Илдус (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Илдус — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Илдус исеме бар.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдус башҡорт теленә неологизм булараҡ фарсы теленән ингән, илен, халҡын хөрмәт итеүсе, һөйөүсе, илен һаҡлаусы тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илешев Илдус Ғөбәйҙулла улы (17 май 1957 йыл) — дәүләт эшмәкәре, Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы Рәсәй вәкиленең урынбаҫары, 2005—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры, филология фәндәре кандидаты (1990), сәйәси фәндәр докторы (2000), профессор (2003), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Хәбиров Илдус Хәйбулла улы (10 октябрь 1935 йыл — 29 май 2007 йыл) — балет артисы, балетмейстер, педагог. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Бөтә Союз балет артистары конкурсы (1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963; икеһе лә — Мәскәү) лауреаты.

Абдрахманов Илдус Барый улы (2 ғинуар 1942 йыл) — ғалим, химик. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Тимерханов Илдус Хәмит улы (25 апрель 1956 йыл) — башҡорт балалар яҙыусыһы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 1990 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1996 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2012) һәм Дүртөйлө ҡалаһы һәм районының Назар Нәжми исемендәге премиялары лауреаты.

Вәлитов Илдус Ғәләметдин улы (20 сентябрь 1947 йыл — 1 июль 2000 йыл) — график, архитектор. 1980 йылдан СССР Архитекторҙар союзы, 1995 йылдан Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы.

Бүләков Илдус Ҡасим улы (29 июнь 1940 йыл — 18 сентябрь 2016 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1973). Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән (2000).

Әҙеһәмов Илдус Әнәс улы (18 июнь 1951 йыл) — дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ, юғары мәктәптәр уҡытыусыһы, отставкалағы судья.

Ғәлиуллин Илдус Һаҙый улы (1934 йыл — 2009 йыл) — кинооператор, кинорежиссёр. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), РФ-тың почётлы кинематографисы (2000).

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдус (Дүртөйлө районы) (рус.  Ильдус) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