Эстәлеккә күсергә

Пятс Константин Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пятс Константин Яковлевич
эст. Konstantin Päts
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Эстония
Тыуған көнө 22 февраль 1874({{padleft:1874|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[3]
Тыуған урыны Тахкуранна[d], Перновский уезд[d], Лифлянд губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 ғинуар 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2][4][1][…] (81 йәш)
Вафат булған урыны Бурашево[d], Калининский район[d], Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР
Тверь, РСФСР, СССР[5]
Ерләнгән урыны Лесное кладбище[d]
Балалары Viktor Päts[d]
Место содержания под стражей Кресты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, журналист, адвокат, юрист
Эшмәкәрлек төрө Сәйәсәт[5], Хоҡуҡ[5], страховая отрасль[d][5], банковское дело[d][5] һәм публицистика[d][5]
Биләгән вазифаһы Эстония президенты[d], министр внутренних дел Эстонии[d], государственный старейшина Эстонии[d], государственный старейшина Эстонии[d], государственный старейшина Эстонии[d], государственный старейшина Эстонии[d], государственный старейшина Эстонии[d], Prime Minister in duties of the State Elder[d], Президент-Регент[d], премьер-министр Эстонии[d][6] һәм председатель Рийгикогу[d][7]
Уҡыу йорто Император Дерпт университеты
Әүҙемлек урыны Таллин[2], Өфө[2] һәм Рәсәй[5]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Объединение аграриев[d]
Ойошма ағзаһы Эстонская академия наук[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре digiporta.net/index.php?…
 Пятс Константин Яковлевич Викимилектә

Константин Пятс (эст. Konstantin Päts, рус. Константин Яковлевич Пятс[8]; 11 [23] февраль 1874, — 18 ғинуар 1956 йыл) — Эстонияның беренсе президенты.

Константин Пятс 1874 йылдың 11 (23) февралендә Лифляндия Губернаһында православие динендәге эстон, ер биләүсе Якоб Пятс (1848—1909) ғаиләлә икенсе бала булып тыуа. Әсәһе — Ольга Туманова — милләте буйынса рус, Валга ҡалаһы башлығы Разумовский ғаиләһенә ҡыҙлыҡҡа алынған.

Константин Пятс 1898 йылда Император Юрий университетының (хәҙерге Тарту университеты), юридик факультетын тамамлаған шунан һуң ирекле хеҙмәт хоҡуғында хәрби хеҙмәт үтә. Унтер-офицер була, 1900 йылдың 15 ғинуарында прапорщик дәрәжәһендә запасҡа сығарыла.

Армиянан һуң Ревелдә Иван Посканың адвокат ярҙамсыһы булып эшләй. 1901 йылда «Teataja» («Вестник») демократик гәзитен сығара башлай, һуңынан Ревель муниципалитетында эшләй (1904—1905 йылдарҙа — ҡала советнигы, 1905 йылда — ҡала башы урынбаҫары).

1905 йылғы революцияла ҡатнаша, 1906 йылдан — Швейцарияға эмиграциялана. 1905 йылда урындағы «Известия» гәзитендә Петербург эшселәр советы депутаттарының өндәмәһен баҫтырғаны өсөн үлем язаһына хөкөм ителә[9]. 1909 йылда, хөкөм ҡарары юҡҡа сығарылғандан һуң, Рәсәйгә кире ҡайта һәм бер йылға иркенән мәхрүм ителә. 1911—1916 йылдарҙа — «Таллин театая» гәзите мөхәррире. 1916 йылда хәрби хеҙмәткә алына, Император Бөйөк Петрҙың Диңгеҙ ҡәлғәһе штабында юрисконсульт хеҙмәтен башҡара.

Рәсәйҙәге 1917 йылғы революцияға тиклем, революционер булараҡ, Питер төрмәләрендә ултырып сыға.

Молғаныш ваҡытында Пятс Эстонияның ҡотҡарыу комитетында эшләй. 1918 йылдың 24 февралендә "ҡыҙыл"дар Таллиндан сыҡҡас, ә немецтар инеп өлгөрмәгәндә Пятс Эстонии Ваҡытлы хөкүмәтенең премьер-министры итеп тәғәйенләнә, илдең бойондороҡһоҙлоғо тураһында манифест уҡып ишеттерә. Бөгөн был дата — илдә мөһим дәүләт байрамы[9]. 25 февралдә таллинға Германия армияһы инә, Эстония Республикаһын танымай. Немецтар яйлап ҡына эстон хәрби көстәрен ҡоралһыҙландыра, милли кәйефле лидерҙарға, шул иҫптән Пятсҡа, ҡарата репрессия башлай[10].

