Днепр өсөн алыш
Днепр өсөн алыш | |
Урын | Днепр |
---|---|
Башланыу датаһы | 24 август 1943 |
Тамамланыу датаһы | 23 декабрь 1943 |
Днепр өсөн алыш Викимилектә |
Днепр өсөн алыш — 1943 йылдың икенсе яртыһында Днепр ярҙарында ССР Союзы Хәрби Советы тарафынан үткәрелгән Бөйөк Ватан һуғышының бер-береһенә бәйле бер нисә стратегик операцияһы.
Ике яҡтан алышта 4 миллион кешегә яҡын кеше ҡатнаша, ә уның фронты 750 километрға һуҙыла. Дүрт айлыҡ операция барышында Уң яр буйы Украинаны Ҡыҙыл Армия тулыһынса тиерлек нацист баҫҡынсыларынан азат итә. Операция барышында Ҡыҙыл армияның байтаҡ көстәре йылға аша сыға, йылғаның уң ярында бер нисә стратегик плацдармдар булдыра, шулай уҡ Киев ҡалаһын азат итә. Днепр өсөн алыш донъя тарихында иң эреләрҙән һанала.
Алыш һүрәтләнеше. Билдәләмә үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Днепр өсөн алыштың төп этаптары:
- Беренсе алыш этабы — Чернигов-стратегик операцияһы Полтава (26 август — 30 сентябре 1943) башҡа операциялар менән берлектә:
- Чернигов- Припять операцияһы (26 август — 30 сентябрь 1943)
- Сумы-Прилукск операцияһы (26 август — 30 сентябрь 1943)
- Полтава-Кременчуг операцияһы (26 август — 30 сентябрь 1943)
- Икенсе алыш этабы — Түбәнге Днепр операцияһы (26 сентябрь — 20 декабрь 1943). Уның составынаға инә:
- Мелитополь операцияһы (26 сентябрь — 5 ноябрь 1943)
- Запорожье операцияһы (10-14 октябрь 1943)
- Пятихатка операцияһы (15 октябрь — 20 декабрь 1943)
- Знаменск операцияһы (22 октябрь — 5 ноябрь 1943)
- Днепропетровск операцияһы (23 октябрь — 23 декабрь 1943)
- Ғәҙәттә этаптарға бүленмәй, үҙаллы тип һаналған:
- Днепр һауа-десант операцияһы (сентябрь 1943)
- Киев һөжүм операцияһы (1943) (3-13 ноябрь 1943)
- Киев оборона операцияһы (13 ноябрь — 23 декабрь 1943)
Днепр өсөн алыш менән бер ваҡытта Донбасс һөжүм операцияһы үткәрелә, шуға күрә рәсми совет тарихнамәһе уны шулай уҡ Днепр алышы составы өлөшө тип иҫәпләй. Төньяҡтараҡ Көнбайыш, Калинин һәм Брянск фронттары ғәскәрҙәре шулай уҡ Смоленск һәм Брянск һөжүм операцияларында ҡатнаша, улар немец ғәскәрҙәренә Днепрға юлдарын ҡаплай.
Алыш алдынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Курск алышы тамамланғандан һуң Германия Ҡораллы көстәре (вермахт) Советтар Союзын тиҙ еңеүгә өмөтөн юғалта. Юғалтыуҙар байтаҡ ҙур була, армияның иң яҡшы яугирҙары бәрелештәрҙә һәләк була, һөҙөмтәлә вермахт тактик уңышҡа ғына өмөтләнә ала. Ҡайһы бер һөжүмдәре уңышлы үтеүгә ҡарамаҫтан, уларҙы стратегик еңеүгә әүерелдереү килеп сыҡмай.
Август уртаһына ҡарай А. Гитлер, һәр хәлдә союздаштар сафында берҙәмлек булмай тороп, совет һөжүмен туҡтата алмаясағына төшөнә. Шуға күрә Гитлер, Ҡыҙыл Армияһын тотҡарлау маҡсатында, күп һанлы нығытмалар төҙөү буйынса ҡарар сығара. Һалдаттар алдында үҙ позицияларын Днепрҙа һаҡлап ҡалыр өсөн бар көстәрен һалыуҙы талап итә.
