Эстәлеккә күсергә

Дөмәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дөмәй (Илеш районы) битенән йүнәлтелде)
Дөмәй
Дөмәй
Ил

Рәсәй

Координаталар

55°15′21″ с. ш. 54°20′48″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 230 824 001

ОКТМО коды

80 630 424 101

ГКГН номеры

0520757

Дөмәй (Рәсәй)
Дөмәй
Дөмәй

Дөмәй (рус. Дюмеево) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районындағы татар ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 851 кеше булған[1]. Почта индексы — 452264, ОКАТО коды — 80230824001.

Иҫке Дөмәй һәм Яңы Дөмәй ауылдары 12-се Башҡорт кантонының 13-се йортона ҡараған. Төп ауыл Дөмәй атамаһы менән Илеш районына, ә Яңы Дөмәй Саҡмағош районына ҡарай. Дөмәй ауылы тарихы архив документтарында ярайһы уҡ яҡшы сағылдырылған: 1704 — 1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыу менән шөғөлләнгән Ҡаҙан комиссары Сергеев Бүләр улусынан 11 кешене Ҡаҙанға саҡыртып ала. Улар араһында Яҡуп бай, улы Мәмәт мулла менән, Ишғәле, Ата бай атлы уҙамандар ҙа була. Ата бай төрмәлә үлеп ҡала. Сергеев командаһы, Минзәлә йылғаһы буйында урынлашҡан Дөмәй ауылын туҙҙырып, талай, ир-егеттәрен ҡулға ала һәм Минзәлә төрмәһендә тотолған башҡорттар менән бергә Ҡаҙанға алып бара һәм, уның өҫтөнән император ғәли йәнәптәренә ялыу бирергә ниәтләнеүҙәрендә ғәйепләп, төрмәгә яба, ә Дөмәйҙе язаға тарттыра[2].

Шулай ҙа Ҡыр-Йылан ырыуы кешеләренән кем ауылға нигеҙ һалған һуң? Крайҙы өйрәнеүсе Хажғәле Яппаров, Дөмәй ауылы 1717 һәм 1722 йылдар араһында барлыҡҡа килгән, тип фаразлай. Әммә Ә. З. Әсфәндийәров раҫлауынса, ауылға нигеҙ 1666 йылда һалынған, сөнки 1697 йылда Йылан улусы башҡорттары Ҡарабаш Туҡтағолов менән Дәүәй Байсуриндар араһындағы низағты тикшергән мәлдә шул асыҡлана: Ҡарабаштың атаһы Туҡтағол Бөйрәкәй, 1662 -1664 йылдарҙа булып үткән башҡорт ихтилалы осорона, Дөмәйҙең атаһы Дәүәйгә тотоноп тороу өсөн үҙенең аҫаба ерҙәрен биреп тора. Аҙаҡ Дәүәй, был ерҙәр минеке, сөнки мин яһаҡты түләп торҙом, тип белдерә. Тимәк, Ҡыр-Йылан улусында урынлашҡан Дөмәй ауылына нигеҙ 1666 йылда һалынған һәм ул тәүге мәлдә Дәүәй тип аталған[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1592 743 849 46,7 53,3
1959 йыл 15 ғинуар 1288 614 674 47,7 52,3
1970 йыл 15 ғинуар 1477 663 814 44,9 55,1
1979 йыл 17 ғинуар 1169 516 653 44,1 55,9
1989 йыл 12 ғинуар 900 404 496 44,9 55,1
2002 йыл 9 октябрь 878 405 473 46,1 53,9
2010 йыл 14 октябрь 851 403 448 47,4 52,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны