Васильев Павел Ефимович
Васильев Павел Ефимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 14 ғинуар 1909 или 14 (27) ғинуар 1909[1] |
Тыуған урыны | Ерекле ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[2] |
Вафат булған көнө | 29 июль 1978[1] (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Өфө |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы[2] һәм Совет-япон һуғышы[d][2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Васильев Павел Ефимович (14 ғинуар 1909 йыл — 29 июль 1978 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашҡан яугир, инженер-сапер батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, капитан. Артабан партия һәм хужалыҡ эшмәкәре: хеҙмәтсәндәр депутаттарының Бишбүләк район Советы башҡарма комитеты рәйесе, КПСС-тың Бишбүләк район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1945). Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павел Ефимович Васильев 1909 йылдың 14 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Сиҙәк‑Васильевка ауылында[3] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — сыуаш. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1931 йылда Өфө педагогия техникумын тамамлай. Төрлө партия вазифаларында эшләй.
1941 йылдың июнендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.
1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнаша.
1945 йылдың 14 авгусында япондарҙың нығытылған Фуцзинь районын йырып сыҡҡанда Васильев 5 дотты штурмлауға әҙерләү менән етәкселек итә. Иң көслө доттың шартлауынан һуң Павел Ефимович тәүгеләрҙән булып бәйләнеш юлына үтеп инә һәм автоматтан 4 япон һалдатын юҡ итә һәм береһен әсирлеккә ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 сентябре указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм япон милитаристарына ҡаршы яуҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Васильев Павел Ефимовичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7769) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].
Капитан П. Е. Васильев 1947 йылдың ғинуарында запасҡа сыға. Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Бишбүләк район Советы башҡарма комитеты рәйесе, артабан КПСС-тың Бишбүләк район комитетының беренсе секретары булып эшләй. Башҡорт АССР-ының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы[5] һәм Бишбүләк район Советы депутаты итеп һайлана.
1978 йылдың 29 июлендә вафат була, Башҡортостандың баш ҡалаһы — Өфөлә ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1945)
- Алтын Йондоҙ миҙалы (08.09.1945)
- Ленин ордены
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943)[6]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (30.11.1943)[7]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (23.05.1943)[8]
- миҙалдар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Ерекле ауылы
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 8, л. 284, 285)
- ↑ http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/2-statya/9435-vasilev-pavel-efimovich 2016 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3450, л. 1, 2)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1618, л. 2, 67, 68)
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 576, л. 3, 41, 42)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Васильев Павел Ефимович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2019)
- Васильев Павел Ефимович . «Герои страны» сайты.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь. Том 1. М.: Воениз., 1987.
- Ашик М. В. Этергомский десант. С.-П. 2000.
- Память солдатского сердца. Выпуск 2. Чебоксары, 1980.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 1. Уфа, 1965.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бишбүләк районында тыуғандар
- 14 ғинуарҙа тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- 27 ғинуарҙа тыуғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- 29 июлдә вафат булғандар
- 1978 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфөлә ерләнгәндәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 3-сө саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 4-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Бөйөк Ватан һуғышы сапёрҙары
- КПСС ағзалары