Икенсе яҡтан, И. В. Сталин дошман баҫып алған ерҙәрҙе тартып алыуға көс һала. Бының өсөн, УССР-ҙың сәнәғәт төбәктәре совет дәүләтенә етешмәгән ресурстары тәьмин итеүен иҫәпкә алып, көньяҡ йүнәлеш төп йүнәлеш итеп билдәләнә.
Алыш башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Немец оборонаһын әҙерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың 11 авгусында немец ставкаһы Днепр буйында «Көнсығыш үрен» төҙөү буйынса бойороҡ сығара һәм ул кисекмәҫтән үтәлә башлай.
Бөтә Днепр яры буйында нығытмалар күтәрелә, шулай ҙа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә көслө һәм ышаныслы оборонаны тәьмин итеүгә өмөт ҙур булмай. Һөҙөмтәлә «Көнсығыш үре» фронттың бөтә һуҙымында бер тигеҙ ныҡ булмай. Иң ныҡ нығытмалар совет ғәскәрҙәренең йылға аша сығыу ихтималлығы булған урындарҙа Кременчуг һәм Никополь, шулай уҡ Запорожьела эшләнә.
1943 йылдың 7 сентябрендә СС һәм вермахты көстәре сигенгән осорҙа РККА-ның алға китешен тотҡарлау һәм уның берләшмәләрен һәм частарын тәьмин итеүҙе ҡатмарлаштырыу маҡсатында, һаҡланыу сараларына өҫтәмә рәүештә, ҡалдырған территорияларҙы тулыһынса ер менән тигеҙләү бойороғо алына. Әлеге «көйҙөрөлгән ер» тактикаһы буйынса бойороҡ кисекмәҫтән үтәлә һәм Советтар Союзының тыныс халҡын ҡырыу менән оҙатыла.
Һул ярҙағы совет һөжүме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың 26 авгусында совет дивизиялары Смоленскиҙан Аҙау диңгеҙенә тиклем һуҙылған 750 километрлыҡ фронт буйлап үҙ хәрәкәтен башлайҙар. Киң масштаблы операцияла биш фронт составында 2 650 000 кеше, 51 000 орудие, 2400 танк һәм 2850 самолёт ҡатнаша:
- Үҙәк фронты (20 октябрҙә Белорус фронты итеп үҙгәртелә)
- Воронеж фронты (20 октябрҙә 1-се Украин фронты итеп үҙгәртелә)
- Дала фронты (20 октябрҙә 2-се Украин фронты итеп үҙгәртелә)
- Көньяҡ-көнбайыш фронты (20 октябрҙә 3-сө Украин фронты) итеп үҙгәртелә
- Көньяҡ фронты (20 октябрҙә 4-се Украин фронты итеп үҙгәртелә)
Бөтәһе операцияларҙа 36 дөйөм ғәскәри, 4 танк һәм 5 һауа армиялары йәлеп ителә.
Һан яғынан өҫтөнлөгө ҙур булыуына ҡарамаҫтан, һөжүм бик ҙур ҡыйынлыҡ менән бара. Немец ҡаршылығы бик ҡаты була — һәр ауыл, һәр ҡала өсөн ярһыу алыштар бара. Вермахт арьергардтарҙы киң ҡуллана: хатта немец частарының төп өлөшө сигенгәндән һуң һәр ҡалала, һәр бейеклектә совет ғәскәрҙәренең алға китешен тотҡарлаған гарнизондар ҡалдырыла. Әммә сентябрь башына Үҙәк фронтының һөжүм һыҙатында совет ғәскәрҙәре немец фронтын уртаға бүлә һәм барлыҡҡа килгән өҙөк урындан Днепрға ынтыла. 21 сентябрҙә улар Чернигов-Припять операцияһы барышында Чернигов ҡалаһын азат итәләр.
Һөжүм башланға өс аҙна үтеүгә һәм Ҡыҙыл Армияның бик ҙур юғалтыуҙарына ҡарамаҫтан, вермахтың совет һөжүдәрен асыҡ дала ерҙәрендә тота алмауы асыҡлана: бында Ҡыҙыл Армияһының һан яғынан өҫтөнлөгө еңеүгә булышлыҡ итә. Манштейн ярҙамға 12 яңы дивизия биреүҙе үтенә, әммә немецтарҙың резервтары былай ҙа бик ныҡ ҡаҡшаған була. Йылдар үткәс, Эрих фон Манштейн үҙенең мемуарҙарында ошолай тип яҙа:
Ошо хәлдәрҙән сығып мин, булған көстәр менән беҙ Донбасты тотоп ҡала алмайбыҙ һәм Көнсығыш фронтының бөтә көньяҡ флангыһы өсөн бынан да ҙурыраҡ хәүеф барлыҡҡа килә, 8-се һәм 4-се танкылар армияһы Днепр йүнәлешендә дошман баҫымын оҙаҡ тотоп тоаа алмай ине, тигән һығымтаға килдем.— Манштейн Э. «Утерянные победы». Глава 15. Стр. 534.
Һөҙөмтә булараҡ, 1943 йылдың 15 сентябрендә Гитлер «Көньяҡ» армиялары төркөмөнә Днепрҙағы нығытамларға тиклем сигенергә бойора. Шулай итеп, «Днепрға йүгереү» башлана.
Алдағы операцияларҙағы уңышһыҙлыҡтарҙан һуң немец армиялары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
- 6-сы армия Запорожьенан көньяҡҡараҡ Мелитополь менән Днепр дуғаһы араһындағы районға сигенергә тейеш;
- 1-се танк армияһы — Запорожье һәм Днепропетровск районына;
- 8-се армия — Кременчуг һәм Черкассы районындағы нығытылған плацдармдарға;
- 4-се танк армияһы — Канев районы тирәһендә Днепр аша сығырға.
6-сы армияға ҡуйылған бурысты үтәү ҡыйынлыҡ тыуҙырмаһа, ҡалған өс армияны йылға аша сығарыу үтә ныҡ ауыр ине[1]. Немец армияларының сигенеүе тере көстә, техникала һәм боеприпастарҙа иҫ киткес ҙур юғалтыуҙар менән оҙатыла. Манштейн түбәндәген раҫлай:
Төркөм штабы, өс ҡалған армиялар составында, шул иҫәптән маршта уларға ҡушылған өс дивизияһы менән бергә,уның ҡарамағында 700 километр һуҙымындағы Днепр рубежының оборонаһы өсөн барыһы 37 пехота дивизияһы барлығы тураһында хәбәр итә, тағы ла хәрби һәләтлеген юғалтҡан өс дивизияһы ҡалған дивизиялар араһында урынлаштырыла. Шулай итеп, һәр дивизия 20 километр киңлеге булған һыҙатты тоторға тейеш. Беренсе эшелон дивизияһының уртаса составы 1000 кеше генә тәшкил итә. Вәғәҙә ителгән өҫтәмә көстәр килеүенән һуң был һан 2000 кеше тәшкил итәсәк. Бындай состав менән хатта Днепр кеүек рубеждың тотороҡло оборонаһы ойошторола алмауы көн кеүек асыҡ ине. Донесениела 17 танк һәм моторлаштырылған дивизияларҙың береһе лә тулы хәрби һәләтлеккә эйә түгеллеге тураһында хәбәр ителә.
Танкылар һаны, шәхси составы кәмегән кимәлдәгесә, кәмене.— Манштейн Э. «Утерянные победы». Стр. 576.
Сигенеү ваҡытында күҙәтелгән боеприпастар етешмәү хәле ҡабатланырға тейеш түгел ине.— Манштейн Э. «Утерянные победы». Стр. 577.
Барлыҡ тырышлыҡҡа ҡарамаҫтан, совет ғәскәрҙәре дошмандың Днепр аша сығыуын тотҡарлай алмай. Әммә немец ғәскәрҙәре лә Днепрҙың көнбайыш ярында ышаныслы оборона булдыра алмайҙар. 21 сентябрҙә Үҙәк фронтының 13-сө армияһы Чернобыль тирәһендә беренселеәр булып Днепрға килеп етә һәм киләһе көндө йылға аша сыға. Шул уҡ көндө, 22 сентябрҙә, Воронеж фронты ғәскәрҙәре лә Бөйөк Букрин районында йылға бөгөлөшө аша уңышлы сығалар.
Көньяҡтараҡ Полтава өсөн айырыуса ҡан ҡойғос алыш башлана. Ҡала яҡшы нығытылған һәм уны һаҡлаған гарнизон да бик яҡшы ҡоралланған була. Бер нисә уңышһыҙ һөжүмдән Дала фронты командующийы генерал И. С. Конев ҡаланы урап үтергә һәм туранан-тура Днепрға сығырға ҡарар итә. Ҡаты урам бәрелештәре менән ике көндән, 23 сентябрҙә, Полтава гарнионы ҡыйратыла. 25 сентябрҙә Дала фронты армиялары Днепрға барып етәләр.
Шулай итеп, 1943 йылдың сентябрь аҙағына совет ғәскәрҙәре бөтә ерҙәрҙә лә Днепрға килеп етәләр һәм унда 23 плацдарм биләйҙәр. Немец ғәскәрҙәрендә тик Донбасс ҡалаһы тирәһендә Днепрҙың көнсығыш ярында Никополь-Кривой Рог плацдармы ҡала. Фронттың иң көньяҡ участкаһында бер-береһенә ҡаршы тороусы ғәскәрҙәрҙе Молочная йылғаһы айыра.
Днепр һауа-десант операцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Днепрҙың уң ярындағы ҡаршылашыуҙы кәметеү маҡсатында совет командованиеһы уң ярға парашют десантын төшөрөргә ҡарар итә. Шулай итеп, 1943 йылдың 24 сентябрендә Днепр-һауа-десант операцияһы башлана. Совет десантсылары алдына Воронеж фронтындағы әле генә яуланған плацдармдарға немец өҫтәмә көстәрен ебәрмәү бурысы ҡуйыла.
Операция тулыһынса уңышһыҙлыҡ менән тамамлана. Пилоттар төшәсәк урынды насар белеүе арҡаһында беренсе десант тулҡыны совет позицияларына һәм өлөшләтә Днепрға төшөрөлә. 5000 десантсыларҙан торған икенсе тулҡын бер нисә квадрат метр майҙанында төрлө яҡҡа эләгә. Урындағы разведкалау насар үткәрелеү арҡаһында десанттың күпселек өлөшө төшкәндән һуң уҡ юҡ ителә, өҫтәүенә десантсыларҙың танкыға ҡаршы орудиелары булмай. Радиобәйләнеште юғалтҡан айырым төркөмдәр немец тәьмин итеү частарына һөжүм итеп маташалар йәки партизан хәрәкәтенә ҡушылалар.
Ҙур юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, Днепр һауа-десант операцияһы байтаҡ немец механизациялланған берләшмәләре иғтибарын ситкә йүнәлтә, шуға күрә ғәскәрҙәрҙең йылға аша сығыуы аҙыраҡ юғалтыуҙар менән үтә. Шуға ҡарамаҫтан, Вязьма һәм Днепр десант операцияларының уңышһыҙлыҡтарынан һуң, ВГК Ставкаһы артабан десантты күпләп ҡулланыуҙан баш тарта.
Днепр аша сығыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сценарий һайлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Днепр йылғаһының киңлеге үҙәндәрҙә өс километрға етә, быуалар ҙа йылғаның киңәйтелеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Йылғаның уң яры һулаҡайынан күпкә бейегерәк һәм текәрәк булыуы йылға аша сығыуҙы ҡатмарлаштыра. Өҫтәүенә, вермахт ҡушыуы буйынса ҡаршы яҡ яр немец һалдаттары тарафынан төрлө кәртәләр һәм фортификацион ҡоролмалар комплексына әүерелгән була.
Совет командованиеһы Днепр аша сығыуҙын ике вариантын күҙ уңында тота. Беренсе вариантҡа ярашлы, ғәскәрҙәр Днепрҙың көнсығыш ярында туҡтала, йылға аша сығыу урындарына өҫтәмә көстәр туплана һәм, немец оборонаһында иң һаҡлауһыҙ урынды табып, ошо урында һөжүм яһала. Артабан немец оборонаһын йырып үтеү һәм немец линияларын ҡамауға алыу планлаштырыла. Үҙ сиратында, был вариант немецтарға өҫтәмә көстәр туплауға, оборонаны нығытыуға һәм тейешле урындарҙа совет көстәренә үҙенең ғәскәрҙәрен урындан урынға күсереүгә мөмкинлек бирә. Улай ғына түгел, был вариант буйынса совет ғәскәрҙәрен немец механизацияланған частары яғынан һөжүм итеү ҡурҡынысы көсәйә. Шулай итеп, беренсе вариант буйынса ваҡиғалар үҫеше ҙур юғалтыуҙарға йәки тулы ҡамауға һәм юҡ итеүгә килтереү ихтималлығы күҙаллана.
Икенсе вариантҡа ярашлы — кисекмәҫтән күмәк һөжүм үткәреү һәм фронттың бөтә участкаларында Днепр аша сығыу. Был вариант немец яғына әҙерлек өсөн ваҡыт ҡалдырмай, әммә шул уҡ ваҡытта совет ғәскәрҙәре яғынан бик күп юғалтыуҙарға килтерәсәге лә шик аҫтына алынмай.
Совет ғәскәрҙәре немец ғәскәрҙәренә ҡаршы ярҙа яҡынса 300 километр һуҙымын биләйҙәр. Ғәскәрҙәр бөтә булған йылға аша сығыу әмәлдәрен ҡуллана, әммә улар катастрофик рәүештә етешмәй. Шуға күрә төп көстәр Днепрҙы аша сығыу өсөн ҡул осондағы барлыҡ ҡорамалдарҙы эшкә егә: балыҡсылар кәмәләрен, бүрәнәнән, мискләрҙән, ағастан, таҡтанан ҡулайлаштырған һаҙҙар һәм башҡалар. Иң ҡыйыны — ауыр техниканы ҡаршы ярға сығарыу, күп кенә плацдармдарҙа ғәскәрҙәр уны етешле кимәлдә сығара алмайҙар, был, үҙ сиратында, плацдармдарҙы яҡлауҙа оҙайлы бәрелештәргә алып килә, совет ғәскәрҙәренең юғалтыуҙары арта. Йылға аша сығыуҙың төп ауырлығы, ғәҙәттәгесә, уҡсылар частарына төшә.
Йылға аша сығыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Днепрҙың уң ярындағы тәүге плацдарм 1943 йылдың 22 сентябрендә Днепр һәм Припять йылғаларының ҡушылған урында яулана. Бер үк ваҡытта тиерлек 3-сө гвардия танкылар армияһы һәм Воронеж фронтының 40-сы армияһы ошондай уҡ уңышҡа Киевтан көньяҡҡараҡ өлгәшәләр. 24 сентябрҙә Днепродзержинскиҙан алыҫ түгел ерҙә тағы ла бер позиция тартып алына, 28 сентябрҙә — тағы ла бер позиция (Кременчуг тирәһендә). Айҙың аҙағына Днепрҙың ҡаршы ярында 23 плацдарм булдырыла. 30 сентябргә 12 совет армияһы Днепр аша сыға. Шулай уҡ немец артиллерияһының ут көсөн тарҡатыу маҡсатында бик күп ялған плацдармдар әҙерләнә.
Шаһит танкист-разведчик хәтирәләренән:
Йылға аша сығыу алдынан командирым миңә килде лә, бараһыңмы һин, тип һораны. Әлбиттә, барам, тип яуапланым, тик ике йоҡоһоҙ төндән һуң бер аҙ йоҡлап алам тигәнем уны аптыратты. Башта Днепр аша 3 еңел танк ебәрелдә, уның береһе менән мин етәкселек иттем. бейеклеккә беҙ күтәрелеп торманыҡ. Танкыларҙы йәшерҙек. Ошо, моғайын, беҙҙең ғүмерҙәрҙе ҡотҡарғандыр. Саҡ ҡына һуңыраҡ бомбардировка башланды. Немецтар бейеклектәрҙе бомбаға тота ине... |
Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн командир Богдан Хмельницкий ордены менән наградлана.
