Эстәлеккә күсергә

Рун яҙмаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рун яҙыуы битенән йүнәлтелде)

Футарк һәм терминдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо скандинав һәм англосакс телендәге run, боронғо исланд телендәге runar һәм боронғо немец телендәге runa герман телендәге ru һәм гот телендәге runa, «сер» тигәнде аңлатҡан, шулай уҡ боронғо немец телендәге runen (хәҙергесә raunen) «серле шыбырҙау, һөйләү» тигәнде аңлата. Был атама, моғайын, боронғо германдарҙың рундарға мистик үҙенсәлектәр биргәнлегенән килеп сыҡҡандыр[1][2][3]

Футарк
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнсығыш яғы
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Ковелдә (Көнбайыш Украина) табылған рун яҙмалы һөңгө. Иң тәүге рун яҙмаһының (IV б.) бустрофедон менән яҙылған өлгөһө. Tilarids, тимәк «маҡсатлы» — тип яҙылған
Данияла табылған рун яҙмалы таш. Яҙыу þusi : kubl : ub : biruti былай тәржемә ителгән«Был ҡомартҡыны ватҡан кеше тылсымсы (сихырсы) буласаҡ»[4]

Рун алфавитының төп үҙенсәлеге булып хәрефтәрҙең айырым бер тәртиптә яҙылышы тора, уға беренсе алты хәрефтән яһалған футарк (fuþark) тигән атама бирелгән[5][6]. Бындай алфавит тәртибе башҡа бер яҙыуҙа ла осрамай[1]. Алфавит өс төрркөмгә бүленгән(ист. Ættir — эттир, норв. Ætt — атт), һәр төркөмдә 8 рун бар. Беренсе эттирға f, u, þ, a, r, k, g, w., икенсеһенә — h, n, i, j, é (ih-wh), p, R (z), s, өсөнсө эттирға t, b, e, m, l, ŋ, d, chloe рундары ингән[7][1][2].

Һәр рундың үҙ атамаһы бар. Уларҙың баштағы атамалары һаҡланмаған, реконструкцияһы ғына бар, мәҫәлән:

Рун Атамаһы Тәржемәһе Транскрипция
1 эттир:
f Fehu «мал, милек» f, v
u Uruz «зубр» u
th, þ Þurisaz «сәнске, шайтан» þ
a Ansuz «хоҙай» a
r Raidu «юл» r
k Kauna «факел» k
g Gebu «бүләк» g, γ
w Wunju «шатлыҡ» w
2 эттир:
h Hagalaz «боҙборсаҡ» h
n Naudiz «мохтажлыҡ» n
i Isaz «боҙ» i
j Jara «йыл, уңыш» j
ï, ei Iwaz «тис» é (ih-wh)
p Perþu «хәтер һандығы» p
R Algiz «мышы» -R (-z)
s или s Sowilu «ҡояш» s
3 эттир:
t Tiwaz «Тюр» t
b Berkana «ҡайын» b
e Ehwaz «ат» e
m Mannaz «кеше» m
l Laguz «күл» l
ŋ Iŋwaz «Ингви» ŋ
d Dagaz «көн» d, ð
o Oþila «мираҫ» o

Яҙыуҙың йүнәлеше — һулдан уңға, ләкин тәүге яҙмаларҙа бустрофедон да осраған[1]. Мәҫәлән, Ковелдә табылған һөңгө осондағы яҙыу уңдан һулға уҡыла, өҫтәүенә, боронғо төньяҡ этрус хәрефтәре һәм иртә боронғо грек ҡомартҡыларындағы грек хәрефтәре кеүек рундар ҙа кирегә бороп яҙылған. Һүҙҙәр бер-береһенән нөктәләр, ике нөктә йә сатраш тамға менән айырылған[8].

Рунлы таштарҙағы символдар
Брактеаттағы символдар

Рунлы таштарҙа төрлө символдар бар: свастикалар, пентаграммалар, спиралдәр, трикверҙар, трискелиондар. Брактеаттарҙағы символдар һүрәтләнеше менән байыраҡ, сөнки улар араһында өс һәм күберәк нөктәләрҙән торған биҙәктәр, өсмөйөштәр, түңәрәктәр, кәкерсәктәр,T, S, I хәрефтәренә оҡшағандары бар[9].

Рун яҙмалы ҡомартҡылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Константинополдең София соборындағы рун яҙмаһы

Донъяла барлығы 5 000 тирәһе рун яҙмаһы табылған[5], шуларҙың 3 000-е — Швецияла[10][11]. Иң боронғо рун яҙмалы ҡомартҡылар (500-ләп дана) Данияла табылған[1][12]. Норвегияла — 600, 140 рун яҙмаһы — Британ утрауҙарында, 60 яҙма — Гренландияла, 70-ләп яҙма — Исландияла. Бер нисә яҙма Рәсәй Федерацияһында, Латвияла, Украинала, Германияла, Австрияла ла табылған. Рун яҙмалары шулай уҡ Франция, Греция, Румыния, Төркиә, Нидерландта ла осраған[2].

Швецияның Уппсала ҡалаһындағы университетта рун яҙмаларының иң ҙур коллекцияһы бар. Хәҙерге заманда Стокгольм ҡалаһының Кэкбринкен һәм Пристготан урамдары сатындағы торлаҡ йорттоң цоколе стенаһына боронғо ташҡа уйылған рун яҙмаһы беркетеп ҡуйылған.

Иң тәүге рун яҙмаһы булып һөйәк тараҡҡа яҙылған рун яҙыуы һанала. Уны Данияның Фюн утрауында тапҡандар, яҙма II быуаттың икенсе яртыһына ҡарай. Тарихсылар һәм тел белгестәре әйтеүенсә, рун яҙмаһы б.э. I быуатында ҡулланыла башлаған[13].

