Гөлдәр
Гөлдәр |
Гөлдәр — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарында ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гөлдәр башҡорт теленә фарсы теленән ингән, гөл менән биҙәлгән; гөлгә күмелгән, гөлгә эйә булған тигәнде аңлата[1]. Гөлдәр исеменә эйә һүҙе ҡушылып, Гөлдәриә исеме барлыҡҡа килгән.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Моратова Гөлдәр Сабит ҡыҙы (20 март 1951 йыл) — дәүләт һәм мәҙәниәт эшмәкәре. 1995—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
Ильясова Гөлдәр Мозафар ҡыҙы (11 июнь 1954 йыл) — театр режиссёры. 1990—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе һәм баш режиссёры. 1989 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).
Йосопова Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы (14 ғинуар 1967 йыл) — журналист. 1994 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар берлеге ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
Ишҡыуатова Гөлдәр Йәдкәр ҡыҙы (1975) — йырсы, телережиссер. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — йәш быуынды рухи-әхләҡи яҡтан тәрбиәләүҙәге хеҙмәте өсөн (2001).
Гөлдәр Илембәтова — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 2010 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2010)
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Гөлдәр» — Сибай ҡалаһында балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү ансамбле[1].
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гөлдәр баҡсаһында — БАССР-ҙың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 1924 йылда яҙылған. 7 кластар өсөн «Башҡорт теле» һәм «Туған әҙәбиәт» дәрестәре программаһына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |