бүлексәһе) — әйле, ирәкте, гәрәй башҡорттары составындағы ырыу-ҡәбилә бүлексәһе.

Зәки Вәлиди үҙенең «Башҡорттарҙың тарихы» китабында Урта Азияла «башҡорт» һәм «Башҡорт тауҙары» топонимы һаҡланыуы тураһында яҙа. Шулай уҡ Тажикстандың көньяғында тикшеренеүселәр беҙҙең эраға тиклем II мең — IX—X быуаттар, XI—XIII быуаттар менән билдәләгән Вашгирд ҡалаһы булыуын белдерә[7]. Муг тауындағы Согдий документтарында (VIII быуат башы), ҡала Валширт йәки Вашкирд булараҡ иҫкә алына([41, с. 124; 679, с. 221])[8]