Йәүҙәт (исем)
Йәүҙәт — башҡорт ир-ат исеме. Шулай уҡ башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәүҙәт исеме ғәрәп теленән өҫтөн, юғары тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәрзаманов Йәүҙәт Харис улы; Йәүҙәт Дәрзаман (татар. Җәүдәт Харис улы Дәрзаманов; Җәүдәт Дәрзаман; 13 октябрь 1945 йыл) — татар радиожурналисы, шағир һәм прозаик. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге премия лауреаты (2009).
Ильясов Йәүҙәт Хәсән улы (16 февраль 1929 йыл — 19 июль 1982 йыл) — Үзбәк ССР-ының баш ҡалаһы Ташкентта йәшәп ижад иткән совет яҙыусыһы, прозаик, шағир, тәржемәсе, журналист һәм рәссам.
Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы [2] (12 июнь 1924 йыл — 29 сентябрь 2007 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының штаб начальнигы элемтәсеһе, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).
Ильясов Йәүҙәт Шәүкәт улы (10 февраль 1959 йыл) — башҡорт ғалимы, математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (2000), профессор.
Солтанаев Йәүҙәт Тәлғәт улы (19 июль 1948 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1997). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (2001), атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).
Бикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улы (10 июнь 1952 йыл — 14 май 1996 йыл) — бейеүсе, балетмейстер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).
Ҡонаев Йәүҙәт Сабир улы (рус. Джавдат Сабирович Кунаев; 7 март 1927 йыл) — ғалим-тау инженеры‑геолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1974), профессор (1981). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984) һәм Шоҡан Вәлиханов исемендәге премияһы лауреаты (1971). Сәйәси золом ҡорбаны.
Мәзитов Йәүҙәт Йыһанур улы (8 март 1943 йыл) — «Салаватстрой» тресы төҙөүсеһе, бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы (3 сентябрь 1920 йыл — 18 сентябрь 1999 йыл) — ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1980).
Ғиләжетдинов Йәүҙәт Мәхмүт улы (15 апрель 1930 йыл — 30 август 2011 йыл) — ғалим-философ, социолог, йәмәғәтсе. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1990 йылдан — иҡтисад һәм хеҙмәт социологияһы кафедраһы, 1991 йылдан — социология, 2000—2006 йылдарҙа — ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1998 йылдан — Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының социология бүлеге мөдире, 2004—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Социалогик һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Рәсәй Социаль фәндәр академияһы академигы (1997). Рәсәй социологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе (1992—2006), Рәсәй социология ассоциацияһының республика бүлексәһе (2003—2005) рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1983).
Моратов Йәүҙәт Әхнәф улы (1951—13.02.2021), музыкант-баянсы. 1970 йылдан (өҙөклөктәр менән) хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленың баянсы-концертмейстеры, шул иҫәптән 1994—1995 йылдарҙа музыка етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
Торомтаев Йәүҙәт Мифтах улы (1949), юрист, 2000–2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы прокуроры. Юстицияның III класлы дәүләт советнигы. Рәсәй прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1997).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Исеменең башҡа варианттары — Жәүҙәт; атаһының исеменең башҡа варианттары — Ғүмерҙаҡ улы
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |