Эстәлеккә күсергә

Витаутас Юозапайтис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Витаутас Юозапайтис
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Литва
Тыуған көнө 14 декабрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Радвилишкис[d], Литва Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР
Һөнәр төрө опера йырсыһы, сәйәсмән, музыка педагогы, университет уҡытыусыһы, музыкант, студийный музыкант
Эш урыны Литва музыка һәм театр академияһы[d]
Биләгән вазифаһы Литва Сеймы ағзаһы[d], Литва Сеймы ағзаһы[d] һәм Литва Сеймы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Литва музыка һәм театр академияһы[d]
Әүҙемлек урыны Вильнюс
Сәйәси фирҡә ағзаһы Союз Отечества — Литовские христианские демократы[d]
Йырсы тауышы баритон[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Дискография Vytautas Juozapaitis discography[d]
Барлыҡҡа килеү урыны Литва
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт vytautasjuozapaitis.lt

Витаутас Юозапайтис (лит. Vytautas Juozapaitis; 14 декабрь 1963(19631214), Радвилишкис) — опера йырсыһы (баритон), Литва опера һәм балет милли театры һәм Каунас музыкаль театры солисы, бөгөнгө көндә ул Литваның иң билдәле баритоны[1] тип һанала[2], күп тапҡырҙар Иң яҡшы опера йырсыһы тип танылған[3].

Литва музыка һәм театр академияһы профессоры, Вильнюс коллегияһы доценты, «Žvaigždžių duetai» (Йондоҙҙар дуэты) һәм «Triumfo arka» (Триумфаль арка) музыкаль ТВ проекттары жюриһы рәйесе, дәүләт йортҡа нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе «Юозапайтис Витаутастың мәҙәниәт һәм сәнғәт белем биреү үҙәге» дәүләт йортона нигеҙ һалыусы һәм етәксеһе, Литва милли премияһы лауреаты һәм Литваның башҡа күп кенә сәхнә наградалары.

Педагогтар ғаиләһендә тыуа: әсәһе — рус теле уҡытыусыһы, атаһы — математика уҡытыусыһы. Әсәһе яғынан ҡартатаһы — итальян. Урта мәктәп ансамблендә барабанда уйнай. 1981 йылда Радвилишкиста Гражина исемендәге урта мәктәпте, 1989 йылда ЛССР-ҙың дәүләт консерваторияһын (әлеге ваҡытта — Литва Музыка һәм театр академияһы), профессор В. Прудниковас класын тамамлай, дебюты Каунас музыкаль театрында була.

19921993 йылдарҙа Бельгияла, Европа опера һәм вокаль сәнғәте үҙәгендә (ECOV), шулай уҡ Марлена Маласта (Нью-Йорк, АҠШ) һәм баритон Том Краузела (Финляндия) стажировка үтә. 2005 йылда — Барселонала Леонардо да Винчи программаһы буйынса «Gran Teatro del Liceu» (Испания) театрында опера менеджеры булараҡ стажировка үтә.

В. Юозапайтис — Литваның опера йырсыларынан беренсе булып донъялағы иң абруйлы музыка форумдарының береһенә — Пекин халыҡ-ара музыка фестивалендә ҡатнашырға саҡырыла. 2008 йылда ул профессор В. Прудниковас, LTV-ның музыкаль программалар продюсеры И. Вилимас һәм Литва радио и телевидениеһы етәксеһе А. Сяурусявичюс менән бергә помог сформулировать и осуществить идею музыкального проекта LTV-ның музыкаль проекты идеяһын — «Триумфаль арка» опера солистары конкурсын аныҡларға һәм ғәмәлгә ашырырға ярҙам итә.

2008 йылда ул Литваның бойондороҡһоҙлоғо йылдарында беренсе һәм әлегә берҙән-бер фильм-опера — "Риголетто"ла Риголеттоны уйнай. 2003 йылда В. Юозапайтис Милли мәҙәниәт һәм сәнғәт премияһы менән бүләкләнә, ә 2007 йылда Радвилишкис ҡалаһының почётлы гражданы була. 2010 йылда Литвала Кеше хоҡуҡтары институтының изге азатлыҡ илсеһе була.

Театр йырсыһы һәм актеры булараҡ, Витаутас Юозапайтис Литва сәхнәһенең мөмкин булған бөтә наградаларын, шул иҫәптән Лучано Паваротти исемендәге халыҡ-ара вокаль конкурстың (унда Л. Паваротти жюри башлығы була) дипломын ала. «Маяк оперы» наградаһын иң яҡшы опера йырсыһы тип Жермон («Травиата» операһында) һәм Арнольд («Литовцы» операһында) ролдәре өсөн 2009 йыл аҙағында алды.

1988 йылдан ғаиләле, ҡатыны — Эгле Юозапайтене, йырсы (сопрано), «Эгле» ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле етәксеһе һәм Вильнюс коллегияһының сәнғәт факультеты педагогы. Ҡыҙҙары өсәү: Вайва, Вайда һәм Ева.

1989 йылдан — Каунас музыкаль театры солисы, 1990 йылдан — Литва опера һәм балет милли театры солисы (1999—2001 й. — директоры ла). Шулай уҡ Клайпед дәүләт музыкаль театр менән хеҙмәттәшлек итә.

Йырсы репертуарында опера, мюзикл һәм оперетталарҙа 50-гә яҡын баритон партияһын, шулай уҡ ораторияларҙа бер нисә партия башҡара. Литва композиторҙары махсус рәүештә Юозапайтис өсөн ролдәр яҙа: «Айыу» (Lokys) операһында граф Шеметы, «Ут һәм ышаныс» (Ugnis ir tikėjimas) опера—балетында король Миндаугас, «Жильвинас һәм Эгле» (Žilvinas ir Eglė) операһында Жильвинас, «Королева Бона» (Karalienė Bona) операһында Сигизмунд II Августа.

1994—1995 йылдарҙа Прагала Моцарттың «Дон Жуан» операһында Дон Жуанды уйнай, уны был ролгә Чехия милли операһы саҡыра, ошо роль менән Японияла гастролдәр ҙур уңыш менән үтә, 2 сезон Гента Операһында (Бельгия) солист була, унда ла Дон Жуан партияһын башҡара. 2003 йылда АҠШ-та «Teatro Lirico d’Europa» труппаһы менән «Дон Жуан» 13 тапҡыр уйнала, унда бөтә донъянан башҡарыусылар ҡатнаша, һәм ул АҠШ-та гастролдә булыусы опера театрҙары араһында иң уңышлыһы, тип иҫәпләнелә. Донъялағы абруйлы баҫмаларҙа сит ил опера тәнҡитселәре Литва баритонын юғары баһалай — уның тураһында баҫылған бөтә рецензиялар ҙа бер тауыштан юғары баһа ҡуя.все[4].

Витаутас Юозапайтис Литвала һәм сит илдә даими рәүештә концерт ҡуя, спектаклдәре менән бөтә донъяны тип әйтерлек урап сыға— Рәсәй, Германия, Австрия, Голландия, Бельгия, Норвегия, Испания, Һиндостан, АҠШ, Япония, Канадала һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһай; бик күп Литва һәм сит ил музыкаль фестивалдәрендә һәм симпозиумдарында ҡатнаша: Вроцлавтың Оратор музыкаһы (Польша), Шлезвиг-Гольштейн (Германия), Савонлин опера фестивале (Финляндия), «Classic Openair Solothurn» (Швейцария), Зальцбург фестивале (Австрия), «Һиндостанда Яңы һәм иҫке юлдар» (Испания), хәҙерге заман француз композиторҙары симпозиумы — «Montpelior» фестивале (Франция), Пекин халыҡ-ара музыкаль фестиваль (Ҡытай), Федор Шаляпиндың Халыҡ-ара фестивале (Рәсәй), Пажайслис, Ф. Шуберт — Й. Гайдн фестивалдәре һәм башҡалар.

Хеҙмәттәшдек исемлегендә — күп кенә танылған Литва һәм сит ил дирижёрҙары[5]: Мстислав Ростропович, Юстус Франц, Пинхас Штейнберг, Эдуард Мюллер, Дэвид Аглер, Кристоф фон Донаньи, Кшиштоф Пендерецкий, Саулюс Сондецкис, Гинтарас Ринкявичюс, Модестас Питренас, Йонас Алекса, Юозас Домаркас, Донатас Каткус, Витаутас Виржонис, Римас Генюшас, Юлюс Генюшас һәм башҡалар.

Нығыраҡ танылған ролдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1996 йылдан — доцент кафедры сольного пения Литва музыка и театр академияһының яңғыҙ йырлау кафедраһы доценты (2010 йылдан — профессор), ә 2006 йылдан — шулай уҡ Вильнюс коллегияһының сәнғәт факультеты доценты. Уның уҡыусылары араһында — әлеге ваҡытта иң танылған литва опера солистары: тенор Эдмундас Сейлюс, баритондар Дайнюс Стумбрас һәм Рамунас Урбетис, популяр йырсылар Вайдас Баумила, Юстинас Лапатинскас, Яронимас Милюс һәм күп кенә башҡалар.

2004 йылда был приглашён провести мастер-классы в Летней Академии в Кристиансаннеға (Норвегия) Йәйге Академияла оҫталыҡ дәрестәре бирергә саҡырыла, унда иң танылған вокаль педагогтарҙы һәм дирижёрҙарҙы саҡыралар.

2009 йылда «Витаутас Юозапайтистың мәҙәниәт һәм сәнғәт белем биреү үҙәге» дәүләт йортон аса, уның бурысы — балалар, йәштәр һәм өлкәндәр өсөн йырлау буйынса мастер-класстар һәм бейеү дәрестәрен, музыкаль саралар үткәреү.

