Эстәлеккә күсергә

Бүләк (Аҙнаҡай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бүләк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сарлинское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 260 кеше (2002)[2]
Почта индексы 423315
Карта

Бүләк (Сасыкүл[3]; татар. Бүләк, рус. Буляк) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

1967 йылда Сасыкүл ауылының атамаһы Бүләк тип үҙгәртелә[4].

Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].

Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Тымытыҡ улусы составына керә[4].

1859 йылда мәсет теркәлгән[5].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[5].

1795 йылда ауылда 63 башҡорт, 36 типтәр һәм 35 татар; 1834 йылда — 88 аҫаба башҡорт (ир затлы), 48 керҙәш башҡорт һәм 28 типтәр; 1859 йылда — 502 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәндәре иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [5])
1795185918971920192619491970197919892000
1345029691344602302673363247293
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2002 года
  3. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 377. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  4. 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 562—563. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Татарская энциклопедия.