Муллағол (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Муллағол — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Муллағол исеме бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муллағол башҡорт һәм ғәрәп мулла+ ғол (ҡол) һүҙҙәре ҡушылып төҙөлгән исем. Уҡымышлы Алла ҡоло тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муллағол Диуана — Сәңкем-Ҡыпсаҡ ырыуынан сыҡҡан сәсән, шағир. Муллағол Диуана Башҡорт ерҙәрендә тыуһа ла, Урта Азияла Төркөстан ҡалаһында йәшәй. Әхмәт Йәсәүи тәриҡәте һәм шиғриәте рухында тәрбиәләнгән. Ғәрәп, фарсы телдәрен яҡшы белгән. Ф. Ғаттар, Ә. Йәсәүи әҫәрҙәрен яттан һөйләр булған. Шиғырҙар, дастандар яҙған, хикмәттәр әйткән.
Мәүлә Ҡолой (ысын исеме — Муллағол) — төрки суфый шағиры. Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани артынан эйәреүсе.
Муллағол Дәүләтҡолов — Зауряд есаул, 32-се йорт. Көйөргәҙе районына кергән ауылдарҙан 1812 йылғы һуғыш ветерандары исемлегенә ингән. Ике көмөш миҙал: «За взятие Парижа 19 марта 1814 года» һәм «В память войны 1812 года» менән бүләкләнгән.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муллағолов Ғизетдин Ғилметдин улы (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[2]. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордены кавалеры, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1943), «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалдары менән бүләкләнгән.
Муллағолов Марат Ғизетдин улы (20 март 1940 йыл — 29 август 2012 йыл) — РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980), БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), тарихсы-этнограф, фольклорсы, телсе, әҙәбиәтсе һәм яҙыусы, оҫта рәссам һәм фотограф, скульптор-дизайнер.
Муллағолов Мирза Ғизетдин улы (20 июнь 1938 йыл) — этнограф. Тарих фәндәре кандидаты (1989). Рәил Кузеев исемендәге премия лауреаты (2009).
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муллағол (рус. Муллагулово; боронғо атамаһы Бүрәш) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |