Иршат (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иршат

Иршат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Иршат исеме бар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иршат исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Юл күрһәтеүсе, башлыҡ тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәхретдинов Иршат Юнир улы (1 февраль 1965 йыл) — отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Запастағы полковник. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Ҡыҙыл Йондоҙ (1988), Салауат Юлаев (2013) ордендары кавалеры, 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнгән (2014).

Вәлиев Иршат Ғәли улы (1 август 1928 йыл — 12 октябрь 1997 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984). 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

Теләүембәтов Иршат Әнүәр улы (26 март 1962 йыл) — башҡорт журналисы, политолог, яҙыусы. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Сиражетдинов Иршат Фәрит улы (19 июнь 1954 йыл15 декабрь 2012 йыл), режиссёр. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989).

Атаһының исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйнетдинова Гөлшат Иршат ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Фазлитдинова 1992 йылдың 28 авгусы, Рәсәй, Башҡортостан, Белорет) — кроста һәм оҙон дистанцияға йүгереү менән шөғөлләнеүсерәсәй еңел атлетика спортсыһы. Өс тапҡыр рәсәй чемпионы. Йәштәр араһында европа чемпионы (2013). Рәсәй спортының халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы — Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 2015 йылда заняла 1 место на городском этапе Всероссийского конкурса Бөтә Рәсәй «Йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурсының ҡала этабында 1-се урын, ә республика этабында — финалист булды.

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иршат (рус. Иршат) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