Эстәлеккә күсергә

Ниҡаб

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ниҡаблы ҡатын-ҡыҙ, Йәмән

Ниҡаб (ғәр. نقاب‎; рус. Ника́б) — ҡарар өсөн уйымдар ғына ҡалдырып тегелгән традицион баш кейеме. Ҡағиҙә булараҡ, ҡара төҫтәге туҡыманан эшләнә.

Нәждтә исламға тиклемге осорҙа ҡулланылған, әммә хәҙерге заманда уны мосолман ҡатын-ҡыҙҙары иң яҡшы хижәп тип иҫәпләп кейә. Шул уҡ ваҡытта ислам теологтары ижмәһе ҡатын-ҡыҙҙарға йөҙөн йәшерергә кәрәкмәй тип иҫәпләй, һәм күпселек мосолман ҡатын-ҡыҙҙары башҡа типтағы баш кейемдәренә өҫтөнлөк бирә.

Ниҡабты башҡа мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейемдәренән, мәҫәлән, Урта Азияла һәм Афғанстанда киң таралған пәрәнжәләрҙән айырырға кәрәк.

Йөҙҙө йәшергән кейем кейеү төрлө сәбәптәр буйынса ҡулланыла, улар араһында урындағы йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр, битте ҡомдан, саңдан, яндырғыс ҡояш нурҙарынан яҡлау ҙа бар.

Исламда никабтың урыны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай тип әйтә:

« Әй, Пәйғәмбәр! Ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм бар­са мөьминәләргә әйт, (йомош менән урамға сыҡҡанда) өҫ кейемдәрен яҡшылап бөркәнһендәр. Был — (уларҙың затлы нәҫел ҡатыны икәнен) таныһындар һәм рәнйетмәһендәр өсөн бик тә ҡулай эш. Аллаһ — Ярлыҡаусы һәм миһырбан Эйәһе.
»

Имам әт-Табари Пәйғәмбәрҙең ﷺ сәхәбә Ибн Ғәббәстән (Аллаһ унан риза булһын) ышаныслы бәйән итеүселәр рәтенә килтереп риүәйәт итә, ул был аяттың тәфсирендә: «Аллаһ мөьминдәрҙең ҡатындарына өйҙәренән сыҡҡан сағында, жилбәбтәрҙе баштарына япма һалмауҙарын һәм тик бер күҙе асыуын әмер итте»[1].

Беҙгә Ғәйшә әсәйебеҙ радыйаллаһү ғәнһәнән хәҙис килде, унда ул былай тип әйтә: «Мөһәжирҙәр ҡатындарға Аллаһ рәхмәте булһын. Аллаһтан уларға аят килгәндән һуң: "һәм улар, япмалары менән, күкрәктәрендәге яраларын ҡаплаһын[2]», — тип, өҫ кейемдәрен йыртып, йөҙҙәрен ҡапланылар[3].

Шулай уҡ Аллаһ Изге Яҙмала әйтте:

« Берәй нәмә кәрәк булған саҡта, шаршау аша Пәйғәмбәрҙең ҡатындарынан һорап алығыҙ. Был һәм һеҙҙең өсөн, һәм дә уларҙың күңел сафлығы өсөн шулай кәрәк.
»

Шәйех Ғәбдүррахмән әс-Сәғди был аятҡа тәфсир биргәндә, сит ирҙәргә Пәйғәмбәрҙең, уға икһеҙ-сикһеҙ салауат һәм сәләм булһын, ҡатындарының йөҙөнә ҡарау тыйыла, тип әйткән[4].

Шәфиғи һәм хәнбәли мәҙһәбтәре буйынса ҡатын-ҡыҙ мәхрәм түгел ир-егеттәр алдында йөҙөн ҡапларға тейеш. Хәнәфи һәм мәлики мәҙһәбтәренә ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн мәхрәм түгел ирҙәр алдында йөҙҙәрен ҡаплау яҡшы (сөннәт) (әммә әгәр фетнә тыуҙырыу ҡурҡынысы булһа, йөҙөн ҡаплау фарызға әйләнә).

Донъяуи властар мөнәсәбәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1928 йылда Афғанстан короле Аманулла чадра йөрөтөүҙе бөтөрөү тураһында указ сығара .
  • 2010 йылдың 14 сентябрендә Франция Сенаты оҙайлы дебаттарҙан һуң пәрәнжәләр, хижәп һәм ниҡаб кейеүҙе тыйыу тураһындағы законды хуплай . 2014 йылда кеше хоҡуҡтары буйынса Европа суды, был закон Европа конвенцияһын боҙмай, тип ҡарар сығара.
  • Франциянан һуң бындай закон Италияла ҡабул итергә маташалар[5].
  • «Йөҙҙөң күп өлөшөн ҡаплаған теләһә ниндәй кейем кейеүҙе» тыйған Закон 2011 йылдың 28 апрелендә Бельгияла ҡабул ителә. Закон боҙоусыларға −137 евроға тиклем штраф, ә рецидивистарға төрмә аҙналығы янай.
  • 2013 йылдың сентябрендә Тичино кантоны халҡы Швейцарияла беренсе булып пәрәнжә һәм ниҡаб кейеүҙе тыйыу өсөн тауыш биреү үткәрелә. Кантон референдумында ҡатнашыусыларҙың 65 проценты ошо тыйыу файҙаһына тауыш бирә.
  • 2015 йылда Конго Республикаһында йәмәғәт урындарында пәрәнжә һәм ниҡаб кейеү тыйыла.

Йәһүдилектә ниҡаб

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге заманда Израилдә бәләкәй генә маргиналь ультра -ортодоксаль ҡатын-ҡыҙҙары төркөмө ниҡаб кейеп йөрөй. Был традицияның бер ниндәй тарихи тамырҙары юҡ һәм йәһүд дине тәғлимәттәре ҡарарҙарына нигеҙләнмәгән, ә «цниут» (баҫалҡылыҡ — צניעות) принцибына таяныу сағылышы булып тора . Был төркөмдөң вәкилдәре Иерусалимда һәм уның ультра-ородокстар йәшәгән ҡала яны биҫтәләре (Бейт-Шемеш, Тель-Монд һ. б.) осрай. Ниҡаб йөрөтөү ғәҙәте донъяуи халыҡта ла, ультраортодоксаль раввиндар яғынан да етди тәнҡиткә дусар була . Йәмән йәһүдтәренең ҡатын-ҡыҙҙары Израилгә репатриацияланғанға тиклем ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙары кеүек үк ниҡаб кейеп йөрөгән.

  1. Имам Әл-Бохари, Ибн Әби Хәтим һәм башҡалар таянып яҙған Әли ибн Әби Талханың «Тәфсир»ен ҡарағыҙ. ҡарағыҙ. Ибн Хәджәрҙең «Үджәб фи бәйән әл-асбаб»ын ҡарағыҙ, 1/207. Шулай уҡ хафиз Ибн Кәҫирҙең «Тәфсир әл-Ҡөрьән әл-Әҙым»ды, 33/59.
  2. Ҡөрьән Кәрим 24 сүрәһенең 31 аяты.
  3. Был сәхих хәҙисте имам әл-Бохари тапшырған (6871-се хәҙис). Ҡарағыҙ: Ибн Хәжәрҙең "Фәтхүл-Бари", 8/490.
  4. Ҡар. «Әс-Сәғәди тәфсире», 33/53.
  5. Вслед за Францией в Италии хотят принять закон о наказании за ношение никаба(недоступная ссылка) // Ислам.ру, 21.09.2009
урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә