Тулвинский Шәйхулла Сибәғәтулла улы
Шәйхулла Тулвинский | |
Исеме |
Шәйхулла Сибәғәтулла улы Тулвинский |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны |
Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе (хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы) Башаптүз ауылы |
Вафат булған көнө |
15 октябрь 1970 (84 йәш) |
Вафат булған урыны |
Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылы) |
Гражданлығы | |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
Педагог һәм шағир |
Наградалары һәм премиялары | |
Тулвинский (Зәйнин) Шәйхулла Сибәғәтулла улы (2 август 1886 йыл — 15 октябрь 1970 йыл) — уҡытыусы, шағир. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәйхулла Сибәғәтулла улы (Зәйнин) Тулвинский 1886 йылдың 2 авгусында Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе (хәҙерге Пермь крайы Барҙа районы) Башаптүз ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — башҡорт. Йосоп ауылы мәҙрәсәһендә уҡый[1].
Солтанай ауылының «Мансуриә» мәҙрәсәһендә белем ала, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1909 йылда «Ғосмания» мәҙрәсәһен тамамлай[2].
1906—1921 йылдарҙа Өфө һәм Пермь губерналары мәктәптәрендә мөғәллимлек итә: 1909 йылдан Йосоп ауылында уҡыта, ә 1908—1910 йылдарҙа Ирәкте төбәгендә бер нисә мәҙрәсә асылғас, Аҡсәйет, Күрҙем ауылдары мәҙрәсәләрендә эшләй[3][2].
1922 йылдан алып Башҡорт АССР-ы Бөрө кантоны Иҫке Ҡаҙансы ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1931—1956 йылдарҙа Түбәнге Тәтешле ауылында уҡыта. Күренекле рус педагогтарының тәғлимәтенә таянып уҡытырға тырыша, К. Д. Ушинский хеҙмәттәрен өйрәнә[3].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге әҫәре — «Сабыйға» шиғыры «Шура» журналының 1911 йылғы сентябрь һанында баҫылып сыға[3].
Мәғрифәтселек традициялары уның ижади эшмәкәрлегендә ҙур урын биләй. Әҫәрҙәрендә йәш быуын вәкилдәрен белем алырға саҡыра («Тырышлыҡ», «Балаға» һ.б.), фәҡирлектә йәшәгән ауыл уҡытыусыларына теләктәшлек күрһәтә («Ауылда хәлфә», «Тормошом» һ.б.), социаль тигеҙһеҙлеккә ҡаршы («Әхмүш» һ.б.) һәм ирҙәр менән ҡатын‑ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлы булыуҙарын яҡлап («Ситлектән осҡан һандуғасҡа» һ.б.) сығыш яһай. Бер нисә әкиәт һәм хикәйәләр авторы булып тора[2].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үрге Тәтешле ауылы урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Яйыҡбаев К. Я., 2003, с. 97
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Сафуанов С. Ғ. Тулвинский (Зәйнин) Шәйхулла Сибәғәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Яйыҡбаев К. Я., 2003, с. 98
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 1-се китап. Поэзия. — Өфө, 1983.
- Яйыҡбаев К. Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре (тарихи-педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр). Беренсе китап. — Өфө: Китап, 2003. — 256 с. — ISBN 5-295-03223-Х.[1]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сафуанов С. Ғ. Тулвинский (Зәйнин) Шәйхулла Сибәғәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ [https://kitaptar.bashkort.org/files/MAGhRIFATSE%20MOGhALLIMDAR,%20KURENEKLE%20UQYTYUSYLAR%20HAM%20MAGhARIF%20ESHMAKARZARE.pdf Яйыкбаев К.Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре (тарихи-педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр). Беренсе китап. - Өфө: Китап, 2003. - 256 бит.]
- 2 августа тыуғандар
- 1886 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Пермь губернаһында тыуғандар
- Барҙы районында тыуғандар
- 15 октябрҙә вафат булғандар
- 1970 йылда вафат булғандар
- Тәтешле районында вафат булғандар
- Алфавит буйынса шағирҙар
- XX быуат шағирҙары
- Башҡорт шағирҙары
- Башҡортостан шағирҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Башҡортостан уҡытыусылары
- Башҡорт мәғрифәтселәре