Осипов Валентин Маркович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Осипов Валентин Маркович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 август 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Витебск, РСФСР
Вафат булған көнө 8 ғинуар 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Первомайск[d], Николаев өлкәһе, Украина
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Военная академия РВСН имени Петра Великого[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» II степени «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы орден Богдана Хмельницкого медаль «Защитнику Отчизны» юбилейная медаль «60 лет освобождения Украины от фашистских захватчиков» Ватан һуғышы ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» медаль «За безупречную службу» орден Богдана Хмельницкого III степени

Осипов Валентин Маркович (укр. Осіпов Валентин Маркович; 25 август 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}), Витебск8 ғинуар 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (84 йәш), Первомайск[d], Николаев өлкәһе) — совет хәрби эшмәкәре, гвардия генерал-майоры (1963).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Осипов Валентин Маркович 1922 йылдың 25 авгусында РСФСР-ҙың Витебск губернаһы Витебск өйәҙе Витебск ҡалаһында тыуған, хәҙер ҡала Беларусь Республикаһының Витебск өлкәһенең административ үҙәге булып тора[1]. Урыҫ.

Бала сағында ата-әсәһе менән бергә Мәскәүгә күсенәләр.

8-се класты тамамлағандан һуң Мәскәү артиллерия махсус мәктәбенә, ә унан Рязань артиллерия училищеһына уҡырға инә.

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Училищены тамамлағандан һуң, 1942 йылдың апрелендә Калинин фронтына ебәрелә 1942 йылдың 22 майында 29-сы армияның 833-сө айырым разведка артиллерия батальонының оптик разведка взводы командиры итеп тәғәйенләнә.

1944 йылдан — 3-сө Беларусь фронтында 5-се артиллерия корпусының разведка бүлеге начальнигы ярҙамсыһы. Ржев, Орёл, Вильнюс, Каунасты азат итеүҙә ҡатнаша. Көнигсбергты штурмлауҙа ҡатнаша. Капитан Осипов Еңеү көнөн Курляндиияла ҡаршылай.

1944 йәки 1945 йылда ВКП(б) сафына инә, 1952 йылда КПСС тип үҙгәртелә.

1945 йылдың йәйендә корпус составында Монголияға ебәрелә. Хинган артылышы аша Маньчжурияға үтә. Хәрби юлын Порт-Артурҙа тамамлай. 40-сы гвардия танк дивизияһы менән командалыҡ итә.

Һуғыштан һуңғы хеҙмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1950 йылда Ф. Э. Дзержинский исемендәге Артиллерия инженер академияһына уҡырға ебәрелә. 1953 йылда Хәрби артиллерия команда академияһына күсерелә[2]. 1955 йылда Академияны тамамлағандан һуң Балтик буйы хәрби округының артиллерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә.

1960 йылда Суворов һәм Кутузов орденлы Смоленск 4-се гвардия пушка артиллерияһы дивизияһы командующийы урынбаҫары була. Дивизия базаһында 205-се ракета бригадаһы ойошторола. 1960 йылдың майынан 1961 йылдың 10 мартына тиклем — 205-се ракета бригадаһы командиры (Ҡурған өлкәһе Шадринск ҡалаһы). Бригада 18-се ракета дивизияһы итеп үҙгәртелә. 1961 йылдың 10 мартынан 1962 йылдың октябренә тиклем — Смоленск Суворов һәм Кутузов орденлы 18-се гвардия ракета дивизияһы командиры (Ҡурған өлкәһе Шадринск ҡалаһы).

1962 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында 18-се ракета дивизияһы оператив маскировка маҡсатында 43-сө ракета дивизияһының (Ромны ҡалаһы, Сумы өлкәһе, Украина ССР-ы) позицион районына күсерелә, ул 51-се номер аҫтында Кубаға китә. Хәрби традицияларҙы һаҡлау маҡсатында 43-сө ракета дивизияһына 18-се дивизия наградалары һәм титулдары тапшырыла. 1962 йылдың 8 октябренән 1965 йылдың авгусына тиклем — Смоленск Суворов һәм Кутузов орденлы 43-сө гвардия ракетаһы дивизияһы командующийы (Сумы өлкәһе).

1963 йылдың 22 февралендә генерал-майор хәрби званиеһы бирелә.

1965 йылдың 9 майында 9-сы айырым ракета корпусы командирының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә (Хабаровск). 1970 йылдың июнендә 31-се ракета армияһының штаб начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә (Ырымбур), 1972 йылдың июненән — 80-се ракета ғәскәрҙәре уҡыу үҙәгенең начальнигы (Котовск).

Запаста[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1979 йылдың июнь айында йәше буйынса СССР ҡораллы көстәренән китә.

«Спецэлеватормукамонтаж» тресының Одесса төҙөлөш-монтажлау идаралығында өлкән инженер булып эшләй .

Ғаилә хәлдәре буйынса ғаиләһе Николаев өлкәһенең Первомайск ҡалаһына күсә. .

Осипов Валентин Маркович 2007 йылдың 8 ғинуарында вафат була. Украинаның Николаев өлкәһе Первомайск ҡалаһының Каменномостовская урамындағы зыяратта ерләнгән, хәҙер ҡала шул уҡ өлкәнең Первомайский районы составына инә.

Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

КПСС ағзаһы. КПСС-тың XXII съезы делегаты итеп һайлана (1961). Ҡурған КПСС өлкә комитеты бюроһы ағзаһы була.

Төрлө кимәлдә күп тапҡыр депутат итеп һайлана.

Оҙаҡ ваҡыт Первомайск ҡалаһы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары ойошмаһын етәкләй, аҙаҡ уның почетлы рәйесе була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны Эмма Александровна (?-1999)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Горохов П. «Наш бойовий генерал» // газета «Вісник Первомайська» № 34 (137), 27.04.2005 р.
  • Они были первыми. Военно-научный исторический труд (Под общ.ред. В. П. Ососкова) — М., «Эко-Пресс» 2014, стр.137

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Лица Зауралья. Лица Зауралья.(недоступная ссылка)
  2. КТО ЕСТЬ КТО В РВСН. Генерал-майор ОСИПОВ Валентин Маркович.
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Список почетных граждан города Первомайска.