Рундар һәм свастика символлы брактеат

Күп рун яҙмалары ташҡа соҡоп яҙылған. Шулай уҡ алтын пластинка рәүешендәге брактеаттарға төшөрөлгән рун яҙмалары ла табылған. Был тәңкәләр Римда медальон итеп ҡулланылған[5]. «Codex Runicus», «Fasti Danici», «Cotton Domitian», «Codex Salisburgensis, 140» кеүек рунлы ҡулъяҙмалар бар[1]. Истанбулдағы Айя Суфиялағы рун яҙмалары, шулай уҡ Афиналағы Пирей портында торған мәрмәр арыҫлан һынының яурынына төшөрөлгән рун яҙмалары ла әһәмиәтле һанала. Был скульптура Венециянан ғәнимәт итеп килтерелгән булған[5]. Шулай уҡ Кенсингтонда (Миннесота штаты, АҠШ) 1898 йылда рунлы таш табылған, әммә уның ысынлығы әлегә раҫланмаған.

Рун яҙмалары ташҡа, металға, ағасҡа яҙылған — боронғо германдар ағасты семәрләп эшләү сәнғәтенә бик оҫта булған. Рун яҙмаларының йөкмәткеһе төрлө: улар араһында тылсымлы яҙыуҙар, аллаларға мөрәжәғәттәр бар, әммә мәрхүмдәр иҫтәлегенә яҙылғандары айырыуса йыш осрай[1]. Мәҫәлән, Рёкта табылған рун яҙыулы ташҡа VI быуатта йәшәгән король Тьордикҡа маҡтау яҙылған[5], әммә таштың беренсе юлдарында уйып яҙылған «Был рундар Вемуд тураһында һөйләй. Варин уны һәләк булған улы иҫтәлегенә яҙған» тигән һүҙҙәр таштың ҡәбер ташы икәнлеген иҫбатлай[14].

Норвегияла табылған ташта ла некролог яҙылған. Унда «Энгель был ташты үҙенең Витахольмда вафат булған улы Торальд иҫтәлегенә ҡуйҙы» тип яҙылған.

Ҡайһы бер рун яҙмалары сәйәхәттән ҡайтҡан викингтарҙың батырлығын данлай. Шундай таштарҙың береһе Стокгольм янында табылған. Унда: «Рагенвальдтың ҡушыуы буйынса яҙылды, сөнки ул Грецияға ғәскәр башында барҙы», — тип яҙылған. Шулай уҡ герман ҡатын-ҡыҙҙарының хосуси милеккә хоҡуғын раҫлаған таштар ҙа табылған. Рундарға һуғыш ҡоралы хужаларының,рәссамдарҙың исемдәре уйылған. Шулай уҡ көнкүрешкә ҡағылышлы рун яҙыуҙары, календарҙар ҙа табылған[5].

Рундарҙың барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грек-латин версияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рун ҡулъяҙмаһының бите. "Рундар Кодексы"нан
Пьетроассала табылған алтын балдаҡ
Эвре Стабюла табылған һөңгө осондағы рун яҙмаһы

Рундарҙың ниндәй илдә барлыҡҡа килеүе тураһында бик күп төрлө фараздар бар. Рундар оҙонса һәм осло-мосло булғанлыҡтан, инглиз яҙыусыһы, рәссамы һәм уйлап табыусыһы Исаак Тейлор, улар б.э.т. VI быуатта Ҡара диңгеҙ халыҡтары араһында ҡулланылған грек алфавитынан барлыҡҡа килгән, уларҙы төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән готтар сығарған, тип иҫәпләй. Ғәмәлдә готтар ул ерҙәргә 900 йыл һуңыраҡ күскән булған. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, рундар б.э.т. һуңғы быуаттарҙағы грек тиҙ яҙмаһынан хасил булған[1].

Людвиг Франц Адальберт Виммер, Сигурд Агрелл раҫлауынса, рундар латин яҙмаһынан килеп сыҡҡан. Отто фон Фризен рундарҙы б.э. II—III быуаттарҙа грек һәм латин алфавиты нигеҙендә готтар уйлап сығарған тип фаразлай.

Бредсдорф фекеренсә, рундар готтар яҙыуынан килеп сыҡҡан. Был раҫлауҙы инҡар иткән ғалимдар дәлилләүенсә, рун яҙыуы III быуатҡа тиклем ҡулланылған, ә готтарҙың яҙыуы IV быуатта ғына барлыҡҡа килгән[1].

Төньяҡ этруск версияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рун яҙыуы төньяҡ этруск алфавитынан сыҡҡан тигән теория — донъяла иң популяр гипотеза. Уны 1928 йылда рундарҙы өйрәнеүсе ғалим Карл Марстрандер тәҡдим иткән[15][16].

Был версияны бик күп ғалимдар хуплай. Улар шулай уҡ рундарға латин алфавитының да йоғонтоһо булған тип фаразлай.

Алғы Азия версияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лидий алфавитында яҙылышы менән рундарға оҡшаған бер нисә хәреф бар, тик фонетик айырмалары бар. Моғайын, был лидий алфавиты финики һәм грек алфавитына йәнәш барлыҡҡа килгәндер. Тик лидий алфавиты б.э.т. III быуатта юҡҡа сыҡҡан, яҡынса ошо осорҙа Европала латин хәрефтәрен үҙләштергән рундар барлыҡҡа килгән. Ҡайһы бер рундарға (Gebo, Berkana, Ing — скандинав вариантында) оҡшаш хәрефтәр Алғы Азия телдәрендә, мәҫәлән, көньяҡ ғәрәп телендә, бар.

Традицион булмаған версия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19301940-сы йылдарҙа Германияла Urrunen теорияһы барлыҡҡа килгән. Уға ярашлы, рундарҙың нигеҙендә ниндәйҙер тәү рундар булған, унан донъяның бөтә алфавиттары, шул иҫәптән төньяҡ семит алфавиты килеп сыҡҡан. Был теория алфавитты германлаштырыу маҡсатында уйлап сығарылған, шуға күрә уны дөрөҫ теория тип атау мөмкин түгел. Әлегә тиклем рундарҙың яҙыу өсөн сығарылғанмы, әллә күрәҙәлек итеү өсөнмө икәнлеге бер кемгә лә билдәле тугел[7][1][2].

1932 йылда Лунд ҡалаһы университеты профессоры Сигурд Агрелл эзотерик теория сығара. Ул теория буйынса, f руны алфавитта беренсе түгел, ә һуңғы хәреф булып тора. Әгәр рундарҙы ошо тәртиптә теҙһәң, уның фекеренсә, рундарҙың шифрланған мәғәнәһен аңларға мөмкин[17]. Был теория фән донъяһында ҡабул ителмәй, әммә уның Томас Карлссон кеүек бер нисә эйәрсәне була. Томас Карлссон футарк тураһында Агреллдан ҡала тәүге бер нисә монографияһын баҫтырып сығара[18]. Футарк теорияһы яҡлы Кеннет Медоуз тигән оккультсы ла була[19][20][21].

Скандинав мифологияһы буйынса, үҙен-үҙе һөңгө менән сәнскән Один туғыҙ тәүлек буйы ашамай-эсмәй Ғаләм ағасында аҫылынып торған. Һыуһынын олатаһы Бельторн биргән изге шаман балы менән баҫҡас, Одиндың ҡолағына рундар ишетелгән һәм ул, һөңгөһөнөң осон ҡанына манып, рундарҙың иң тәүгеләрен Ғаләм ағасына яҙып ҡуйған, имеш.

Иртә, дөйөм герман йәки тәүскандинав рундары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гот рундары
«Cotton Domitian» ҡулъяҙмаһындағы инглиз-сакс рундары
Инглиз-сакс рун алфавиты "скрамасакс"та
«Маркоманник рундар»

Бер нисә типтағы рундар булған, тәүскандинав рундары иң тәүгеләргә инә, улар дөйөм герман теле койнела файҙаланылған. Ул б.э. I—VIII быуаттарында (герман халыҡтары тарихында рим тимер быуаты һәм герман тимер быуаты) ҡулланылған. Уны өлкән футарк йә өлкән рун тип атайҙар[7]. Бөтәһе 24 өлкән рун булған. Улар ҡоралдарҙа, биҙәнеү әйберҙәрендә, ҡәбер таштарында осрай. Һуңыраҡ (XIII быуатҡа тиклем) тылсым һәм сакраль маҡсаттарҙа нәҡ ошо өлкән рундар файҙаланылған. Һуңғы осор рундары (IX—XIII быуаттар) ҡәбер ташы яҙмаларында ҡулланылған һәм сакраль әһәмиәткә эйә булмаған.

Иртә рун яҙмалы (III—VIII быуаттар) 150-ләп предмет табылған[3]. Уларҙың күбеһендә яҙма бер генә һүҙҙән, ғәҙәттә, исемдән, тора, шунлыҡтан уларҙың өстән бер өлөшөнөң нимә аңлатҡаны ла асыҡланмаған. Иң боронғо рун яҙмаларының теле гот теленән, йәғни иртә герман теленән, күпкә боронғораҡ[23].

Йәнә гот рундары булған, улар — дөйөм герман рундарының тәүләп барлыҡҡа килгән бер төрө. Европала б. э. I—IV быуаттарында ҡулланылғандар. Мәҫәлән, Эвре Стабюла табылған һөңгө осондағы яҙма raunijaz , йәғни «һынаусы» тигәнде аңлата һәм иң боронғо рун яҙмаһы тип һанала.

Инглиз-сакс рундары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Герман ҡәбиләләренең күптәре Британ утрауҙарына күсеү сәбәпле, уларҙың телдәрендә фонетик үҙгәрештәр барлыҡҡа килгән: бер нисә һуҙынҡы өн өҫтәлгән, шунлыҡтан дөйөм герман рун алфавиты ҡулланыуҙан сыҡҡан. Һөҙөмтәлә инглиз-сакс рун алфавиты барлыҡҡа килгән. VII быуат башында ике яңы рун — Ac (оҙон ɑ өнө) һәм Æsc (æ өнө) барлыҡҡа килгән. Һуңғараҡ Yr руны — y өнө, Ior — io дифтонгыһы, Ear — ea дифтонгыһы, Cweorþ — q өнө, Calk — k өнө, Stan — st бәйләнеше, Gar — ҡаты g өнө өсөн ҡулланыла башлаған. Инлиз-сакс рун алфавиты «Codex Salisburgensis, 140», «Cotton Domitian (Codex Cotton)» исемлегендә һәм шулай уҡ Темзала табылған «скрамасакста» (ҡыҫҡа ҡылыста) һаҡланған. Бер нисә боронғо рун, фонетик мәғәнәһен юғалтып, o, z — x өндәрен аңлата башлаған. Боронғо өндәрҙең атамалары ла инглиз-сакс теленә тәржемә ителгән. Уларға Feoh, Ur, Þorn, Or, Rad, Cen, Gyfu, Wen, Hagl, Nyd, Is, Ger, Ih, Peorþ, Eohlx, Sigel, Tir, Beorc, Eh, Man, Lagu, Ing, Oeþel, Dæg тигән атама бирелгән.

Маркоманник рундар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каролинг империяһының VIII һәм IX быуат ҡулъяҙмаларында табылған «De Inventione Litterarum» трактатында дөйөм герман һәм инглиз-сакс рундарының үҙенсәлекле ҡатнашмаһы ҡулланылған. Был рундарҙы, уларҙың маркомандарға бер ҡыҫылышы булмаһа ла, маркоманник рундар тип атағандар. Был ҡатнашма, моғайын, рундарҙы латин алфавитына яҡынайтыу маҡсатында сығарылғандыр[24].

