Кинйәбулат (исем)
Кинйәбулат (исем) һәм Кинйәбулат мәҡәләләрен берләштерергә! |
Кинйәбулат — башҡорт, фарсы сығанаҡлы ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинйәбулат — «кинйә» (башҡортса төпсөк бала) һәм «булат» (фарсы) һүҙҙәренән яһалған ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинйәбулат Ҡаныҡаев (1788 йыл —?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинйәбулатов Ирек Лотфый улы (15 июль 1938 йыл — 2 июнь 2016 йыл) — башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм публицист, 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Зәйнәб Биишева (2000), Сергей Чекмарёв (2000), Рәми Ғарипов (2001), Фәтих Кәрим (2006), Мәжит Ғафури (2007), Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев (2007) һәм Назар Нәжми (2014) исемендәге премиялар лауреаты. Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы.
Кинйәбулатова Кәтибә Кәрим ҡыҙы (15 сентябрь 1920 йыл — 17 июнь 2012 йыл) — башҡорт балалар шағиры. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (1989). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1991).
Кинйәбулатов Ғәзимулла Ғиҙиәтулла улы (27 июнь 1919 йыл — 23 август 1994 йыл) — публицист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1964 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1986). Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.
Топонимдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинйәбулат (Ишембай районы) (рус. Кинзебулатово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл.
Кинйәбулат (Ейәнсура районы) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинйәбулат нефть ятҡылығы — 1943 йылдың сентябрендә Башҡортостандың Ишембай ҡалаһынан алыҫ түгел ятҡан Кинйәбулат ауылы янында асылған ҙур нефть ятҡылығы. Башҡортостанда нефть сығарыу һәм эшкәртеү сәнәғәтенә һиҙелерлек этәргес биргән ятҡылыҡ.
Кинйәбулат шоссеһы Ишембайҙы Ишембай районы менән берләштерғгән автомобиль юлы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |