Бучацкий Роман Зиновьевич
Бучацкий Роман Зиновьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 26 март 1896 |
Тыуған урыны | Новая Прага[d], Александрийский уезд[d], Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 декабрь 1937 (41 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Бучацкий Роман Зиновьевич (26 март 1896 йыл, Херсон губернаһы Яңы Прага ауылы — 25 декабрь 1937 йыл, Өфө) — «Уралнефть» тресының беренсе етәксеһе, Башҡорт АССР-ы Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районында нефть табыуҙың беренсе ойоштороусыһы
Роман Зиновьевич Бучацкий Башҡортостан ғына түгел, шулай уҡ СССР-ҙың бөтә көнсығышында нефть сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. «Востокнефть» тресында эшләгән осоронда ул туранан-тура Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында һәм Ишембай районында эҙләнеү-разведка эштәрен һәм нефть сығарыуҙы ойоштороу эштәре менән етәкселек итә. 1929 йылдың 27 октябренән «Уралнефть» тресы менән етәкселек итә[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роман Зиновьевич Бучацкий 1896 йылдың 26 мартында Херсон губернаһының Александрийский районы Яңы Прага ауылында мал сәнәғәтсеһе приказчигы ғаиләһендә тыуған.
1903 йылда малай ғаиләһе менән Екатеринослав ҡалаһына күсенә. Һигеҙ йәшенән Роман Гоголь исемендәге башланғыс ҡала училищеһында уҡый. Мәктәпте тамамлағас, 13 йәшенән әҙер күлдәктәр кибетендә эшләй. Бер нисә айҙан һуң теш техник оҫтаханаһына уҡырға инә. 1910 йылдан Екатеринослав ҡалаһында Брянск заводының күпер цехында һәм механика цехында токарь ярҙамсыһы булып эшләй.
1916 йылда Волынь пехота полкына хәрби хеҙмәткә саҡырыла, 3 айҙан — 7-се Лубянск гусар полкында хеҙмәт итә. Шул уҡ йылда Австрия фронтында яралана. Таганрог ҡалаһында дауалана. Ошо ҡалала Таганрог гарнизон комиссияһы депутаты итеп һайлана. 1917 йылдың апрелендә артабан дауаланыу өсөн Екатеринослав губернаһының Верхне-Днепровск ҡалаһына күсерелә.
1917 йылда Р. З. Бучацкий социал-демократтар (большевиктар) партияһына инә.
1917 йылда уны Екатеринослав ҡалаһына Эшсе һәм һалдат депутаттары советы ҡарамағындағы хәрби секцияға күсерәләр. 1918 йылда Украинаның немец оккупацияһы ваҡытында Р.З. Бучацкий Бердянск комитетына күсерелә һәм унан Махноның партизан отрядына ебәрелә. Был отрядта ул 1919 йылдың мартына тиклем була. Махно Совет власына хыянат иткәндән һуң ул саҡыртып алына һәм Донбасс эшселәренең продотрядына яугир итеп ебәрелә, Деникин ғәскәрҙәре килгәнгә тиклем Таврия губернаһында эшләй. 1919 йылдың июнендә Совет власы органдары Таврия губернаһынан Херсон губернаһына эвакуациялана, унда Бучацкий Ананьев өйәҙенең совет органдарында эшләй. Август «кулак» ихтилалы ваҡытында атырға хөкөм ителә, әммә төндә ҡаса. 1919 йылдың сентябрендә уны Донбасс эшселәре төркөмө менән Балта ҡалаһына эвакуациялайҙар, унда ул 397-се совет уҡсылар полкына ҡыҙылармеец булып инә, һуңғараҡ хужалыҡ бүлеге начальнигы урынбаҫары һәм политработник була.
1920 йылда Роман Зиновьевич Алтын улусы крәҫтиәненең ҡыҙы Екатерина Дмитриевна Сартаковаға өйләнә, бер йылдан һуң улдары тыуа.
Бучацкий Р. З. продагент, Упродкомиссар, Губпродком коллегияһы ағзаһы, округ башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1922 йылда Роман Зиновьевичтың атаһы вафат була. 1905 йылға тиклем социал-демократтар («меньшевик») ағзаһы апаһы Татьяна Зиновьевна Нарым крайында һөргөндә булғанлыҡтан, Р.З. Бучацкий ғаиләһе уға Уралға күсергә мәжбүр була. Унан һуң өс ҡустыһы Давид, Моисей һәм Матвей уның менән бергә Силәбе, Свердловск өлкәләрендә эшләй.
1923 йылда Роман Зиновьевич Силәбе округы башҡарма комитетында ағза һәм Округ башҡарма комитеты ағзаһы була. 1924 йылдың апрелендә Силәбе ҡалаһынан Ирбит ҡалаһына дөйөм бүлек мөдире вазифаһында, һуңғараҡ - Округ башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһында була, һәм план комиссияһы рәйесе һәм ваҡытлыса Эске сауҙаның округ бүлеге мөдире булып эшләй. 1926 йылда Пермь округ финанс бүлеге мөдире вазифаһына тәғәйенләнә, бында 1928 йылдың башына тиклем эшләй, һуңынан Пермь округ район башҡарма комитетының рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. Урал советтарының ике саҡырылыш өлкә башҡарма комитеты ағзаһы булып тора.
1929 йылда Р.З. Бучацкий «Уралнефть» тресы идарасыһы итеп тәғәйенләнә, 1931 йылда ул — «Востокнефть» тресы етәксеһе. Бөтә ваҡытын күберәк Бучацкий Стәрлетамаҡ (Ишембай) нефть разведкаһына бүлә. Был осорҙа иң мөһиме – планлаштырыусы органдарҙы яңы быраулауҙарға нигеҙ һалыу зарурлығына ышандарыу ине. Бәхеткә күрә, ышандырыу И. М. Губкин, А А. Блохин ярҙамында ҡатмарлы булмай.
1930 йылдың мартында «Уралнефть» тресы етәкселәре К. А. Румянцев[2] һәм Р. З. Бучацкий нефть сәнәғәтенең эш тәжрибәһен өйрәнеү һәм ҡорамалдар һатып алыу өсөн Германияға һәм АҠШ-ҡа командировкаға ебәрелә[3].
30-сы йылдарҙа «Уралнефть» тресы СССР өсөн мөһим булған туранан-тура сит ил менән эшләүгә преференция ала. Быраулау комплектацияһы өсөн АҠШ-тан «Ли-Мур» фирмаһының металл вышкалары, «Юза», «Рида» һәм «Симплекс» тибындағы шарошкалы бырауҙар килтереү ойошторола. 1930 йылда яңы техниканы үҙләштереү өсөн «Уралнефть» тресынан АҠШ-ҡа ун эшсе һәм белгес ебәрелә.
«Востокнефть» тресы идарасыһы Р.З. Бучацкий 1932 йылда былай тип билдәләй: «Артабан быраулауҙың ыңғай һөҙөмтәләре булған осраҡта нефть ҡыуҙырыусы завод, Стәрлетмаҡ нефть үткәргесе нефть ташыған урынға тиклем кәрәкле энергетик база проектлаштырылырға тейеш» ("Башҡортостан вышкаһы" гәзите. – 1932. – 8 июль)[4].
1934 йылда Бучацкий Ишембай ҡасабаһында нефть промыслаһы директоры итеп тәғәйенләнә. Уның махсус белеме булмаһа ла ул, ул күп уҡый, Баҡыла нефть эшен өйрәнә, Германияла һәм АҠШ-та промыслаларҙа була. Былар бөтәһе лә Ишембай ҡалаһында уның туранан-тура етәкселеге аҫтында эшләнә.
Ҡатыны уның менән айырылыша һәм Свердловск ҡалаһында ҡала, Өфө фатирында уның әсәһе менән ун биш йәшлек улы Владимир йәшәй.
Бучацкий— Ишембай нефть промыслаһы проекты авторы. Ул буласаҡ Ишембай ҡасабаһы өсөн урын күрһәтә. Һайланған урында барактар төҙөлә башлай. Бучацкий беренсе нефтте һатыу һәм һаҡлау буйынса күп көс һала.
1937 йылдың яҙында «Главнефть» ойошмаһын - СССР ауыр сәнәғәт Халыҡ Комиссариатының нефть сәнәғәте Баш идараһын тикшереү башлана.
1936-1938 йылдарҙа нефть сәнәғәтендә етәксе инженер-техник хезмәткәрҙәрҙең бер өлөшө репрессиялана. Репрессиялар шулай уҡ «Башнефть» тресы хеҙмәткәрҙәренә лә ҡағыла. Ишембай нефть промыслаһында Роман Зиновьевич Бучацкий директорлығы вазифаһында түбәнәйтелә, сөнки ул «Востокнефть» тресы менән етәкселек итә, һәм уның ҡул аҫтында Уралдан алып Сахалинға тиклем нефть сәнәғәте була.
1937 йылдың апрелендә Бучацкий контрреволюцион ойошмалар ҡатнашыусыһы кеүек ҡулға алына. Роман Зиновьевичты промыслала фатирында ҡулға алалар, Уны контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләйҙәр.
Бучацкий эше менән шөғөлләнеүсе тыуған яҡты өйрәнеүсе Владимир Леонтьевич Игнатьевич промысла профкомы рәйесе Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улының яҙмаларын таба. Уға Бучацкийҙың етәкселек итеү алымдары оҡшамай. 1935 йылдың июнендә был мәсьәлә ВКП(б) өлкә комитеты бюроһында тикшерелә. Ҡарар ителә - Бикбовтың сигналдары ваҡытлы, ләкин промыслала һөҙөмтәле эшкә яҡшы кәйеф, хеҙмәткәрҙәрҙең юғары яуаплылығы һәм яҡшы хеҙмәт дисциплинаһы һиҙелә, әммә сит элементтарға ҡаршы көрәш етерлек кимәлдә алып барылмай.
1936 йылдың авгусында Бучацкийға уның 1923 йылда троцкистарға ҡушылып китеүен иҫкәртәләр. Промыслала өс көн үткән партия йыйылышында, Зиновьевич аҡлана: «Мин 7 өлкә ингән трест менән етәкселек иттем, һәм, һис шикһеҙ, бысраҡ эш ҡылған кешеләр ҙә килгәндер".