Төньяҡ йәки скандинав рундары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
f u þ a r k h n
n i a s t b l m R
Дат рундары
Швед-норвег рундары
Норвег рундары

IX быуат башында Скандинавия илдәрендә дөйөм герман рундары башҡа яҡҡа үҫеш алған. Боронғо скандинав телендә лә үҙгәрештәр булған, телдең өндәр теҙмәһе байыған, шунлыҡтан дөйөм герман рундары телдең өн составын сағылдыра алмай башлаған, әммә, инглиз-сакс рундарынан айырмалы, скандинав рундарында хәрефтәр кәмегән. Уларҙың алфавитынан g, w, ih-wh, p, z ŋ, d, chloe рундары алып ташланған. Инглиз-сакс рун алфавитынан Yr руны өҫтәлгән. Шулай итеп, скандинав алфавиты ун алты рундан торған. Уларҙың атамалары ла үҙгәргән: Fe, Ur, Þurs, Åss, Reið, Kaun, Hagall, Nauð, Iss, Ar, Sol, Tyr, Bjarkan, Maðr, Løgr. Һаҡланып ҡалған тәүскандинав рундың һәр береһе бер нисәшәр оҡшаш өндө аңлата башлаған: Ur руны — [u], [o], [ø], [w]; þurs — [þ], [ð]; Åss — [å], [ą], [æ]; Kaun — [k], [g], [ŋ]; Iss — [i], [e], [ø], [y]; Ar — [a], [æ], [e], [ø]; Tyr — [t], [d], [nd]; Bjarkan руны [p], [b], [mb] өндәрен аңлатҡан. Скандинав рундарының ике тибы — дат һәм швед-норвег рундары — бар[7]. Дат рундары ҙур үҙгәрештәр кисермәгән, улар IX—XI быуаттарҙа ҡулланылған. Швед-норвег рундары график кесерәйеүгә дусар ителгән. Мәҫәлән, s һәм y рундары бер һыҙыҡ ҡына булып яҙыла башлаған. Швед-норвег рундары IX—X быуаттарҙа ҡулланылған. Һуңғараҡ швед-норвег рундарынан норвег варианты айырылып сыҡҡан, график яҡтан ул дат алфавитына оҡшай башлаған. Скандинав рундарын һәм уларҙан һуңыраҡ барлыҡҡа килгәндәрен кесе йәки һуңғы осор рундары тип атайҙар[7].

Хельсинки рундары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Хельсинки рундары

Яҙылышының кесерәйеүгә ынтылышы Хельсинки рундарына ла хас. Был рундар Швецияла ҡулланылған. Хельсинки рундары менән яҙылған яҙмалар XI быуатҡа ҡарай[1].

Мэн рундары

XIXII быуаттарҙа Мэн утрауында норвег рунының тағы ла бер варианты ҡулланылған. Унда 16-сы рун булмаған. Был рун яҙмалы текстар ике төргә бүленә: берәүҙәрендә дүртенсе рун ą өнөн, икенселәрендә о өнөн аңлата[1].

Пунктирлы рундарҙың иртә осор төрө
Пунктирлы рундарҙың һуңыраҡ осор төрө

Пунктирлы рундар XI быуатта Дания һәм Норвегияла барлыҡҡа килгән. Улар скандинав рундарын камиллаштырыу маҡсатында сығарылған, сөнки өндәр күп булғанлыҡтан бер рун менән бер нисә өндө яҙырға тура килгән. Шунлыҡтан c, d, g, chloe, p, v, ð, æ, -, z өндәре өсөн яңы тамғалар өҫтәлгән. Был йүнәлештә алфавитты үҫтереү инглиз-сакс рундары өлгөһөндә барған. Был рун алфавиты атамаһы ð өнөнән — þ; b өнөнән — p; y өндәрен нөктәләр өҫтәп хасил итеү арҡаһында килеп сыҡҡан[7][1].

Исланд рундары XII быуат башында

Исланд рундары тип пунктирлы рундарҙан үҫешкән вариантты һанарға була. XIIXIV быуаттарҙа улар Исландияла ҡулланылған. Һуңынан был рундарҙың яҙылышы үҙгәргән. Мәҫәлән y рунының формаһы , p — ә q — d (), e (). (Viktigste islandske særformer): (d), (e), (к), (q), (s), (х), (y), (z), (ö)[25][26][27][28].

Гренланд рундары

Гренланд рундары шулай уҡ пунктирлы рундан барлыҡҡа килгән. Улар Исландия рундары менән бер ваҡытта ҡулланылған. Барлығы Гренландияла 60 рун яҙмаһы, шуларҙың 35-е — Көнсығыш Торамала, 20-һе — Көнбайыш Торамала табылған. Гренландияның иң боронғо рун яҙмаһы XIV быуатҡа ҡарай, ул Юлианехоб ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштағы Нарсак ҡалаһында табылған[29][30].

Далекарлий йәки даль рундары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Далекарлий рундары

Далекарлий йәки даль руны Даларнала (Швеция) XV быуаттан XIX быуаттың башына тиклем ҡулланылған. Графикаһы буйынса улар латин алфавитына оҡшаш, мәҫәлән, (Ä, Ö, Å, G) хәрефтәре . Был вариант иң һуңғыһы булған һәм латин алфавиты менән алмаштырылған.[6][10][31].

Башҡа яҙыуҙарға йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гот яҙыуы

Епископ Вульфила грек һәм латин алфавиты нигеҙендә, рундарҙы ла ҡулланып, гот яҙмаһын сығарған. Гот алфавиты рун алфавитынан хәрефтәрҙең бер аҙ үҙгәртелгән атамаларын алған: ahsa, bairkan, giba, dags, aihvus, quairtha, iuja, hagl, thiuth, eis, kusma, lagus, manna, nauths, jer, urus, pairthra, raida, sauil, teiws, winja, faihu, iggwis, hwair, othal. Рун яҙмаһына шулай уҡ urus, othal готт хәрефтәре лә ҡарай.