Бынан һуң совет ғәскәрҙәре, ысынында дошман утынан ергә һеңеп һәм үҙенең уты менән яңы көстәрҙең килеп етеүен ҡаплап, яуланған плацдармдарҙа яңы укрепрайон төҙөйҙәр[2]:
Плацдармдарҙы яҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Немец ғәскәрҙәре кисекмәҫтән йылғаның уң ярына сыҡҡан совет ғәскәрҙәренә һөжүм итеп, уларҙы Днепрға ырғытырға маташалар. Дошман артиллерияһы һәм авиацияһы йылға аша сығыу урындарына бер туҡтауһыҙ һөжүм итәләр, ҡайһы берҙә йылға аша сығыуҙы, боеприпастар һәм көндөҙгө ваҡытта яралыларҙы алып сығыуҙы тотҡарлайҙар. Ҙур булмаған плацдармдарҙа бер ниндәй ҙә ауыр ҡоралы булмаған совет ауыр юғалтыуҙар кисерә, боеприпастар, аҙыҡ-түлектең етешмәүенән интегәләр.
Мәҫәлән, Бородавка ауылы тирәһендә (Дала фронты командующийы Конев үҙенең мемуарҙарында телгә алған ауыл) йылға аша сығыу дошман артиллерия һәм авиация утына тотола. Немец бомбардировщиктары даими рәүештә тиерлек йылға буйындағы совет ғәскәрҙәрен бомбаға тота. Конев, ошоноң менән бәйле, 5-се һауа армияһы командованиеһының һәм ҡаршы ярға частарҙың һәм подразделениеларын авиация ышыҡлауын ойоштороуҙа етешһеҙлектәрен билдәләп үтә. Фронт командующийының шәхси ҡыҫылышы ғына авиация эшен тейешле рәүештә ойошторорға мөмкинлек бирә.
Днепр аша сығыу, плацдармдарҙы яулау һәм уларҙы тотоп ҡалыу өсөн көрәш бик ауыр юғалтыуҙар менән оҙатыла. Октябрь башына күп кенә дивизияларҙың шәхси штат составы 20—30 % тәшкил итә.
Ваҡиғаларҙа ҡатнашыусы, герман генераль штабы офицеры Ф. Меллентин былай тип яҙа:
Артабанғы көндәрҙә урыҫтарҙың һөжүмдәре һүлпәнәймәгән көс менән ҡабатлана. Беҙҙең уттан зыян күргән дивизиялар яңы соединениелар менән алмаштырыла. Һәм тағы ла, тулҡын артынан тулҡын, урыҫ пехотаһы һөжүмгә күтәрелә, әммә һәр ваҡыт күп юғалтыуҙар менән артҡа сигенә
— Ф. Меллентин, «Бронированный кулак вермахта», Смоленск, РУСИЧ, 1999 г. - 528 с. («Мир в войнах»)
Шуға ҡарамаҫтан, Ҡыҙыл Армияһы уңышҡа өлгәшә — октябрь дауамында барған ҡаты бәрелештәр барышында Днепрҙағы плацдармдар тотолоп ҡала, күпселеге хатта киңәйә. Плацдармдарҙа һөжүмде яңыртыу һәм бөтә Уң яр буйы Украинаны азат итеү өсөн көстәр туплана.
Әммә иң мөһиме — немец командованиеһы аҙаҡҡы резервтарын файҙаланырға мәжбүр була[3]. Мәҫәлән, Никополь-Кривой Рог операцияһының башына беренсе позицияны биләгән 6-сы пехота армияһының алты пехота дивизияһы ябай хәрби төркөмдәр булып тора, сөнки ике танкылар дивизияларында ул ваҡытҡа барыһы 5 танк була[4]. 14-се армияһының 11 пехота дивизияһы Киев һөжүме алдында үҙенең шәхси составы буйынса полктарға тиңләнә[5]. Герман командованиеһының 8-се армияһынан ике танк, ике моторлаштырған, ике пехота дивизияһын 4-се армияһына күсерергә мәжбүр була[6], былар бөтәһе Корсунь-Шевченко операцияһында немец ғәскәрҙәрен ҡамауға һәм ҡыйратыуға килтерә.
Уң яр буйы кампанияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Днепр үҙәндәрен яулап алыу (Түбәнге Днепр операцияһы)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сентябрь уртаһына командование туплаған көстәр ҡаршы ярҙағы немец нығытмаларына беренсе күмәк һөжүмен башлайҙар. Мәҫәлән, Кременчуг-Днепропетровск фронт линияһында ҡеүәтле һөжүм планлаштырыла. Шуның менән бергә, бөтә фронт буйлап эре күләмдәге хәрби ғәмәлдәр һәм немец көстәре иғтибарын ситкә йүнәлтеү буйынса ғәскәрҙәр частарын урында урынға күсереү мәсьәләһе тора.
1943 йылдың декабрь аҙағына 2-се Украин фронты ғәскәрҙәре Пятихатка, Знаменск һәм Днепропетровск операциялары барышында булдыралар һәм контроль аҫтында Днепропетровск — Кременчуг районында бик ҙур стратегик плацдармды тоталар. Әлеге төбәктән көньяҡҡараҡ совет командованиеһы Мелитополь операцияһын үткәрә, операция барышында Ҡырым немец ғәскәрҙәре төркөмө төп көстәрҙән ҡыйыла. Немецтарҙың совет ғәскәрҙәренең һөжүмен туҡтатыу буйынса өмөттәре юҡҡа сыға.
1943 йылғы Киев һөжүм операцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыштың үҙәк участкаһында, Воронеж фронты һыҙатында, ваҡиғалар бик көсөргәнешле төҫ ала. Букрин плацдармында фронттың һөжүм төркөмө туплана. 1943 йылдың октябрендә ул Киевты көньяҡтан азат итеү маҡсатында ике тапҡыр һөжүмгә күсә. Ике һөжүм дә дошман тарафынан кире ҡағыла. Шуға күрә ноябрь башына бер танк һәм бер дөйөм ғәскәри армиялары, шулай уҡ бер нисә корпус, йәшерен рәүештә плацдармдан сығарыла һәм Киевтан төньяҡҡараҡ Лютеж плацдармына күсерелә. Ул яҡтан һөжүм дошман өсөн тулыһынса көтөлмәгән хәл була. 6 ноябрҙә Киев азат ителә һәм уның тирәләй икенсе стратегик плацдарм булдырыла.
Немец командованиеһының плацдармды юҡҡа сығарырға һәм Киевты кире ҡайтарырға тырышыуын Совет ғәскәрҙәре Киев һөжүм итеү операцияһы барышында кире ҡаға. Операция тамамланыуы менән Днепр өсөн алыш тамамланған тип һанала.
Алыш йомғаҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Днепр өсөн алыш Германия һәм уның союздаштары көстәренең сираттағы еңелеүе булып тора. Гитлер Днепрҙа туҡтатырға ниәтләгән Ҡыҙыл Армия туҡтатыу ғына түгел, ҡыҫҡа сроктарҙа киң фронтта Европаның иң ҙур йылғаларының береһе аша сыға һәм вермахтҡа һәм уның союздаштарына етди еңелеү килтерә һәм немец ғәскәрҙәрен бөтә фронт буйлап сигенергә мәжбүр итә. Киевты азат итеү оло сәйәси һәм әхләки әһәмиәткә эйә. Уң яҡ яр буйы Украинаның күпселек өлөшө һаман да вермахт контроле аҫтында ҡалыуына ҡарамаҫтан, УССР-ҙың тулыһынса азат ителеүе һәм Ҡыҙыл Армияның Румыния, Венгрия, Словакия һәм Польша сиктәренә сығыуы күп ҡалмауы бәхәсһеҙ була. Донбастың иң мөһим сәнәғәт райондары һәм Украина металлургия үҙәктәре, тиҫтәләгән миллион кеше йәшәгән территориялар азат ителә. Ҙур емереклектәргә ҡарамаҫтан, тиҙ арала Союздың сәнәғәт предприятиелары тергеҙелә һәм бер нисә айҙан азат ителгән өлкәләрҙә хәрби продукция етештерелә башлай. 1944 йылда Ҡыҙыл Армия Уң яҡ яр буйы Украинаны азат итергә башлай.
Советтар Союзы Геройҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Днепр өсөн алыш яугирҙарҙың һәм командирҙарҙың күмәк батырлығы өлгөләре менән айырылып тора. Днепр аша сығыу өсөн 2438 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[7], был һан награда тарихында бүләкләнеүселәрҙең дөйөм һанынан ике тапҡырға күберәк. Бер операция өсөн ошондай массауи бүләкләү һуғыш тарихында берҙән-бер ваҡиға булып тора. Бүләкләнеүселәрҙең быға тиклем булмаған һаны шулай уҡ өлөшләтә Юғары Командованиеһы Ставкаһының 1943 йылдың 9 сентябрендәге директиваһы менән аңлатыла:
Хәрби операциялар барышында Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренә күп һыу кәртәләрен тура килә һәм артабан үтергә тура киләсәк. Десна йылғаһы һәм Днепр йылғаһы кеүек эре йылғаларҙы тиҙ һәм ҡыйыу аша сығыу беҙҙең ғәскәрҙәрҙең артабанғы уңыштары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.
Үҙәк фронты 61-се армия 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының күп кенә яугирҙарына Днепр өсөн алышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Восстановленное в цвете фото |
- Кинохроника
- Поиск-Днепр (poiskdnepr.com): Совет Украинаһы өсөн алыш
- «Днепр өсөн алыш» диорамаһы
- «Песня о Днепре» / укр. «Пісня про Дніпро». М. Фрадкин музыкаһы, Е. Долматовский һүҙҙәре
- «Даёшь Киев!» фотографияһы
- Алыштар реконструкциялары үткәрелә, «Даешь Киев!» хәрби-тарихи фестиваль
- Юрий Бондаревтың «Батальондар ут һорай» повесы, 1957 йыл
- «Прорыв».«Освобождение» киноэпопеяһының икенсе фильмы, 1969 йыл, Ю. Бондарев повесы нигеҙендә ҡуйылған.
- «Батальондар ут һорай просят огня», телевизион фильм, 1985 йыл, Ю. Бондарев повесы нигеҙендә ҡуйылған.
- Виктор Астафьевтың «Ҡарғалған һәм үлтерелгән» романы. 2-се бүлек. «Плацдарм», 1994 йыл
- Ги Зайерҙың «Онотолған һалдат» романы, 1967 йыл
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Манштейн Э. Утерянные победы. — М.: АСТ, 2002. — С. 571.
- ↑ Вершигора П. П., Зеболов В. А. Партизанские рейды (из истории партизанского движения в годы Великой Отечественной войны в Советском Союзе, 1941—1945 гг.). — Кишинёв: Штиинца, 1962. — С. 59.
- ↑ Э. Манштейн. Утерянные победы. Москва. АСТ 2002. с 592
- ↑ Э. Манштейн. Утерянные победы. Москва. АСТ 2002. с 612
- ↑ Э. Манштейн. Утерянные победы. Москва. АСТ 2002. с 588
- ↑ Э. Манштейн. Утерянные победы. Москва. АСТ 2002. с 589
- ↑ Победная осень 2008 йыл 26 сентябрь архивланған. — voskres.ru
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Николай Шефов, Russian fights, Изд. «Библ. военной истории», М., 2002
- История Великой Отечественной войны, 1941—1945. М.,1963.
- Джон Эриксон, Barbarossa: The Axis and the Allies, Edinburgh University Press, 1994
- Маршал Иван Конев, Заметки командующего фронтом М., Наука, 1972.
- Эрих фон Манштейн, Утерянные победы. М., 1957.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Битва за Днепр 2018 йыл 8 август архивланған. на сайте Минобороны России
- «Г. К. Жуков в битве за Днепр и правобережную Украину», В.Афанасьев 2014 йыл 10 август архивланған. — статья из журнала «Обозреватель».