Грязнушинский (Ҡыҙыл районы)
Грязнушинский | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Богдановка ауыл биләмәһе[d] |
Халыҡ һаны |
376 кеше (2002)[1], 323 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 457610 һәм 457602 |
Урындағы телефон коды | 35155 |
Грязнушинский — Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районындағы ҡасаба. Халыҡ араһында Грязной тип атала. Богдановка ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында, Урал йылғаһының уң ярында, урынлашҡан.
Богдановка дала (ҡылғанлы-бүтәгәле) тәбиғәт зонаһында урынлашҡан, рельеф участкаһы — Урал аръяғы убалы-ҡалҡыулыҡлы тигеҙлек (Урал аръяғы пенеплены). Һалдат тауы итәгендә, ҡасабаның бер яҡ осонда, Грязнушка йылғаһы аға, шунда уҡ Грязнушка шишмәһе. Ҡасабаның атамаһы ошо шишмәнән алынған[3].
Топонимист Н. Г. Шувалов «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» топонимдар һүҙлегендә Грязнушка йылғаһының килеп сығышы тураһында:
Грязнушка —Көньяҡ Урал гидронимы. Бәләкәй йылға, Урал йылғаһының уң ҡушылдығы. Силәбе өлкәһендә аға. Урыҫ күскенселәре һыуҙан бысрағы күберәк булған йылғаны шулай атағандар[4].
Грязнушинский ҡасабаһынан 3-4 км алыҫлыҡта Төйәләҫ йылғаһы аға.
йылғаһы
Грязнушинский ҡасабаһы эргәһендә бер нисә тәбиғәт һәйкәле бар:
- Грязнушинский ҡасабаһынан көньяҡҡараҡ Урал йылғаһында Ҡайынлыҡ үҙәне, 1989 йылда тәбиғәт һәйкәле тип таныла[5];
- Грязнушинский ҡасабаһы эргәһендә Урал йылғаһының һул яҡ ярында вулкан тоҡомдарының геологик файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығара торған урын (340—350 млн йыл элек барлыҡҡа килгән)[5];
- Урал йылғаһының һул яҡ ярында, Грязнушинский ҡасабаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5-2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тәбиғәт һәйкәленең дөйөм оҙонлоғо 4,75 км[5];
- Грязнушинский ҡасабаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта Шәке тауы[5];
Ауыл башҡа тораҡ пункттары менән грунт һәм шоссе юлдары менән бәйләнгән. Район үҙәге Ҡыҙыл ауылына тиклем — 23 км, Богдановка ауыл биләмәһенең административ үҙәгенә тиклем (Богдановка) — 14 км, Сибай ҡалаһына тиклем — 32 км.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]йылғаһы
1744 йылдың 15 мартында Елизавета Петровнаның рөхсәте һәм И. И. Неплюевтың проекты буйынса Ырымбур губернаһы булдырыла, уның үҙәге — Ырымбур ҡәлғә-ҡалаһы. Губерна составына Ырымбур хәрби һыҙатындағы бөтә тораҡ пункттар һәм ҡәлғәләр инә, шулай уҡ Өфө провинцияһы, Иҫәт провинцияһы (Урал аръяғы башҡорттары менән), Яйыҡ казактары, Ставрополь ҡалмыҡтары, ҡырғыҙ-ҡайсаҡ халҡы. Губернаның дөйөм майҙаны яҡынса 2 млн квадрат километр тәшкил итә. Беренсе Ырымбур губернаторы итеп И. И. Неплюев тәғәйенләнә[6].
1943 йылда, Ырымбур ҡәлғәһе төҙөлгән саҡта, И. И. Неплюев крайҙа хәрби-стратегик яҡтан ҡоролош менән шөғөлләнергә һәм бының өсөн бер нисә ҡәлғә төҙөргә кәрәк, тип таба. Тәүге сиратта ул ҡәлғәләрҙе ҡаҙаҡ далалары сигендә төҙөргә була, сөнки был яҡты нығытырға, Яйыҡ аръяғынан һөжүмдәрҙе туҡтатырға, башҡорттарҙы ҡаҙаҡтарҙан айырырға һәм уларҙың бергә уҡмашырға мөмкинлек бирмәү — уның төп маҡсаты була. 1742 йылдың йәйендә Неплюев шәхсән үҙе Яйыҡ, Уй һәм Тубыл йылғалары буйлап төҙөләсәк ҡәлғәләрҙең һәм редуттарҙың планын билдәләй. Неплюевтың планы буйынса 1743 йылда 8 ҡәлғә төҙөлә: Таналыҡ, Уртазым, Ҡыҙыл, Троицк, Ҡаракүл, Крутояр һәм Усть-Уйск һәм 18 редут, шул иҫәптән 1743 йылда Ырымбур сик буйы һыҙатында Грязнушинский редуты барлыҡҡа килә[7].
Нығытма һыҙаттарына ҡарата Ырымбур ҡәлғәһе үҙәк урын биләй. Төп ҡәлғә һыҙаттары бишәү була, улар араһында Яйыҡ буйлап урынлашҡан ҡәлғәләр төп урынды биләй. Был һыҙат ифрат ҙур була: Үрге Яйыҡтан Каспий диңгеҙенә тиклем. Грязнушинский редуты Орск дистанцияһына ҡарай (Ҡыҙыл ҡәлғәһе). Яйыҡ һыҙатында барлығы 53 нығытма булдырыла, унда даими рәүештә гарнизондар тотола. Был һыҙат Рәсәйгә ҡушылған Ырымбур крайын Яйыҡ аръяғында күсмә тормош алып барған халыҡтарҙан һаҡлап торған. Ошо саралар урыҫ капиталына Ырымбур крайын тулыһынса колониялаштырыу проблемаһын хәл итеүгә булышлыҡ итә. Ошо ваҡыттан ер аҫты ҡаҙылмаларҙы аямай сығарыу дәүере башлана[8].
Ауылдың бөгөнгөһө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет осоронда ауыл йылдам үҫешә, капиталь урта мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана, почта бүлексәһе, клуб, фельдшер пункты, бер нисә магазин була. Совхоз бүлексәһе булараҡ бында йылҡы малы, эре мөгөҙлө мал, һарыҡ көтөүҙәре була, шулай уҡ аҡ төлкө үрсетелә. Бөгөнгө көндә ауылда башланғыс мәктәп эшләп килә, ҡалған синыфтар Богдановкаға йөрөп уҡый. Элекке мәктәп бинаһында китапхана һәм бер төркөмлөк балалар баҡсаһы асылған. Фельдшер пункты ябылған, район үҙәгенән шәфҡәт туташы килеп, аҙнаһына өс тапҡыр ауыл кешеләрен ҡабул итә. Клуб, почта бүлексәһе һәм ике бәләкәй магазин эшләй. Ауылда бик күп ташландыҡ, емерек йорттар. Халыҡ сит тарафтарға тарала. Магнитогорск ҡалаһынан йәйге осорҙа ял итеү өсөн ҡайһы бер йорттарҙы дача сифатында ҡулланыу маҡсатында һатып алалар һәм төҙөкләндерәләр. 2017 йылда бер йортта храм булдырылған. Унда Ҡыҙыл ауылы священнигы Андрей Стадник айына бер тапҡыр литургия башҡара һәм 2 тапҡыр намаҙ ҡыла. 2020 йылдың 7 июлендә Грязнушинский ҡасабаһындағы ғибәҙәтханала Магнитогорск һәм Верхнеурал епископы Зосима булып китә[9].
Ҡыҙыл районында газификациялау буйынса масштаблы проектты башларға торалар. Газ селтәре шулай уҡ Грязнушинский ҡасабаһына ла индереләсәк[10].
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— 2018 йылда Храм йортонда Грязнушинский ҡасабаһының тарихын сағылдырыусы күргәҙмә асыла[9].
— Храм йортонда иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Уның йөкмәткеһе: «В этом доме 23 июля 1891 года останавливался Цесаревич Николай Александрович Романов, Августейший атаман всех казачьих войск, впоследствии Император Всероссийский Николай II, причисленный к лику святых».[9].
— Грязнушинский ҡасабаһында Илия Пәйғәмбәр сиркәүе булған (1897 йылдан һуң түгел төҙөлгән, булһа кәрәк)[11]
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1866 | 1901 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|
396[12] | 812[13] | 376[14] | ↘323[15] |
2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса күпселекте алып торған халыҡтар: урыҫтар (60 %), башҡорттар (17 %), ҡаҙаҡтар (20 %)[16]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ газета «Кизильский вестник», 24 мая 2017года
- ↑ Реки Южного Урала (Г_)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Памятники природы областного значения
- ↑ ИСТОРИЯ ГРАДОСТРОИТЕЛЬСТВА ОРЕНБУРГА. 1743—1750
- ↑ Основание города Оренбурга 2022 йыл 4 декабрь архивланған.
- ↑ Оренбургская крепость
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Кизильские казаки Оренбургского казачьего войска
- ↑ В Кизильском районе газифицируют шесть поселков
- ↑ Грязнушинский. Церковь Илии Пророка.
- ↑ Список населенных мест. Оренбургская губерния. 1866. — Уфа: Китап, 2006. — Т. 2. — С. 155. — 260 с. — ISBN 5-295-03815-7.
- ↑ Список населенных мест Оренбургской губернии. — Оренбург: Издание Оренбургского губернского статистического комитета, 1901. — С. 203. — 251 с.
- ↑ Численность населения челябинской области по данным всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 27 февраль 2016. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2018 года. 2018 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре 2018 йыл 15 июнь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Основание города Оренбурга 2022 йыл 4 декабрь архивланған.