Эстәлеккә күсергә

Ҡадиров Сабир Рәхим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сабир Рәхим улы Ҡадиров битенән йүнәлтелде)
Ҡадиров Сабир Рәхим улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 7 март 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1]
Тыуған урыны Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Туҙлыкыуыш, Рәсәй
Вафат булған көнө 13 декабрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1] (78 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Ҡадиров Сабир Рәхим улы (7 март 1906 йыл13 декабрь 1984 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлек начальнигы урынбаҫары, гвардия подполковнигы. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Сабир Рәхим улы Ҡадиров 1906 йылдың 7 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы) Туҙлыҡыуыш ауылында тыуған.

1917 йылда Туҙлыҡыуыш земство башҡорт-урыҫ мәктәбен тамамлай.

1925 йылда Бәләбәй педагогия техникумын тамамлай.

1925—1926 йылдарҙа мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.

1927—1929 йылдарҙа Бәләбәйҙә крәҫтиән йәштәре мәктәбе директоры була.

1929—1931 йылдарҙа Туймазы район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. 1931 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

1931—1938 йылдарҙа Өфө сәнғәт техникумы директоры булып эшләй. Бер үк ваҡытта К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының киске бүлегендә уҡып, 1933 йылда уның тарих факультетын тамамлай.

1938—1939 йылдарҙа — ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының лекторы.

1939—1941 йылдарҙа Башҡорт опера театры директоры вазифаһын башҡара.

1941 йылдың 23 июненән Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, 17-се бригада политбүлегенең өлкән инструкторы була. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.

1941 йылдың 20 ноябренән — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлек башлығы урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында яралана, контузия алған. Артабан 62-се кавалерия полкы командиры. 1944 йылдың мартынан — 14-се Мозырь кавалерия дивизияһының 52-се кавалерия полкы командиры урынбаҫары. Еңеүҙе Эльба ярында АҠШ ғәскәрҙәре менән осрашып ҡаршылай.

Һуғыштан һуң Миңлеғәле Шайморатов тураһында «Урал бөркөтө» тигән китап яҙа.

Өфө ҡалаһы буйынса 3-сө Аксаков һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1984 йылдың 13 декабрендә Өфөлә вафат була, Туҙлыҡыуыш ауылында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  • Орел Урала : О первом командире 16-й гвард. Башк. кавалерийск. дивизии М. М. Шаймуратова. Пер. с башк. / С. Р. Кадыров; Лит. запись З. Султанова. - Уфа : Башк. кн. изд-во, 1985. - 126 с. : ил.; 17 см. (Китаптың темаһы: 1941-1945 йй. бөйөк Ватан һуғышында кавалерия)