Эстәлеккә күсергә

Заһретдинов Роберт Абдрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Роберт Загретдинов битенән йүнәлтелде)
Заһретдинов Роберт Абдрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 декабрь 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Әжекәй, Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 март 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, музыкант
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Музыка ҡоралы ҡумыҙ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Заһретдинов Роберт Абдрахман улы (16 декабрь 1932 йыл — 1 март 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең бар донъяла танылыу алған атаҡлы ҡумыҙсыһы, педагог-музыкант. РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ы (1974) халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).

Роберт Абдрахман улы Заһретдинов 1932 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Мәсетле районының Әжекәй исемле башҡорт ауылында тыуған. Бәләкәйҙән ҡумыҙ менән ҡыҙыҡһына. Тәбиғәттәге тауыштарға оҡшатып уйнарға өйрәнә. Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ музыка ҡоралдары бүлеген, Свердловск музыка-педагогия институтын тамамлай.

1969 йылда Роберт Абдрахман улы Өфө музыка-педагогия училищеһынының баян класында эшләй башлай. Был инструмент өсөн 300-ҙән ашыу пьеса ижад итә. Ошо осорҙа уның ҡумыҙҙа уйнауға ҡыҙыҡһыныуы ҡабат уяна. Музыкант уйын ҡоралдарын үҙе яһай башлай, уларҙың яңы төрҙәрен уйлап сығара, камиллаштыра.

1991 йылда Роберт Заһретдинов Саха Республикаһында ЮНЕСКО ойошторған II Халыҡ-ара уйын ҡоралдары фестивалендә ҡатнаша, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» исеменә лайыҡ була. Унда музыкант 22 илдән килгән 200 башҡарыусы араһынан беренсе урынды яулай һәм махсус бүләк — алтын ялатылған платинанан авторҙың үҙенә генә исемләп эшләнгән ҡумыҙ ала.

1998 йылда ул, баһалама ағзаһы булараҡ, Австрияға халыҡ-ара фестивалгә бара, унда «Ҡумыҙ буйынса халыҡ-ара класлы оҫта» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Был уға бар донъяның теләгән бер музыка уҡыу йортонда оҫталыҡ дәресе күрһәтеү хоҡуғын бирә. Роберт Заһретдинов Австрия, Болгария, Бельгия, Голландия, Польша, Швейцарияла ошондай дәрестәр бирә. Германия, Италия, Монголия, Норвегия, Швейцария һәм Финляндияға гастролдәр ойоштора.

Роберт Заһретдиновтың репертуарында 200-ҙән ашыу әҫәр була: башҡорт, урыҫ һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәренең ҡумыҙ өсөн эшкәртмәләре, башҡорт халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары, үҙенең ижад емештәре.

«Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе» әсбабы өсөн Роберт Заһретдинов «Джордж Сорос исемендәге халыҡ-ара премия»ға лайыҡ була. «Мелодия» фирмаһының пластинкаларына, компакт-дискыһына яҙҙырылған Р. Заһретдинов башҡарыуындағы әҫәрҙәр Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы фондында һаҡлана.

Арҙаҡлы ҡумыҙсы оҙаҡ ауырығандан һуң 2016 йылдың 1 мартында Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987)
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993)
  • Салауат Юлаев ордены (2013)
  • 2019 йылдың июнендә, «Әй ауазы» халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы барышында, Мәсетле районының Әжекәй ауылында виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновҡа мемориаль таҡтаташ асылды[2].
  • 2018 йылдың 7 мартында Өфөлә Роберт Заһретдиновтың юбилейына арналған «Виртуоз...» фильмының исем туйы була. Документаль картина «Башҡортостан» киностудияһында артистың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан төшөрөлгән[3].