М. И. Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһы
М. И. Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1993[1] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Магнитогорск |
Рәсми сайт | magkmusic.com/en[1] |
М. И. Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһы (академияһы) — рус. Магнитого́рская госуда́рственная консервато́рия (академия) имени М. И. Гли́нки -- Магнитогорскиҙағы дәүләт бюджет юғары уҡыу йорто. Бөйөк рус композиторы Михаил Иванович Глинка исеме менән аталған. Ҡыҫҡаса атамаһы "М. И. Глинка исемендәге МаДК"
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Магнитогорск консерваторияһы ҡала төҙөлә башлаған осорҙа 1939 йылда Эйдинов Семён Григорьевич тарафынан асылған М.И. Глинка исемендәге Магнитогорск музыка училищеһынан ойошторолған. Уны ойошторошҡан Б. Л. Яворский кеүек ойоштроусылар хеҙмәте менән М.И. Глинка исемендәге Магнитогорск музыка училищеһы Магнитогорск ҡалаһынан ситтә лә танылыу ала һәм 90-сы йылдар башланғанға тиклем эшләп килә.
Александр Николаевич Якупов, уның хеҙмәттәштәре - Наталья Николаевна Веремеенко, Марк Моисеевич Берлянчик һәм бөтә команда ярҙамы менән М.И. Глинка исемендәге Магнитогорск музыка училищеһы М.И. Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт музыка-педагогия институтына үҙгәртелә. [2] . 1996 йылда институт - консерватория статусы , ә бер ни тиклем ваҡыттан һуң академия дәрәжәһе ала.
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Поляков, М. И. (музыка училищеһы директоры, 1939—1941)
- Эйдинов Семен Григорьевич (музыка училищеһы директоры, 1942—1982)
- Якупов Александр Николаевич ( музыка училищеһы директоры, музыка колледжы директоры, музыка-педагогия институты ректоры, консерватория ректоры 1983—2000)
- Веремеенко Наталья Николаевна (консерватория ректоры, 2000 йылдан ).
- Сокольвяк Наталья Леонидовна (консерватория ректоры, 2018 йылдан).
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. И. Магнитогорск Глинка исемендәге дәүләт консерваторияһы - яңы типтағы вуз-комплекс, һөнәри музыкаль белемдең барлыҡ баҫҡыстарын - башланғыс, урта һәм юғары белем биреүҙең өс баҫҡысын, шулай уҡ "Музыка сәнғәте" һөнәре буйынса аспирантура белеме лә бирә. Вокал, дирижерлыҡ, музыкаль- инструменталь башҡарыу оҫталығы буйынса ассистентура-стажировка үтеп булған юғары уҡыу йорто.
Һәр белем кимәле артабанғы белем биреүҙә күсәгилешлелек, өҫтөнлөклө берҙәм маҡсат, килешеүгә ярашлы бурыстар булыуы менән бәйле.
Консерваторияның составына шулай уҡ Хореография училищеһы инә, уға нигеҙ һалынғандан алып 30-ҙан ашыу балет артисы сығарылған. Сығарылыш уҡыусылары илдең күп театрҙарында: Силәбе, Магнитогорск, Мәскәү, Краснодар, Һамар, Екатеринбург, Әстерхан ҡалаларында көтөп алалар.
Уҡыу процесы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Факультеттар:музыка ғилеме-башҡарыу оҫталығы; театр, хореография һәм музыкаль белем биреү факультеты.
Бүлексәләре:сит ил студенттары бүлексәһе; ситтән тороп уҡыу бүлексәһе
Кафедралары:
- махсус фортепиано
- концертмейстер оҫталығы һәм камера ансамбле
- оркестр ҡыллы музыка ҡоралдары
- оркестр тынлы һәм һуҡма инструменттар
- оркестр халыҡ инструменттары
- хор дирижеры
- академик йырлау
- музыка теорияһы һәм тарихы
- фортепиано
- эстрада музыка сәнғәте
- тарих, башҡарыу оҫталығы теорияһы һәм музыкаль педагогика
- актерлыҡ оҫталығы
- хореография сәнғәте
- музыкаль белем биреү
- фәлсәфәүи, гуманитар һәм социаль-иҡтисади дисциплиналар
Диссертация советы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М.И. Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһы (академияһы) ҡарамағында 1998 йылдан сәнғәт фәндәре докторы һәм "Музыка сәнғәте" фәнни белгеслек кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертацияларҙы яҡлау буйынса Берләштерелгән совет эшләп килә.
Совет М.И. Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһы, М.П. Мусоргский исемендәге Урал дәүләт консерваторияһы һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы тарафынан ойошторолған.
Совет Оло Урал һәм Көнбайыш Себер төбәктәрендә музыка сәнғәтенең фәнни-педагогик кадрҙарын әҙерләүҙе оптималләштереү өсөн кәрәкле шарттарҙы тәьмин итеү маҡсатында ойошторолған. Совет фәнни дәрәжәгә дәғүә итеүсенең эштәрен әҙерләү һәм ойоштороу урынына ҡарамай диссертация яҡлауға ҡабул итә.
Уҙған осорҙа (1997-2012) Магнитогорск консерваторияһы ҡарамағында эшләгән советта 87 диссертация, шул иҫәптән 6 докторлыҡ диссертацияһы яҡланған. Уларҙың тематикаһын һигеҙ йүнәлеш буйынса бүлергә мөмкин.
Магнитогорск диссертация советында диссертация яҡлаған дәғүәселәрҙең географияһы киң: Магнитогорскиҙан тыш Өфө, Екатеринбург, Пермь, Һарытау, Ырымбур, Силәбе, Омск, Төмән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Тольятти,Сургут, Сочи, Тула, шулай уҡ сит илдәр - Бөйөк Британия, Вьетнам.
Магнитогорск ҡалаһының музыкаль мәҙәниәт музейы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей фондтарында экспонаттар һаны 6674 берәмек тәшкил итә. 2011 йылда пианист В.П. Галицкий иҫтәлегенә, РСФСР-ҙың халыҡ артисы С.Г. Эйдиновтың 100 йыллығына, пианистка -педагог Н.М. Амнуэлдең 100 йыллығына 3 яңы экспозиция әҙерләнгән.
Музейға йыл һайын 9000 тирәһе кеше килә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Постановление главы администрации Челябинской области № 335 от 15.09.1993 г.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт МаГК 2011 йыл 14 июль архивланған.
- Видеоканал МаГК на YouTube
- МаГК на Facebook
- МаГК в Twitter
- Информационный портал культуры и искусства Южного Урала