Пятс 1918 йылдың июлендә ҡулға алына һәм ноябргә тиклем Польшаның концентрацион лагерҙарында тотола[9].

Тиҙҙән Эстонияға ҡайта һәм илдең премьер-министры һәм ил оборона министры вазифаһын биләй.

Пятс совет власы менән тығыҙ бәйләнештә тора, Эстон-совет Коммерция палатаһын ойоштороусыларҙың берһе (1924 йыл), Таллин суднолар компанияһы акционеры була, шулай уҡ Нефть синдикатында юрисконсульт булып эшләй[11].

1934 йылдың 12 мартында, Эстония премьер-министры булараҡ Дәүләт аҡһаҡалы вәкәләттәренә эйә булып, Йохан Лайдонер менән дәүләт хәрби түңкәрелешен тормошҡа ашыра. Һөҙөмтәлә илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә һәм авторитар идаралыҡ билдәләнә. Пятс Эстонияның Президент-Регенты итеп иғлан ителә (Riigihoidja). Барлыҡ сәйәси партиялар ҙа тыйылды, матбуғатҡа цензура индерелә. Пятс үҙ ғәмәлдәре менән һайлауҙарҙа вапстарҙың (Азатлыҡ һуғышы ветерандары) — ул саҡта Италия һәм Германияның тоталитар режимына йүнәлеш тотҡан үтә уңдар хәрәкәте, ағзаларын үткәреүгә юл ҡуймай. 1938 йылда президент итеп һайлана.

Пятс 1940 йылдың июнендә Эстонияның СССР-ға ҡушылыуы һөҙөмтәһендә власын юғалта. Уны Совет власы ҡулға ала һәм ғаиләһе менән бергә Өфөгә һөргөнгә ебәрә. 1942 йылда, бер ғәйепһеҙгә, Ҡазан төрмәһенең психиатрия дауаханаһына урынлаштырыла[12].

1952 йылдың декабрендә Калинин эргәһендәге Бурашево ҡасабаһының Литвинов исемендәге дауаханаһына килтерелә. 1956 йылдың 18 ғинуарында вафат була[9].

  • Өфөлә Коммунистик урамы, 37 адресы буйынса урынлашҡан йортҡа Эстон Республикаһының беренсе президенты Константин Пятсҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
  • 2020 йылдың 23 февралендә Эстонияның Тойло ҡасабаһында Константин Пятсҡа һәйкәл асыла, уның хаҡы 45 000 евро тәшкил итә, авторы — Айвар Симсон[13].
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #119114100 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. https://arvamus.postimees.ee/7966426/fred-puss-tahistame-konstantin-patsi-sunnipaeva-ilmselt-valel-paeval
  4. Пятс Константин // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Päts, Konstantin // Чешская национальная авторитетная база данных
  6. http://web.archive.org/web/20201202032655/https://valitsus.ee/et/valitsus/varasemad-valitsused
  7. https://www.riigikogu.ee/riigikogu/koosseis/riigikogu-juhatus/
  8. В. Е. Гущик «Наш президент Константин Яковлевич Пятc». Издательство. Libris. Таллинн, 1940.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Vasilich. История Пятса: почему первый президент Эстонии умер в психбольнице под Тверью (17 ғинуар 2018).
  10. Янис Шилиньш. Что и почему нужно знать о независимости Эстонии и павшем за нее латыше (24 февраль 2018).
  11. Зубкова Е. Ю. Прибалтика и Кремль. 1940—1953. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН); Фонд Первого Президента России Б. Н. Ельцина 2008. — С. 26.
  12. Эстонцы на тверской земле. Дата обращения: 27 сентябрь 2011. Архивировано 19 апрель 2012 года. 2012 йыл 19 апрель архивланған.
  13. ФОТО: в Тойла торжественно открыли памятник Константину Пятсу (err.ee). Дата обращения: 23 февраль 2020.