Эстәлеккә күсергә

Нияз

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Нияз — башҡорт ир-ат исеме

Нияз — фарсы телендә — бүләк; үтенес; өмөт[1]

Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы (20 август 1933 йыл — 11 октябрь 2015 йыл) — тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (19952002), Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе (20002009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2006) һәм 20062012 йылдарҙа уның вице-президенты. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).

Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы[2] (1 май 1963 йыл) — журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014)[3].

Ниязов Сапарморат Атай улы (төркм. Saparmyrat Ataýewiç Nyýazow, Сапармырат Атаевич Ныязов; тыуғандағы фамилияһы — Аннания́зов; 19 февраль 1940 йыл — 21 декабрь 2006 йыл), Төркмәнбашы (төркм. Türkmenbaşy — «төркмәндәр башлығы»), Серда́р (юлбашсы) һәм Мәңге Бөйөк Сапарморат Төркмәнбашы[4] — СССР һәм Төркмәнстандың партия, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 1985 йылдан 2006 йылғаса Төркмәнстан етәксеһе (19851991 йылдарҙа — Төркмәнстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары, 19902006 йылдарҙа — Төркмәнстан президенты; 1999 йылдан — ғүмеренең ахырынаса президент). 19901991 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы. Ниязов идара иткән осорҙа илдә уның шәхси диктатор власы, шулай уҡ масштаблы шәхес культы урынлаштырыла[5], тик уның вафатынан һуң ғына улар бөтөрөлә.

Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы (12 февраль 1884 йыл18 апрель 1920 йыл) — драматург, мәғариф хеҙмәткәре. Милләте — башҡорт.

Шәкен Оңласынулы Ниязбеков (1938 йылдың 12 октябре, Жамбыл, Ҡаҙаҡ ССР-ы — 2014 йылдың 16 авгусы, Алматы, Ҡаҙағстан; ҡаҙ. Шәкен Оңласынұлы Ниязбеков) — ҡаҙаҡ рәссамы, хәҙерге заман Ҡаҙағстан флагы авторы. Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. Рәсәй дәүләт китапханаһында теркәлгән китабы буйынса
  3. Нияз Алсынбаев
  4. Атаева М., Мурадов А., Оразов Р., Курбанов Б. Человек — вечность. Gundogar.org. Дата обращения: 20 декабрь 2012. Архивировано 25 декабрь 2012 года.
  5. Бабаев О. Народ, Родина, Туркменбаши. Эркин Туркменистан (erkin.net) (29 ноябрь 2008). Дата обращения: 20 декабрь 2012. Архивировано 25 декабрь 2012 года. 2013 йыл 26 октябрь архивланған.