Телевидениела эшләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Йәшәһен классика!» телепрограммаһын алып барыусы (2002—2003 йылдарҙа) булараҡ та ул билдәле, «Йондоҙҙарға юл» LNK музыкаль реалити-шоуында ҡатнашыусыларҙың кәңәшсеһе (2006—2007 йыл) һәм «Уҡытыусылар турниры» (2007) вице-чемпионы, «Милли премия 2007» сараһын алып барыусы, «Бәләкәй йондоҙҙар рингы» музыкаль шоу арбитры, «Йондоҙ дуэттары» LNK музыкаль шоуының бөтә сезондарында жюри рәйесе (2007, 2008, 2009, 2010, 2011 й.) һәм LTV музыкаль проекты — «Триумфаль арка» опера солистары конкурсының (2008, 2009, 2010 й.), «Евровидение» конкурсына һайлап алыу жюриһы ағзаһы(2008), телевизион һәм хәйриә концерттарында даими ҡатнашыусы.

  • 2004 — «Negaliu Nemylėti» (Не могу не любить)
  • 2005 — «Baritonas» (Баритон)
  • 2008 — «Neprarask Vilties» (Не теряй надежду)

Приздары и почётлы наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В Юозапайтис — Литва сәхнәһенең мөмкин булған бөтә наградалары,[6] һәм мәҙәниәткә һәм сәнғәткә күп йыллыҡ хеҙмәте һәм Литва исемен данлағаны өсөн дәүләт наградалары хужаһы.

  • 1980 — «Песнь песней» конкурсы лауреаты
  • 1992 — I-се Литва вокалистар конкурсы лауреаты
  • 1992 — Лучано Паваротти (АҠШ)Халыҡ-ара вокалистар конкурсы дипломанты
  • 1999 — «Кристофорас» Литва театры Союзы наградаһы лауреаты
  • 2002 — «Йылдың опера йырсыһы» категорияһында «Опера маяғы» наградаһы лауреаты
  • 2003 — «Литва алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының Офицер тәреһе кавалеры
  • 2003 — Литва мәҙәниәте һәм сәнғәте милли премияһы лауреаты
  • 2003 — «Публика симпатияһы» категорияһында йылдың Опера йырсыһы
  • 2004 — «Публика симпатияһы» категорияһында йылдың Опера йырсыһы
  • 2004 — «Алтын Диск» Литва музыканттар союзы наградаһы лауреаты
  • 2004 — «Кипрас» Литва опера дуҫтары ассоциацияһы наградаһы лауреаты
  • 2006 — Лауреат театральной награды «Сәхнәнең Алтын тәреһы» театр наградаһы лауреаты
  • 2006 — «Йылдың опера йырсыһы» категорияһында «Опера маяғы» наградаһы лауреаты
  • 2007 — LNK «Йондоҙҙарға юл. Уҡытыусылар турниры» музыкаль шоуы вице-чемпионы
  • 2007 — Радвилишкис ҡалаһының почётлы гражданы
  • 2007 — «Республика» гәзитенең «Иң сибәр ир-егет» конкурсы еңеүсеһе
  • 2009 — «Йылдың опера йырсыһы» категорияһында «Опера маяғы» наградаһы лауреаты
  1. Tarptautinės programos “Kultūrų dialogas” Kalėdinis festivalis - 2010 (лит.). Anonsas. anonsas.lt (8 ғинуар 2010). Дата обращения: 25 март 2010. Архивировано 19 апрель 2012 года. 2012 йыл 19 апрель архивланған.
  2. Tarptautinės programos “Kultūrų dialogas” Kalėdinis festivalis - 2010 (лит.). Anonsas. anonsas.lt (8 ғинуар 2010). Дата обращения: 25 март 2010. Архивировано 19 апрель 2012 года. 2012 йыл 19 апрель архивланған.
  3. Operos švyturys V.Juozapaitis: visada buvau vertinamas (лит.). Zebra. zebra.lt (6 февраль 2010). Дата обращения: 9 март 2010. Архивировано 19 апрель 2012 года.
  4. Mozart Festival Opera (ингл.). Jenny Kelly Productions. jennykellyproductions.com (2003). Дата обращения: 25 январья 2011. Архивировано 19 апрель 2012 года. 2009 йыл 19 март архивланған.
  5. Rima Povilionienė. Vytautas Juozapaitis: po 20 metų(лит.). Lietuvos valstybinis simfoninis orkestras. lvso.lt (04.2010). Проверено 22 мая 2010. 19 апреля 2012 года.Rima Povilionienė. Vytautas Juozapaitis: po 20 metų (лит.). Lietuvos valstybinis simfoninis orkestras. lvso.lt (апрель 2010). Дата обращения: 22 май 2010. Архивировано 19 апрель 2012 года.
  6. V. Juozapaitis: per gimtadienį tampu sentimentalus 2009 йыл 14 декабрь архивланған. (лит.). Zebra. zebra.lt (12.12.2009). Проверено 25 марта 2010. Архивировано 19 апреля 2012 года.V. Juozapaitis: per gimtadienį tampu sentimentalus (лит.). Zebra. zebra.lt (12 декабрь 2009). Дата обращения: 25 март 2010. Архивировано 19 апрель 2012 года.
  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Vytautas Juozapaitis: po 20 metų төшөрмәләре өсөн текст юҡ