Эстәлеккә күсергә

Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Давлетбердин Газиз Салихович битенән йүнәлтелде)
Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы
Зат ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  РСФСР
Тыуған көнө 24 ғинуар 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 сентябрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Ерләнгән урыны Бөрйән районы
Һөнәр төрө композитор, уҡытыусы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Кемдә уҡыған Исмәғилев Заһир Ғариф улы

Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы (24 ғинуар 1951 йыл — 2 сентябрь 2011 йыл) — композитор, педагог. 2000 йылдан Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы. Свердловск ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (1977).

Ғәзиз Сәлих (Сәлихйән) улы Дәүләтбирҙин 1951 йылдың 24 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Шағир Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның бер туған ағаһы.

Ижади таланты бик иртә асыла. Туғыҙ йәшендә гармунда, аҙаҡ баянда уйнарға өйрәнә, ә 13 йәштән арыу ғына шиғырҙар ижад итә башлай. 1968 йылда республика Хор йәмғиәтенең баянсылар курсына уҡырға инә.

Хеҙмәт юлын 1969 йылда тыуған ауылының культура йортонда башлай. Артабан Учалы районының «Байрамғол» совхозының культура йортонда эшләй, «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле концертмейстры була.

Ансамбль менән бергә йыш гастролдәрҙә йөрөй. Бер үк ваҡытта Учалы балалар йортонда һәм Уральск ҡасабаһының музыка мәктәбендә музыканан уҡыта. Ижади коллективтар менән әүҙем эшләгәне өсөн күп һанда грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнә.

Талантлы музыкант 1977 йылда Свердловск ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты була. Ул һәүәҫкәр композитор булараҡ танылыу яулай, уның йырҙарын билдәле йырсылар — Нажия Аллаярова, Илфаҡ Смаҡов, Нәзифә Ҡадырова үҙҙәренең репертуарына индерә.

Композитор белеме алыу маҡсатында Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә, унда композитор Заһир Исмәғилев класында уҡый. Институтты тамамлағас, концертмейстр булып эшләй, Өфөнөң 2-се музыкаль-педагогик колледжында һәм Өфө сәнғәт училищеһындә баян класы буйынса уҡыта. 2001—2007 йылдарҙа Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында концертмейстр булып эшләй.

Ғәзиз Дәүләтбирҙин бик күп популяр йырҙар, инструменталь, камера-вокаль һәм хор әҫәрҙәренең, башҡорт халыҡ йырҙары эшкәртеүҙәре авторы. 2000 йылда ул Башҡортостан Композиторҙар союзына ҡабул ителә.

120-нән артыҡ популяр йыр яҙып, композитор вокаль музыка өлкәһендә бик ҙур уңыштарға өлгәшә. Билдәле йырсылар Вәхит Хызыров, Резеда Әминева, Фәнүнә Сиражетдинова, Фәрит Бикбулатовтар уның әҫәрҙәрен беренсе башҡарыусы була.

Композитор байтаҡ башҡорт халыҡ йырҙарын симфоник оркестр һәм халыҡ инструменттары оркестры өсөн, хор капеллаһы башҡарыуы өсөн эшкәртте. Ғәзиз Дәүләтбирҙиндың күп әҫәрҙәре Башҡорт хор капеллаһының даими репертуарына ингән.

Уның Рауил Бикбаев шиғырына яҙған солистар, хор һәм симфоник оркестр өсөн «Мәңгелек» исемле ораторияһы Башҡортостан музыка тормошонда ҙур ваҡиға булып теркәлде.

Ижадсының ҡурай һәм фортепиано өсөн пьесаһы, фольклорсы Мөхтәр Сәғитовҡа арналған тауыш, ҡурай, думбыра һәм фортепиано өсөн Ирек Кинйәбулатов һүҙҙәренә яҙылған ҡобайыры республиканың күп милләтле сәнғәтен байытты.

Композиторҙың йырҙары радио һәм телевидениелә яңғыраны һәм яңғырай. «Китап» нәшриәтендә уның йырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.

Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡаты ауырыу уның икенсе йыйынтыҡ өҫтөндәге эшен туҡтата. Ул шулай уҡ ҙур әҫәр — башҡорт дастандарына нигеҙләнгән тарихи темаларға опера өҫтөндә эш башлаған була. 2011 йылдың 2 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була, тыуған төйәге Бөрйәндә ерләнә.

Йырҙары:

  • «Балан» (Мәүлит Ямалетдинов, Зөһрә Алтынбаева, Зөһрә Ҡотлогилдина шиғырҙарына).
  • «Бөрйәнем — моңдар иле» (Мәҙинә Йәғәфәрова).
  • «Көтәм» (Радик Хәкимйәнов).
  • «Мамыҡ шәл» (Земфира Муллағәлиева)
  • «Яҙҙар булһа» (Әнғәм Атнабаев).
  • «Күңелемде биләп алдың» (Мәүлит Ямалетдинов).
  • «Әсе йыуа» (Зөһрә Ҡотлогилдина).
  • «Төштәремә керә бөҙрәләрең» (Тамара Ғәниева).
  • «Көт һин, әсәй» (автор шиғыры).

Инструменталь әҫәрҙәре:

  • Ҡурай һәм фортепиано өсөн «Мәңгелек мәл» ораторияһынан ария-монолог.

Вокаль әҫәрҙәрен башҡарыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • И.Смаков, Ш.Хәмәҙинуров, Р.Ибраһимова, Р.Ишбаев, И.Хәбиров, Ф.Сиражетдинова, Р.Әминева, О. Килмөхәмәтов.

Композитор тураһында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дәүләтбирҙина Т. Бәхет сере — тырышлыҡта : [композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин тур.] / Тәнзилә Дәүләтбирҙина // Йәншишмә. — 2011. — 2 февр.
  • Зарипов Т. Бөрйәндең моңло һандуғасы : [композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин тур.] / Т. Зарипов // Башҡортостан. — 2011. — 29 ғин.
  • Зарипов Т. Тыуған тупрағынан илһам алып : [композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин тур.] / Т. Зарипов // Йәшлек. — 2011. — 25 ғин.
  1. Своей музыкой он радовал сердца людей (К 65-летию со дня рождения композитора Газиза Давлетбердина, авторы Владимир Романов)
  2. Колесо времени. Газиз Давлетбердин 2018 йыл 16 март архивланған.
  3. Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге
  4. Газиз Давлетбердин
  5. Тыуған тупрағынан илһам алып 2021 йыл 31 ғинуар архивланған.