Бучацкий эшләүен дауам итә, әммә йыйылыштың яңы дәғүәләре барлыҡҡа килә. Бер нисә көн дауам иткән нефть промыслаларының берләштерелгән партия йыйылышы резолюция сығара, унда былай тиелә: «Захаров, Борзенко һәм Самострелов ышығы аҫтында Бучацкий һәм Жоров етәкселегендәге шпионлыҡ һәм ҡоротҡослоҡ «Башнефть» тресының бөтә мөһим участкаларын ялмап алды».
Йыйылыш Бучацкийҙы ВКП(б) сафынан сығара, әммә был ваҡытта ул Өфө төрмәһендә була. 113 көндән һуң, Бучацкий үҙ өҫтөнә күп нәмәләрҙе ала - йәнәһе троцкистар ойошмаһында ҡатнаша (уның 14 ҡатнашыусыһының исемен әйтә), бер нисә йыл партияға һәм Совет власына ҡаршы контрреволюция көрәше алып бара, төҙөлөш сроктарын һуҙа һәм аҡсаны күп объекттарға урынһыҙ тотона, «эшселәрҙең һаулығына зарар итһен өсөн» ҡасабаны уңайһыҙ урында төҙөй, йорттарҙы емерерлек итеп төҙөй...». 1937 йылдың 4 апрелендә Бучацкийҙы ҡулға алалар.
Ябыҡ суд 1937 йылдың 25 декабрендә Өфөлә үтә. Р. З. Бучацкий РСФСР ЕК 58 статьяһының өс пункты буйынса хөкөм ителә һәм шул уҡ көндө Өфө төрмәһе ихатаһында атып үтерелә. 1957 йылдың сентябрендә аҡлана.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембай ҡалаһы урамдарының береһе Роман Бучацкий исемен йөрөтә.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ветераны: из истории развития нефтяной и газовой промышленности. Вып. 23. – М.: ЗАО «Издательство «Нефтяное хозяйство», 2010. –256 с.
- Игнатьев В. Л. Первый из первых / В. Игнатьев // Восход.-2008.-10 января.-С.3.
- Игнатьев В. Л. Ишимбай: век XX.-Уфа: Информреклама, 2005.-528с.
- Игнатьев В. Л. "Бучацкий: человек и легенда "/ В. Игнатьев //Восход.-2000.-27 июля.-С.2
- Морозова, Т Стерлитамакский рабочий.-2010.-12 января. Родился 04.1896г. - Одесская губерния. Р.З. Бучацкий был первым руководителем треста
- Ишбулатов Р. Ф. Исторические аспекты создания нефтяной индустрии в Урало-Поволжье в 1917-1945 гг. : диссертация кандидата технических наук : 07.00.10.- Уфа, 2007.
- Шарафутдинов, О.Б. Уткин, Ю.В. Линия судьбы / О.Б. Шарафутдинов, Ю.В. Уткин .-М.: Гелиос, 2002.-192с.
- Газета "Стерлитамакский рабочий" от 12 января 2010г. Статья Татьяны Морозовой.
- Рахманкулов Д. Л., Ишбулатов Р. Ф., Аглиуллин А. X., Вильданов Ф. Ш. Роман Зиновьевич Бучацкий - выдающиеся организатор нефтяных предприятий Урало-Поволжья в годы выполнения первых пятилетних планов развития народного хозяйства (1929-1937 гг.). // История науки и техники-2006-№5-С. 151-164.
- Курятников, Владимир Николаевич. О геополитических аспектах создания новой нефтяной базы на востоке СССР в 30-е - 50-е гг. XX столетия. Часть II // Вестник СамГУ. 2006. (дата обращения: 06.12.2015). (неопр.).
Научная библиотека КиберЛенинка: cyberleninka.ru/article/n/o-geopoliticheskih-aspektah-sozdaniya-novoy-neftyanoy-bazy-na-vostoke-sssr-v-30-e-50-e-gg-hh-stoletiya-chast-ii#ixzz3tWfCJa64
Бучацкийҙың шәхси эштәре Ишембай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы архивында һаҡлана
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Руководители треста «Уралнефть» Константин Андреевич Румянцев и Роман Зиновьевич Бучацкий. Берлин. 1930 г. 2016 йыл 5 март архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Книга Памяти. Бучацкий Роман Зиновьевич
- ↑ Румянцев Константин Андреевич . Дата обращения: 6 декабрь 2015. Архивировано 14 февраль 2018 года.
- ↑ Музей пермской нефти
- ↑ О ГЕОПОЛИТИЧЕСКИХ АСПЕКТАХ СОЗДАНИЯ НОВОЙ НЕФТЯНОЙ БАЗЫ НА ВОСТОКЕ СССР В 30-е – 50-е гг. ХХ СТОЛЕТИЯ. ЧАСТЬ II . Дата обращения: 6 декабрь 2015. Архивировано 8 декабрь 2015 года. 2015 йыл 8 декабрь архивланған.