Иҫке инглиз һәм исланд алфавиттарының латиницаға нигеҙләнгән өҫтәлмә хәрефтәре[7] Þ (торн) һәм Ƿ (винн) шулай уҡ рун яҙмаһынан баш ала.

Рун шартлы яҙмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рун шартлы яҙмаһы. Рёкала табылған таштың ҡырына яҙылған, ruv [s]akumukmini тип уҡыла.
Тервикиҙа табылған таштағы яҙма (ҡыҙыл төҫ менән артыҡ һыҙыҡтар күрһәтелгән, пунктир менән — етешмәгәндәре)
«Тарбаҡлы рундар»
Вольстыла табылған яҙма
«Сатыр рундар». Өҫкө өлөшөндәгеләре.
«Сатыр рундар», аҫҡы өлөшөндәге

Рун тамғаларын шифрлап яҙыуҙың бер нисә ябай ысулы бар. Бер нисә рунды бер һыҙыҡҡа бәйләп яҙыуҙан торған «бәйләм рундар»ысулы, шулай уҡ рун урынына уның алфавиттағы Эттир һанын һәм Эттир рәтендәге һанын яҙыу ысулы бар. Бындай алым скандинав рундарына хас[1][8]. Тик Эттирҙарҙың һаны киреһенсә күрһәтелгән. Мәҫәлән, 1-се Эттир 3-сө тип, ә 3-сөһө-1-се тип , 2-сеһе — 2-се тип яҙылған. «Тарбаҡлы рундар» (kvistrunir) алымында оҙон һыҙыҡтарҙан бәләкәс кенә һыҙыҡтар үткәрелгән, уларҙың һул яҡтағы һаны Эттирҙың һанын, ә уң яғы рундың һанын күрһәткән. «Сатыр рундар» йәки «арҡысаҡ рундар» (Tjaldrunir) бәләкәс һәм ҙур һыҙыҡтар менән яҙылған, тик бер тамға ике өндө аңлатҡан[1]. Был ике төр ҙә Рёкала табылған ташта бар. Шартлы яҙыуҙың икенсе төрөндә Эттир һаны дөйөм герман руны менән, ә рундың һаны швед-норвег руны менән яҙылған. Ташта «oossoosss» тип яҙылған, ул «ni» тигәнде аңлата. Шул уҡ ташта Эттир һаны — дөйөм кире яҡҡа ҡараған герман руны ih-wh менән, ә рундың һаны ғәҙәттәгесә дөрөҫ ih-wh дөйөм герман руны менән тамғаланған. Бергенда табылған ике ағас таҡта «тарбаҡлы рундар» менән яҙылған. Берген рун яҙмаһында f; u рундары — ff; þ — fff; o — o; r — oo; k — ooo руны менән яҙылған, рундар шифрланмаған. «Codex Salisburgensis, 140» ҡулъяҙмаһында һуҙынҡы өндәр нөктәләр менән алмаштырылған: а — бер нөктә менән, е — ике, і — өс, o — дүрт, u биш нөктә менән яҙылған. Шулай уҡ рундарҙы киреһенсә ҡуйып яҙылған яҙмалар ҙа осраған, мәҫәлән,Тёрвикиҙа табылған ташта шулай яҙылған[8].

Рун календары
Ун туғыҙ «алтын һан» һуңғы осорҙағы рун календарында
Аҙнаның ете көнөнөң рун календарындағы яҙылышы

Шулай уҡ «мәңгелек календарҙар» ҙа булған. Уларҙы Данияла римстоктар (rim — «календарь» һәм stok — «таяҡ» һүҙҙәренән) тип, ә Норвегияла проистав (prim — «алтын һан») тип атап йөрөткәндәр. Улар таяҡ рәүешендә, оҙонлоҡтары яҡынса 5 фут булған. Был календарҙар XIV быуатта иң тәүҙә табылғандар иҫәбенә инә[1]. Фән өсөн иң ҡыҙыҡлыһы — Оле Вормдың «Computus Runicus» тигән ҡулъяҙмаһы (уның күсермәһе 1328 йылда эшләнгән), унда рун календары тулыһынса яҙылған. Таяҡтың бер яғында — 14 апрелдән алып 13 октябргә тиклемге көндәр (был ваҡыт йәйҙе аңлатҡан), икенсе яғында 14 октябрҙән алып 13 апрелгә тиклемге көндәр (ҡыш) яҙылған булған. Көндәр баштан уҡ ете рунға бүленгән. Календарҙа ун туғыҙ «алтын һан» тулған айҙың алмашыныуын күрһәткән[1]. Ун туғыҙ һандың һәр береһе тәғәйен рун менән билдәләнгән, ә етмәгән өс рунды яҙыр өсөн Arlaug (17 һаны), Tvimaður (18 һаны) , Belgþor (19 һаны) тигән яңы рундар сығарылған. Байрам көндәре һәр бер байрамдың билдәһен аңлатҡан һүрәттәр менән тамғаланған. Һуңыраҡ һүрәттәр урынына ябай һыҙыҡсалар яҙғандар, ә ун туғыҙ «алтын һан» — ғәрәп цифрҙары йә икенсе төрлө тамғалар менән билдәләнгән[8].

Рун яҙмаларының теле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң боронғо рун яҙмалары боронғо герман телендә яҙылған. Был яҙмалар төрлө төбәктәрҙәге телдәрҙең үҙенсәлектәрен тулыһынса күрһәтмәй. Һуңғыраҡ осорҙоң рун яҙмалары инглиз-сакс, боронғо скандинав телендә яҙылған. Иң һуң яҙылған рун иҫтәлектәре швед телендә яҙылған. Ғөмүмән алғанда, рун яҙмалары ҡыҫҡартыуҙар һәм тәүге осорҙарҙа һүҙҙәргә бүленмәү арҡаһында аныҡ ҡына итеп уҡылмай[32].

