Эстәлеккә күсергә

Кудряшёв Пётр Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Пётр Кудряшёв битенән йүнәлтелде)
Кудряшёв Пётр Михайлович
Тыуған көнө

1797({{padleft:1797|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Үрге Урал

Вафат булған көнө

9 май 1827({{padleft:1827|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Вафат булған урыны

Ырымбур губернаһы, Ырымбур

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

яҙыусы

Кудряшёв (Кудряшов) Пётр Михайлович (1797, Үрге Урал, Ырымбур губернаһы9 май 1827, Ырымбур) — урыҫ яҙыусыһы, тарихсы, фольклорсы.

1797 йылда Ырымбур губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһе) Үрге Урал ҡалаһында ярлы ғаиләлә тыуған.

Үрге Урал хәрби етемдәр училищеһын тамамлай.

1817—1827 йылдарҙа Ырымбур айырым корпусында хеҙмәт итә. Башта гарнизон батальонында унтер-офицер, писарь, тәржемәсе була. 1822 йылдан Ырымбурҙың Ҡыҙыл гарнизон батальонында аудитор булып хеҙмәт итә[1].

Үҙенең ҡараштары буйынса декабрист була. Ырымбур йәшерен йәмғиәте ағзаһы була, ә 1821—1827 йылдарҙа уны етәкләй. 1827 йылда донос һөҙөмтәһендә властар был йәмғиәт тураһында белә һәм 1827 йылдың 27 апрелендә Пётр Кудряшёв ҡулға алына. Әммә үҙенең арестына тиклем ул йәмғиәттең бөтөн документтарын юҡ итеп уның ағзаларын иҫкәртеп өлгөрә, шунлыҡтан иртәһенә 27 апрелдә Кудряшёв иреккә ебәрелә. Йәшерен йәмғиәт ағзалары өҫтөндә барған суд процессы барышында, 1827 йылдың 9 майында вафат була[1].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пётр Михайлович Кудряшёв башҡорт һәм ҡаҙаҡ телдәрен белгән, башҡорттарҙың тарихи Башҡортостан халыҡтарының көнкүреше, мәҙәниәте һәм тарихы менән ҡыҙыҡһынған. «Отечественные записки» («Ватан яҙмалары») журналы мөхәррире П. П. Свиньин уны «певец картинной Башкирии, быстрого Урала и беспредельных степей киргиз-кайсацких» тип атай[1]. Кудряшёвтың күпселек әҫәрҙәре 1822 йылдан 1830 йылдарға тиклем Санкт-Петербургта сыҡҡан «Вестник Европы» («Европа хәбәрҙәре») һәм Мәскәүҙә сыҡҡан «Отечественные записки» («Ватан яҙмалары») журналдарында, шулай уҡ «Благонамеренный» журналында баҫыла. Баҫтырылмаған һәм ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланып ҡалған әҫәрҙәре лә бар. Ҡайһы бер әҫәрҙәре башҡорт фольклорының мотивтары буйынса ижад ителгән.

«Башҡортостан тарихы» («История Башкирии») тигән хеҙмәте баҫылмаған, бында башҡорттарҙың этнографияһы, фольклоры һәм тарихы буйынса мәғлүмәттәр йыйылған. Рәсәй дәүләт әҙәбиәт һәм сәнғәт архивында «П. Кудряшёвтың башҡорттарҙың мәғарифы, дине, көнкүреше һ. б. тураһында очеркы» («Очерк П. Кудряшёва о просвещении башкир, их религии, быте и т. д.») тигән ҡулъяҙмаһы һаҡлана. «Пугачёвты ҡолатыусы Илек казагы Иван» («Сокрушитель Пугачёва илецкий казак Иван») тигән әҫәрендә 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы темаһын күтәрә. Пётр Кудряшёв яҙыуынса, 6-сы башҡорт кантонының ҡайһы бер чиновникатары араһында Алексей Михайлович һәм унан алдараҡ булған батшаларҙың грамоталары һаҡланған[2].

«Абдрахман» поэмаһының ҡулъяҙмаһы табылмаған, уның өҙөктәре 1826—1827 йылдарҙа баҫылып сыға, был поэмала һәм шулай уҡ 1827 йылда баҫылған «Әбдрәш» («Абдряш») повесында башҡорт батырҙарының героик образдары тыуҙырылған. «Абдрахман» поэмаһында төп герой Абдрахман, Айсыуаҡ ҡарт, көрәшсе Килмәк һәм башҡалар Сибай ауылында йәшәгән реаль шәхестәр булған: кантон башлығы Абдрахман Аҡҡолов, тархан һәм мулла Айсыуаҡ Мөтәев (1750—1819), Килмәк Сөләймәнов (1740—1819) һәм уның улдары — Күсәбай, Күлибай, Байрамғол, Абдуллатиф[2]. «Башҡорттарҙың хәрби уйындары» («Воинские игры башкирцев») повесында Айсыуаҡ Мотаев бәйгене ойоштороусы булараҡ һүрәтләнә:

На конях батыры все рядом;
Перед ними старец Айчувак,
Они желают быстрым взглядом
Скорее встретить данный знак...

Ә Килмәк Сөләймәнов тураһында ошолай итеп яҙа:

Но видят — на средину круга
Могучий, дерзостный Кильмяк
Отважно, гордо выступает.

«Отечественные записки» («Ватан яҙмалары») журналы мөхәррире П. П. Свиньинға хатында Ирәндек һырты тураһында ошолай итеп яҙа: «Из деревни Сибаевой не угодно ли вам отправиться к Ярындыку. Эта гора есть одна из высоких Уральских и отстоит от Сибаевой не более как в 15 верстах. Она представит вам самую живописную, самую восхитительную картину, которая украшает сего исполина Каменного пояса. Здесь встретите вы прекрасные рощицы, густые леса, быстрые ручьи, каменные утесы и проч., словом, встретите такое зрелище, которое может наполнить душу вашу самым живейшим восторгом»[2].

1830 йылда баҫтырылған «Исҡаҡ» («Искак») повесында тарихи Башҡортостан халыҡтары тормошоноң киң панорамаһы һүрәтләнә һәм ҡайһы бер ауылдарҙың барлыҡҡа килеү тарихы бәйән ителә. 1826 йылда донъя күргән «Башҡорттарҙың хөрәфәттәре һәм ышаныуҙары» («Предрассудки и суеверия башкирцев») мәҡәләһендә башҡорттарҙың традицион байрамдарын, йолаларын, инаныуҙарын тикшерә. Бынан башҡа «Башҡорттоң һөйгәне менән хушлашҡаны» («Прощание башкирца с милой»), «Башҡорттоң яу алды йыры» («Песнь башкирца перед сражением»), «Башҡорттоң яуҙан һуң йырлағаны» («Песнь башкирца после сражения»), «Башҡорт ҡыҙына» («К башкирской девушке») исемле башҡорт халыҡ йырҙарын урыҫ теленә тәржемә итеп баҫтырып сығара.

  • Рахимкулов М. Г. Встречи с Башкирией. — Уфа, 1982.