Воронов Николай Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Воронов Николай Николаевич
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 апрель (5 май) 1899
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 28 февраль 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][2] (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[1]
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрө офицер
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание главный маршал рода войск[d]
Һуғыш/алыш гражданская война в Испании[d], Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940), Бөйөк Ватан һуғышы, Совет-поляк һуғышы һәм Халхин-Гол алыштары[d]
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Суворова I степени орден Суворова I степени орден Суворова I степени Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы медаль «В память 250-летия Ленинграда» "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» орден Сухэ-Батора Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Партизанской звезды орден Национального освобождения орден «Крест Грюнвальда» I класса командор ордена Возрождения Польши Знак «Участнику боёв у Халхин-Гола»
 Воронов Николай Николаевич Викимилектә

Николай Николаевич Воронов (23 апрель (5 май) 1899 йыл — 28 февраль, 1968 йыл, Мәскәү, СССР) — совет хәрби етәксеһе, артиллерияның баш маршалы (1944 йыл 21 февраль[3]), Советтар Союзы Геройы (1965 йыл 7 май). СССР Юғары Советы депутаты (1946—1950).

Рәсәйҙә һәм Испанияла Граждандар һуғышында ҡатнаша, Совет-поляк, «Ҡышҡы» һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша; РККА-ның Польша походында һәм Бессарабия менән Төньяҡ Буковинаның ҡушылыуында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа РККА Артиллерияһын етәкләй.

Иртә биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Николаевич Воронов1899 йылдың 23 апрелендә (яңы стиль буйынса 5 май) Санкт-Петербургта контора хеҙмәткәре Николай Терентьевич менән Валентина Андреевна Вороновтар ғаиләһендә тыуа. 1908 йылдың ноябрендә Валентина Андреевна үҙенә ҡул һала, балалар атай тәрбиәһендә ҡала.

Воронов шәхси реаль училищела уҡый, әммә финанс проблемалары арҡаһында 1914 йылда уҡыуын ташлай, ә 1915 йылда техник секретарь булып эшләй башлай. 1916 йылдың көҙөндә атаһы Николай Терентьевич Воронов рус армияһына мобилизациялана, һәм Н. Н. Воронов иңенә ғаиләне хәстәрләү бурысы ята.

1917 йылда Николай Воронов өлгөргәнлек аттестатына имтихандарҙы экстерн тапшыра.

Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Граждандар һәм Совет-поляк һуғышында ҡатнашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың майында Воронов 2-се Петроград команда артиллерия курстарына ҡабул ителә, уны тамамлағас Петроградтың запастағы мортир артиллерия дивизионының 2-се батареяһына взвод командиры итеп тәғәйенләнә. Был взыод 15-се армия ғәскәрҙәре составында Псков районында Николай Юденич ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша[4]. Юденич менән алышта Воронов бер нисә тапҡыр шәхси батырлыҡ күрһәтә[5].

1919 йылда РКП(б)-ға инә[4]; уны партияға тәҡдим итеүселәр араһында Матвей Захаров та була[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Воронов Николай Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Nikolai Nikolayevich Voronov // TracesOfWar
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении маршалу артиллерии Воронову Н. Н. военного звания главного маршала артиллерии» от 21 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 29 февраля (№ 12 (272)). — С. 1
  4. 4,0 4,1 сайт www.victory.mvk.ru. Дата обращения: 22 февраль 2010. Архивировано 27 август 2011 года. 2011 йыл 27 август архивланған.
  5. 5,0 5,1 Ф. Самсонов. Биография Н. Н. Воронова, составленная Ф. Самсоновым. Дата обращения: 22 февраль 2010.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]