Рундар — мәҙәниәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тылсым һәм юрау мәғәнәле рундар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Б.э.т. I быуатта Юлий Цезарь германдарҙың йәрәбә таяҡтары менән юрағанлығын әйткән[33]. Тацит был турала тулыраҡ мәғлүмәт ҡалдырған:

Емеш ағасынан ҡырҡып алынған ботаҡты ярҡалап киҫәләр һәм, уларға айырым билдәләр төшөрөп, ап-аҡ туҡыма өҫтөнә һибеп ебәрәләр. Шунан һуң, әгәр юрау йәмәғәт өсөн эшләнһә, — ҡәбилә жрецы, хосуси маҡсатта булһа — ғаилә башлығы, аллаларға доғалар ҡылып һәм ҡарашты күккә төбәп, өс тапҡыр берәр ярҡаны ала ла уларға ырып төшөрөлгән билдәләр буйынса киләсәкте әйтә[34].

Әле боронғо герман халыҡтары уҡ рундарҙың тылсым көсөнә ышанған бар тип иҫәпләгән. Мәҫәлән. "Өлкән Эдда"ла рундарҙы хәүеф-хәтәрҙән, алданыуҙан һаҡланыр, дауаланыр өсөн бетеү итеп ҡулланыу тураһында яҙылған[35].

«Арманик футарк»

Рундарҙың тылсымлы көсө тураһындағы иң тәүге ҡулъяҙма (Computus Runicus) Дания табибы Оле Ворм тарафынан 1328 йылғы ҡулъяҙманан күсереп алынған.

Оккультизмда рундар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге рундар менән күрәҙәлек итеүҙе XX быуатта немец тикшеренеүсеһе, оккультсы Гвидо фон Лист уйлап сығара һәм бының өсөн «арманик футарк» тигән рун алфавитын эшләй. Был алфавит өсөн ул скандинав рундарын ҡуллана, уға ике тамға өҫтәй, рундарҙың исемдәрен дә үҙгәртә. Түбәндә уларҙың исеме алфавит тәртибендә бирелгән:Fa, Ur, Thorr, Os, Rit, Ka, Hagal, Nauth, Is, Ar, Sol, Tyr, Bar, Laf, Man, Yr, Ef, Fyfros.

Хәҙерге көндә рундар күрәҙәлек символдары булып тора. Күрәҙәлек итеү өсөн 24[36] йәки[37] рун ҡулланыла. Улар татуировкалар эшләгәндә һәм бетеүҙәр яҙыуҙа ҡулланыла. Ҡағиҙә булараҡ, рундарҙы ташҡа йәки ағасҡа һәм һөйәккә яҙалар[37]. Күрәҙәселәр тоҙға баҫылған ҡамырҙан да рундар яһай[36].

Зигфрид Кюммер рундарҙы кеше менән арийҙарҙың[38] аллаларын «тоташтырып тороусы күпер» тип һанай. Уның уйынса, һәр бер рун кеше тәненең бер ағзаһы менән бәйле. Ул шулай уҡ рундарҙың төрлө комбинацияларын йырларға кәрәк тигән фекерҙә булған. Уның теорияһы йоғонтоһонда һуңыраҡ Адольф Гитлер рундарҙы нацист символикаһында ҡуллана[39].

Нацист символикаһында рундар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

SS символында рун тамғалары бер нисә тапҡыр осрай. Шулай уҡ был тамға SS дивизия төрҙәрендә лә ҡабатлана.

Гиммлерҙең күрһәтмәһе буйынса СС символикаһында 14 футарк руны ҡулланылған, улар менән СС ойошмаһы ағзаларының карьера үҫеше билдәләнгән[40][41]. СС ритуалдарында рундар менән биҙәлгән балдаҡтар, йоль яҡтыртҡыстары, кинжалдар ҡулланғандар.

Кирт — рун яҙыуы өлгөһө
Айлы рундар

Айлы һәм кирт рундары дөйөм герман алфавитынан сығып Толкин тарафынан төҙөлгән, уларҙың мәғәнәһе Урта Ерҙә йәшәгән халыҡтарҙың фонетик үҙенсәлектәре менән бәйле булған[42][43][44][45][46].

Юникодтағы рундар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Unicode 3.0 версияһынан башлап Юникодта рундарға айырым позициялар бирелгән (16A0—16F8)[47][48]. Юникодҡа бөтәһе 76 рун тамғаһы индрелгән. Шулай уҡ бында һүҙҙәр араһына ҡуйыл торған нөктә, ике нөктә, арҡысаҡ тамғалары, шулай уҡ «алтын һандар» өсөн arlaug (16EE), tvimaður (16EF) һәм (16F0)16EF) тамғалары өҫтәлгән.

Рундар ирекле Юникод шрифтарында яҙыла: Junicode, Free Mono, Caslon Roman; шартлы түләүһеҙ Code2000, Everson Mono һәм TITUS Cyberbit Basic ҡулланыла.

Рун терминының башҡа телдәрҙә ҡулланылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы оҡшашлығы арҡаһында рун менән бөтөнләй бәйле булмаған ҡайһы бер телдәрҙең яҙмаларын да рун яҙмаһы тип йөрөтәләр. Был бигерәк тә Себерҙәге Орхон-Йәнәсәй яҙмаһына ҡағыла[49].

Болгар рун яҙмаһын һәм боронғо венгр яҙмаһын да рун тип йөрөтәләр. Венгр рундары төркиҙәрҙекенә оҡшаш булһа ла, улар араһындағы бәйләнеш иҫбатланмаған[1][49].

Иҫке Ладогала табылған рун яҙмаһы
Новгородта табылған рун яҙмаһы

XIXXX быуаттарҙа рун проблемаларын ғалимдар ныҡлап тикшергән, ә һуңғы йылдарҙа һәүәҫкәр эҙәрмәндәр ҙә уның менән шөғөлләнә башлаған[1].

