Павлова Анна Павловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Павлова Анна Павловна
рус. Анна Павловна (Матвеевна) Павлова
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 12 февраль 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2][3] или 1882
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург[4]
Вафат булған көнө 23 ғинуар 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[4][2][…]
Вафат булған урыны Нидерландтар, Гаага[d][4]
Үлем сәбәбе Пневмония
Ерләнгән урыны Лондон
Һөнәр төрө балет артисы, хореограф, Танцовщица
Уҡыу йорто А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы[d]
Commons-logo.svg Павлова Анна Павловна Викимилектә

А́нна Па́вловна (Матве́евна) Па́влова (31 ғинуар [12 февраль1881 — Ҡалып:Дс) — Рәсәй балет артискаһы, Мария театрының прима-балеринаһы (1906—1913), XX быуат иң бөйөк балериналарының береһе. Беренсе донъя һуғышы башланғас, Бөйөк Британияға күсенә. Үҙ труппаһы менән бөтә донъя буйлап 40-тан ашыу илдә гастролдә була, ҡайһы берҙәрендә балет сәнғәте менән тәүге таныштырыусы тип атайҙар . Анна Павлова гастролдәре бөтә донъяла рус балетының данын арттыра. Балерина башҡарған «Үлеп барған аҡҡош» хореографик миниатюра- монологы («Умирающий лебедь») рус балет мәктәбенең юғары эталондарының береһенә әүрелә .

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валентин Серов. Сильфида Анны Павловой как визитная карточка Русского балета Дягилева 1909 года

Анна Павлова Петербургта 1881 йылдың 31 ғинуарында (12 февралдә) тыуған, докeменттары буйынса уның атаһы- Матвей Павлович Павлов[6], хәрби хеҙмәтен тамамлаған ҡараим милләтле һалдат, әсәһе- Любовь Фёдоровна Павлова. Анна «Павловна»- артистар араһында ҡулланылған псевдоним. Мәҫәлән,Фокин 1924 йылда артискаға яҙған хатында уны Анна Павловна[7] тип атай.

Павловтар ғаиләһе Санкт-Петербург янындағы Лигово ҡасабаһында йәшәй. Бәләкәй Анна «Йоҡоға талған һылыу» балетын күргәндән һуң балерина булырға хыяллана башлай.

Ун йәштә ул Император театр училищеһына уҡырға инә. А.Павлова педагогтары- А. А. Облаков, Е. О. Вазем һәм П. А. Гердт. 1899 йылда Мария театрына ҡабул ителә[8].

Уҡыған дәүерҙә лә,һуңыраҡ, театрҙа эшләй башлағас та, уны Павлова 2-се тип йөрөтәләр, сөнки унан олораҡ Павлова фамилиялы артистка ла була. Мариус Петипа 1902—1904 йылдарҙа Павлова 2-се Е. П. Соколованың һәләтте үҫтереү класында шөғөлләнеп, юғары уңыштарға өлгәште, тип яҙа [9].[10]. Павлова балеттарҙағы күренештәрҙе өйрәнер өсөн Петипа менән дә шөғөлләнә[11], «Жизель балетында төп ролде башҡарғанда[12][13] , „Корсар“ҙы әҙерләгәндә балетмейстер менән йыш кәңәшләшә[14].

Павловаға кордебалетта бейергә тура килмәй, уға баштан уҡ классик балеттарҙа бик яуаплы партияларҙы ышанып тапшыралар. Император театрҙары сәхнәһендә уның тәүге сығышы 1899 йылдың 19 сентябрендә була („Тщетная предосторожность“, Стася Белинская һәм Георгий Кякшт менән па-де-труа)[15]. Бынан һуң Зюльма („Жизель“), Диана („ Кандавл батша“), па-де-труа — Вариация Снега („Камарго“), Фея Кандид („Йоҡоға талған һылыу“) ролдәрендә сығыш яһап, тамашасының һөйөүен яулай .

Михаил Фокин менән тәүге сығышы 1899 йылдың 29 декабрендә бик уңышлы үтә („Марко Бомба“ балеты).

Киләһе сезондарҙа А.Павлова бик күп яуаплы спектаклдәрҙә ҡатмарлы партиялар башҡара .

1906 йылда Павлова балерина исемен ала. Был осорҙа М. И. Петипа уны М.Кшесинская, О.Преображенская, Т.Карсавиналар менән бер рәттән иң яҡшы балериналарҙың береһе тип атай.[16].

Михаил Фокин менән хеҙмәттәшлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анна Павлова в миниатюре „Лебедь“, поставленной для неё Михаилом Фокиным

Театр училищеһында буласаҡ мәшһүр артист һәм хореограф Михаил Фокин Павлованан бер курс алдараҡ уҡый. Ҡайһы бер ваҡыт улар сәхнәлә бергә сығыш яһай.

1907 йылдың 22 ғинуарында Мария театрының хәйриә кисәһендә Анна Павлова М.Фокиндың уның өсөн ҡуйған „Аҡҡош“ хореография миниатюраһын тәү тапҡыр бейей(бер нисә йылдан уны „Үлеп барған аҡҡош“ тип атайҙар)[17], был бейеү XX быуат рус балетының символдарының береһенә әйләнә[8]. В. М. Красовская тәүге рецензияларҙан ошондай өҙөк килтерә: «Әгәр сәхнәлә балерина иң зиннәтле ҡоштарҙың хәрәкәтен ҡабатлай алһа, был эшләнде: һеҙҙең алда- аҡҡош"[17].

1909 йылда Фокин « Дафнис менән Хлоя» балетында Хлоя ролен Павлова бейер тип өмөтләнә, ләкин был спектакль күрһәтелмәй ҡала [18]. 1913 йылда Берлинда Дягилевтан киткәс, Анна Павлова труппаһы өсөн Михаил Фокин ике балет һала: «Прелюды» (Ференц Лист симфоник поэмаһы буйынса)[19], «Семь дочерей горного короля» (Александр Спендиаров музыкаһы)[20][21]. Павлова Фокиндың бик күп әҫәрҙәренең премьераһында ҡатнаша [22].

Дягилевтың Рус сезондары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дягилев башта Парижға рус операһын күрһәтә, ләкин балетты Европала аңлап бөтмәҫтәр тигән уйҙа була. Тап Анна Павлова уны Европаға рус балетын күрһәтергә өгөтләгән, тигән фекер бар.1909 йылдың 19 майында Павлова Сергей Дягилев тың Париждағы "Рус сезондары"нда ҡуйылған «Армида павильоны» спектаклендә Армида партияһын башҡара[23][24], 2 июндә «Сильфида» һәм "Клеопатра"ның Париж премьераһында ("Мысыр төндәре"нең икенсе редакцияһы)[24] бейей. Дягилевтың Париждағы Рус сезондарында ҡатнашыу актрисаға донъя кимәлендә дан килтерә [8]. Метрополитен-опера (Нью-Йорк) директоры Отто Кан[en] уның менән бер айға контракт төҙөй[25]. Бөйөк рәссам Валентин Серов яҙған афишалағы Павлова «Рус сезондары» эмблемаларының береһе була .

Париждағы тәүге Рус сезонынан һуң А. П. Павлова, М. М. Фокин, В.Ф. Нижинский һәм С. Л. Григорьев менән бергә Францияның сәнғәт һәм мәғрифәт эшмәкәрҙәре өсөн булдырылған Академик пальма ордены менән бүләкләнә[26].

Бер аҙҙан Павлова Дягилев труппаһынан китә, ләкин 1911 йылдың октябрендә Рус балетының Лондондағы гастролендә «Жизель» балетында төп партияны башҡарырға риза була. С. Л. Григорьев Павлова менән Нижинский үҙ партияларын бик оҫта башҡарып, Рус балетына ҙур уңыш килтергәнен билдәләй һәм: « Был ике оҫта бейеүсенең сәнғәте арҡаһында „Жизель“ беҙҙең репертуарҙа ныҡлы урын алды»[27], тип яҙа.

Гастролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1907 йылда Анна Павлова Адольф Больм менән бергә 20 артистан торған сит илгә гастролдәр өсөн төркөм ойоштора. Европа ҡалалары буйлап тәүге гастролдәр 1908 йылдың яҙында үтә. Больм Павлованың партнеры була. Репертуарға «Жизель», «Пахита», «Тылсымлы флейта», «Кавалерия ялы» балеты , «Аҡҡош күле»нән икенсе акт һәм дивертисмент[28] инә . Башҡа йылдарҙа Павлова төрлө партнерҙар менән сығыш яһай. Михаил Мордкин менән бейегән «Вакханалия» бейеүе ( «Йыл миҙгелдәре» балеты, композиторы А.Глазунов) [29] бөтә донъяға билдәле була. Үҙ труппаһы менән Павлова донъяның бик күп илдәрендә сығыш яһай, төркөмгә бик күп эшләргә тура килә. 1909 йылдан башлап, Павлова Фокиндың Аҡҡошо тәҫьирендә лирик миниатюралар ижад итә башлай. Гастролдәр ваҡытында балерина үҙ жанрын булдыра- уны Ю. Д. Беляев «хореографик мелодекламация» тип атай[30] («Сиңерткә» - композиторы Крейслер, «Күбәләк» - Дриго, «Төн», «Калифорния мәге». 1910- сы йылдарҙа тыуған иленә ҡайтыуы инде «Рәсәй гастролдәре» тип иҫәпләнә. Мария театрында балеринаның һуңғы сығышы 1913 йылда була, ә Рәсәйҙә ул 1914 йылда һуңғы тапҡыр бейей: Беренсе донъя һуғышы башланғас, ул Англияла ҡалырға ҡарар итә һәм башҡаса Рәсәйгә ҡайтмай.

1921—1925 йылдарҙа Анна Павлова АҠШ – та продюсер Соломон Юрок саҡырыуы буйынса сығыш яһай . 1921 йылда Анна Павлова Һиндостанда Дели, Бомбей һәм Калькутта тамашасыларының һөйөүен яулай[31]. Үҙе иҫән саҡта уҡ Павлова исеме легендаға әүрелә [8]. Ҡайһы бер ил тамашасылары балетты тәү тапҡыр Павлова труппаһы башҡарыуында күреп, һоҡлана.

Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Крематорий Голдерс-Грин. Урна с прахом А. Павловой.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Анна Матвеевна тыуған иленә ҡайтырға теләй,тик был теләге тормошҡа ашмай ҡала.

Гаага ла гастроль ваҡытында Павлова яғылмаған залда репетиция ваҡытында һалҡын тейҙереп, пневмония (эренле плеврит) сиренән 1931 йылдың 23 ғинуарында вафат була. Биографтары әйтеүенсә, актрисаның һуңғы һүҙе: «Минең аҡҡош кейемен әҙерләгеҙ!». Анна Павлованың урнаһы Голдерс-Грин крематорийы колумбарийында (Лондон) һаҡлана. Анна Павлова тураһында бик күп иҫтәлектәр һаҡлана. Белгестәр фекеренсә, балерина бик күркәм холоҡло, итәғәтле кеше була. Бейеүе башҡаларҙан нәзәҡәтлелеге, йомшаҡлығы, романтик хискә бай булыуы менән айырыла. Ул артыҡ өйөрөлөүҙәр менән мауыҡмай, һикергәндә ул бик бейек һикермәй, ләкин һауала мамыҡ өйөрөлгән кеүек тәьҫир ҡалдыра [34] sfn|Светлов|1906|loc=|с=313—314}} [35] [36].

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анна Павловаға хөрмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анна Павлова, 1912 год
А. Павлова в костюме для танца панадерос из балета «Раймонда», Берлин, 1908—1909 годы
  • Австралия һәм Яңы Зеландияла Анна Павлова менән һоҡланған халыҡ Павлова исемен байрам тортына бирә
  • Гаптофит һыу аҫты үҫемлектәренең Pavlovophyceae бер төркөмө Анна Павлова исемен йөрөтә.
  • Нидерландтағы KLM Royal Dutch Airlines аэрокомпанияһының бер MD-11 самолеты- «Анна Павлова» (регистрация номеры- PH-KCH) .
  • Венерала уның хөрмәтенә тигеҙлектә бер урын аталған .
  • Лондондағы "Пэлас-театр[en]"ында ике урынға билет әле лә һатылмай: улар Анна Павлова менән актёр Айвор Новелло өсөн ҡалдырыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #118641557 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. SNAC — 2010.
  4. 4,0 4,1 4,2 Павлова Анна Павловна // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Encyclopædia Britannica
  6. Красовская, 1972, А. П. Павлова, с. 229
  7. Фокин, 1981, А. П. Павловой [12 мая 1924], с. 384—385
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Красовская, 1981
  9. Петипа, 1971, Мемуары, с. 59
  10. Петипа, 1971, Дневники 1903—1905 годов. 1903. 23 апреля, с. 76
  11. Петипа, 1971, Из интервью в связи с 60-летием творческой деятельности, с. 125
  12. Петипа, 1971, Дневники 1903—1905 годов. 1903. 28 апреля, с. 76
  13. Петипа, 1971, Дневники 1903—1905 годов. 1904. 1 ноября, с. 100
  14. Петипа, 1971, Дневники 1903—1905 годов. 1904. 27 ноября, с. 102
  15. Красовская, 1972, Пора дебютов, с. 231
  16. Петипа, 1971, Из интервью в связи с 60-летием творческой деятельности, с. 126
  17. 17,0 17,1 Красовская, 1999, с. 8—9
  18. Фокин, 1981, Добровольская Г. Н. Комментарий к с. 225, с. 438
  19. Фокин, 1981, С. В. Бомонту, II. 2 января 1925, с. 390
  20. Фокин, 1981, С. В. Бомонту, II. 2 января 1925, с. 393
  21. Фокин, 1981, [XI]. «Золотой петушок», с. 173—174
  22. Фокин, 1981, Добровольская Г. Н. Список постановок М. М. Фокина, с. 463—464
  23. Григорьев, 1993, Глава первая. 1909, с. 30—31
  24. 24,0 24,1 Фокин, 1981, Добровольская Г. Н. Комментарий к с. 124, с. 431
  25. Barbara Barker Pavlova, Anna (Pavlovna) // The Encyclopedia of New York City / Kenneth T. Jackson, Lisa Keller, Nancy Flood — 2. — Yale University Press, 2010. — P. 984. — 1584 p. — ISBN 0300182570.
  26. 26,0 26,1 Петипа, 1971, Нехендзи А. Н. Примечание 136
  27. Григорьев, 1993, Глава третья. 1911, с. 60—61
  28. Красовская, 1972, Годы странствий, с. 267
  29. Лопухов, 1966, Московские балерины и танцовщики, с. 154
  30. Красовская, 1972, Годы странствий, с. 269
  31. «Синтез искусств. Зрелищные искусства индии» М. П. Котова
  32. 32,0 32,1 32,2 Красовская, 1999, с. 105
  33. Anna Pavlova in Australia: 1926, 1929 Tours. National Library of Australia. 17 апрель 2017 тикшерелгән.
  34. Светлов, 1906, с. 310
  35. Петипа, 1971, Карсавина Т. Романтика и волшебство танца, с. 312
  36. Лопухов, 1966, Балерины и танцовщицы дней моей юности, с. 111

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]