Рәсәй, Белоруссия[50], Украина һәм Латвия территорияһында герман рундары менән яҙылған күп кенә яҙмалар табылған. Әммә Иҫке Ладогала һәм Новгородта уҡылмаған ике рун яҙмаһы табылған, улар икеһе ике төрлө, бер телгә лә тура килмәгән рун яҙыуы менән яҙылған. Монах (черноризец) Храбр үҙенең «О письменах» тигән трактатында мәжүси славяндарҙың күрәҙәлек итеү өсөн төрлө һыҙыҡтар төшөрөүе, әммә ул ваҡытта әле славяндарҙың яҙмаһы булмауы тураһында яҙа[51]. «Велесовая книга» славян рундарына оҡшаш яҙма менән яҙылған тип һанала, тик фәнни йәмәғәтселек уны XIX—XX быуаттар ялғаны тип раҫлай[52].

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 Дирингер, Дэвид. Алфавит. — М.: Издательство иностранной литературы, 1963. — С. 579—599.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Кондратов Алексей. Письмена мёртвые и живые. — СПб.: Азбука-Классика/Авалон, 2007. — С. 186—187. — 256 с.
  3. 3,0 3,1 Соловьева Л. Н. Древние германцы и их языки. Введение в германскую филологию. — М., 1980. — С. 7—27.
  4. Stephens, George. Thunor the Thunderer, carved on a Scandinavian font about the year 1000. — London/Copenhagen: Williams and Norgate/H. H. J. Lynge, 1878. — С. 29.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 Викинги. Набеги с Севера. — М.: Терра, 1996.
  6. 6,0 6,1 Enoksen, Lars Magnar. Runor. Historie, Tydning, Tolkning. — Lund: Historiske Media, 1999. — ISBN 91-89442-55-5.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 Истрин, В. А. Развитие письма. — М.: Наука, 1965.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Arild Hauge. Сайт Арильда Хауге (норв.). Дата обращения: 13 июнь 2009. Архивировано 11 август 2011 года.
  9. Nylén, Erik — Lamm, Jan Peder. Stones, Ships and Symbols. The Picture Stones of Gotland from the Viking Age and Before. — Stockholm: Gidlunds Bokförlag, 1988. — ISBN 91-7844-116-1.
  10. 10,0 10,1 Jansson, Sven B. F. Runeinskrifter i Sverige. — Almqvist & Wiksell Forlag, 1976. — ISBN 91-20-04457-7.
  11. Jansson, Sven B. F. The runes of Sweden. — Norstedts Forlag, 1962.
  12. Jacobsen, Lis — Moltke, Erik. Danmarks Runeindskrifter. Lommeudgave. — København: Ejnar Munksgaards Forlag.
  13. Мельникова Е. А. Скандинавские рунические надписи. — М.: Восточная литература, 2001.
  14. Otto von Friesen. Rökstenen. Runstenen vid Röks kyrka Lysings härad Östergötland. — Stockholm: Vitterhetsakademien, 1920.
  15. Е. А. Гуревич. Руны, руническое письмо // Словарь средневековой культуры. — М., 2003. — С. 415—423.
  16. Marstrander, Carl. Norsk tidskrift for sprogvidenskap // De gotiske runeminnesmaerker. — 1929. — Т. 3.
  17. Sigurd Agrell. Die spätantike Alphabet-Mystik und die Runenreihe. — 1932.
  18. Uthark: Nightside of the runes. — ISBN 9197410217.
  19. Kenneth Meadows. Rune Power. — 1995.
  20. Björn Andersson. Runor, magi, ideologi. En idéhistorisk studie.
  21. David Almer. Från Úr till Fé (Aorta: journal för retrogardistisk kultur nr 17 (tidskrift)).
  22. Речи Высокого 2011 йыл 21 октябрь архивланған., 138—143
  23. Marstrander, Carl J. S. De nordiske runeinnskrifer i det eldre alfabet. Skrift og språk i folkevandringdtiden // Artikkel i Viking. — Norsk Arkeologisk Selskap, 1953.
  24. Carl Faulman. Das Buch Der Schrift Enthaltend Die Schriftzeichen Und Alphabete. — Wien, 1880.
  25. Snædal, Þórgunnur. Rúnaristur á Íslandi. — 2003.
  26. Árbók hins íslenzka fornleifafélags. — Reykjavík, 2000—2001. — С. 5—68.
  27. Projektet Samnordisk runtextdatabas, 2004 (швед.). Дата обращения: 12 июнь 2009. Архивировано 11 август 2011 года.
  28. Bæksted, Anders. Islands Runeindskrifter. — København, 1942.
  29. Projektet Samnordisk runtextdatabas, 2008 (швед.). Дата обращения: 12 июнь 2009. Архивировано 11 август 2011 года.
  30. Thalbitzer, William. Runeindskrifter i Grønland // Det Grønlanske Selskabs Årsskrift. — København: Ejnar Munksgaards Forlag, 1949. — С. 85—92.
  31. Boethius, Johannes; Levander, Lars; Norren, Adolf. Dalska runiskrifter fren nyare tid.
  32. Макаев, Э. А. Язык древнейших рунических надписей. — М.: Едиториал УРСС, 2002.
  33. Цезарь. Записки о Галльской войне, 1.50.
  34. Тацит. О происхождении германцев…
  35. Речи Сигрдривы, 5—20.
  36. 36,0 36,1 Бедненко Г. Школа рун. Техника гадания и магический комментарий. — Центрполиграф, 2006.
  37. 37,0 37,1 Медоуз К. Магия рун.
  38. Kummer, Siegfried Adolf. Naturligt — övernaturligt // Ockulta vetenskaper. — Ferstling, Poul, Forum, 1997. — С. 162—164. — ISBN 91-37-09486-6.
  39. Sven Stolpe. Stefan George och andra studier // Kosmikerna. — Bonniers, 1956. — С. 61—63.
  40. Вебер, Эдмунд. Руническое искусство. — СПб.: Евразия, 2002.
  41. Хайнц Хёне (англ.)русск.. Чёрный орден СС. История охранных отрядов. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2003. — 542 с. — 6000 экз.
  42. Толкин, Дж. Р. Р. Хоббит, или туда и обратно.
  43. Толкин, Дж. Р. Р. Властелин колец: Братство кольца.
  44. Толкин, Дж. Р. Р. Властелин колец: Две крепости.
  45. Толкин, Дж. Р. Р. Властелин колец: Возвращение короля. Приложение Д..
  46. О рунах и Кирте (нем.). Дата обращения: 12 июнь 2009. Архивировано 11 август 2011 года.
  47. Для корректного отображения требуется установить специальный шрифт
  48. Unicode Code ChartPDF (68,3 KB)PDF (68,3 KB)
  49. 49,0 49,1 Добльхофер, Эрнст. Знаки и чудеса. — М.: Вече, 2004. — С. 368—399. — 427 с.
  50. Обнаружены в результате раскопок 1978 г. в городище Масковичи Браславского р-на. Источник: Археологическое наследие Беларуси. НАН Беларуси: Институт истории. Мн. «Беларуская навука», 2012, страница 130.
  51. Черноризец Храбр. 2016 йыл 4 март архивланған.
  52. Зализняк, А. А. О профессиональной и любительской лингвистике // Наука и жизнь, № 1—2. — 2009.
урыҫ телендә
  • Руны // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Кэрролл Р. Т. Руны // Энциклопедия заблуждений: собрание невероятных фактов, удивительных открытий и опасных поверий. — М.: Издательский дом «Вильямс», 2005. — 672 с. — ISBN 5-8459-0830-2, ISBN 0-471-27242-6.
  • Макаев, Э. А. Язык древнейших рунических надписей. — М.: Едиториал УРСС, 2002. — 156 с. — ISBN 5-354-00030-0.
  • Мельникова Е. А. Скандинавские рунические надписи. — М.: Восточная литература, 2001. — ISBN 5-02-018082-3.
  • Флауэрс С. Э. Руническое учение. — М.: София, Гелиос, 2002. — 320 с. — ISBN 5-344-00080-4.
  • Платов А. В. Руны: Два тысячелетия магической Традиции. — М.: Вече, 2011. — 448 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-9533-6162-0.
башҡа телдә
  • B. Odenstedt. On the Origin and Early History of the Runic Script. — Coronet Books Inc, 1990. — 182 с. — ISBN 978-9185352203.
  • Richard L. Morris. Runic and Mediterranean Epigraphy. — Coronet Books Inc, 1988. — 176 с. — ISBN 978-8774926832.
  • Enoksen, Lars Magnar. Runor. Historie, Tydning, Tolkning. — Lund: Historiske Media, 1999. — ISBN 91-89442-55-5.
  • Jansson, Sven B. F. Runeinskrifter i Sverige. — Almqvist & Wiksell Forlag, 1976. — ISBN 91-20-04457-7.
  • Jacobsen, Lis — Moltke, Erik. Danmarks Runeindskrifter. Lommeudgave. — København: Ejnar Munksgaards Forlag.
  • Otto von Friesen. Rökstenen. Runstenen vid Röks kyrka Lysings härad Östergötland. — Stockholm: Vitterhetsakademien, 1920.
  • Arntz, Helmut: Handbuch der Runenkunde. Halle/Saale: 1935 Niemeyer
  • Arntz, Helmut: Die Runenschrift. Ihre Geschichte und ihre Denkmaeler. Halle/Saale: 1938 Niemeyer
  • Hunger, Ulrich: Die Runenkunde im Dritten Reich. Ein Beitrag zur Wissenschafts — und Ideologiegeschichte des Nationalsozialismus. Frankfurt/Main: Www 1984
  • Gaul-Ferenschild, Hartmut: National-voelkisch-konservative Germanistik. Kritische Wissenschaftsgeschichte in personengeschichtlicher Darstellung. Bonn: 1993 Bolvier
  • Kater, Michael H.: Das «Ahnenerbe» der SS 1935—1945. Ein Beitrag zur Kulturpolitik des Dritten Reiches. 2. erg. Aufl. Muenchen: 1997 Oldenbourg
  • Krause, Wolfgang: Was man in Runen ritzte. 2. verb. Aufl. Halle/Saale: 1943 Niemeyer
  • Plassmann, Joseph Otto: Runenformen in brauchtuemlichen Sinnbildern. In: Germanien. Jg.4—H. 4 (1936), S. 105—114
  • Poliakov, Leon & Wulf, Joseph: Das dritte Reich und seine Denker. Wien: 1983 Ullstein
  • Reichardt, Konstantin: Runenkunde. Jena: Diederichs 1936 Runenberichte. Bd.1 H. 1-4 (1939—1942)
  • Roemer, Ruth: Sprachwissenschaft und Rasseideologie in Deutschland. Muenchen: 1985 Fink
  • Weigel, Karl Theodor: Runen und Sinnbilder. Berlin: 1935 Metzner
  • Wirth, Hermann: Die heilige Urschrift der Menschheit. 2. Bde. Leipzig: Hase & Koehler, 1931.
  • Wuest, Walther: Zur Erkenntnis deutschen Wesens. Deutsches Ahnenerbe — Das Ahnenerbe. In: Germanien. Jg.5—H. 4 (1937), S. 97-101
  • Jansson, Sven B. F. Runeinskrifter i Sverige. — Almqvist & Wiksell Forlag, 1976. — ISBN 91-20-04457-7.
  • Jacobsen, Lis — Moltke, Erik. Danmarks Runeindskrifter. Lommeudgave. — København: Ejnar Munksgaards Forlag.
  • Klaus Röhrborn und Wolfgang Veenker. Runen, Tamgas und Graffiti aus Asie und Osteuropa. — Wiesbaden, 1985.
  • Ральф Х Блюм. Книга Рун. — Великобритания, -.