Эстәлеккә күсергә

Сәғитов Рәсүл Хәсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сагитов Расуль Хасанович битенән йүнәлтелде)
Сәғитов Рәсүл Хәсән улы
Тыуған көнө

14 март 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (60 йәш)

Ил

 СССР
 Рәсәй

Эшмәкәрлеге

журналист

Наградалары һәм премиялары
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Сәғитов Рәсүл Хәсән улы (14 март 1964 йыл) — башҡорт радиожурналисы, яҙыусы һәм тәржемәсе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2016), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2005).

Рәсүл Хәсән улы Сәғитов 1964 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған.

1981 йылда Иҫке Монасип урта мәктәбен тамамлағандан һуң, бер нисә ай «Ҡыҙыл таң» колхозында эшләй, ноябрҙә комсомол юлламаһы менән райондың «Таң» гәзите редакцияһына эшкә ебәрелә.

Чита ҡалаһында Хәрби-Һауа Көстәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас (1982—1984), Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында юғары белем ала (1990).

1990—1991 йылдарҙа — Белорет районының «Урал» гәзите хеҙмәткәре, Белорет ҡалаһының 1-се мәктәбендә уҡытыусы.

1991 йылда «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына күсә: «Башҡортостан эфиры» гәзите хәбәрсеһе, радиотапшырыуҙар студияһында өлкән мөхәррир, телевидениела ижтимағи-сәйәси программалар ижад берекмәһе етәксеһе, «Башҡортостан эфиры» гәзитенең баш мөхәррире, радиола комментатор, Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының «Юлдаш» радиоһында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе була.

Әлеге ваҡытта — «Башҡортостан» телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы Акционерҙар йәмғиәтенең «Юлдаш» радиоһында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе[1].

‎Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетын (1998) тамамлай, Мәскәү Телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре һөнәрен камиллаштырыу институтында уҡый (2001).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Радиожурналистикалағы хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Даирә», «Асыҡ студия», «Заман һулышы» радиотапшырыуҙары, «Үткән заман», «Мең туғыҙ йөҙ илле алты», «Мең туғыҙ йөҙ етмеш биш» күп сериялы документаль радиофильмдары, «Тарих теҙмәһе» күп сериялы документаль телевизион фильмы, кескәй радиоспектаклдәр, бер нисә нәфис кинофильмдың башҡортсаға тәржемәһе.

30 октябрь 2017. «Асыҡ студия»ла ҡунаҡта Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре Рөстәм Нурыев һәм Зәйтүнә Әйле. Рәсүл Сәғитов башҡортса сәй эсергә өйрәтә һәм эш өҫтөндә.

Ун ике йыйынтыҡта баҫылған хикәйәләре һәм новеллалары уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Урыҫ телендәге яҙмалары республикала нәшер ителгән «Бельские просторы», «Ватандаш», «ЛИФФТ» журналдарында, шулай уҡ Мәскәүҙә сыҡҡан «Журналист», «Журналистика и медиарынок» журналдарында, «Литературная газета»ла донъя күрҙе.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре, мәҡәләләре, интервьюлары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

{{Hider|title = Исемлек|title-style = text-align: left; color: black; background-color: lavender; font-weight: bold; |content-style = color: black; background-color: ghostwhite; text-align: left; |hidden=1 |content =

  • Нигеҙ буйында. Хикәйә // «Таң» гәзите, 1988 йыл, 10, 13, 16 декабрь.
  • Тыуған ауылым минең… // «Таң» гәзите, 1989 йыл, 4 февраль.
  • Байрамдар еткән һайын // «Таң» гәзите, 1989 йыл, 14 март.
  • Кроссворд // «Совет Башҡортостаны» гәзите, 1989 йыл, 23 апрель.
  • Кроссворд // «Совет Башҡортостаны» гәзите, 1989 йыл, 2 июль.
  • Һемәйҙек… Хикәйә // «Таң» гәзите, 1989 йыл, 19 август.
  • Кроссворд // «Совет Башҡортостаны» гәзите, 1989 йыл, 17 сентябрь.
  • Кроссворд // «Совет Башҡортостаны» гәзите, 1990 йыл, 11 февраль.
  • Әҙәм балаһы // Хикәйә // «Йәшлек» гәзите, 1990 йыл, 7 июль.
  • Фильм о художнике // Газета «Эфир Башкортостана», 28 октября — 3 ноября 1991 года.
  • Вы нам писали // Газета «Эфир Башкортостана», 28 ноября 1991 года.
  • «Просто люблю это дело…» // Газета «Эфир Башкортостана», 9-15 декабря 1991 года.
  • «Трудности преодолеваются легче» // Газета «Эфир Башкортостана», 16-22 декабря 1991 года.
  • Бәхет килһен һиңә, Башҡортостан! // «Башҡортостан эфиры» гәзите, 23-29 декабрь, 1991 йыл.
  • Первые шаги уже сделаны // Газета «Эфир Башкортостана», 30 декабря 1991 года — 5 января 1992 года.
  • Что было и что будет? // Газета «Эфир Башкортостана», 6-12 января 1992 года.
  • Слово к читателю // Газета «Эфир Башкортостана», 20-26 января 1992 года.
  • Эфир — это тоже сцена// Газета «Эфир Башкортостана», 5 марта 1992 года.
  • Ҡарғыш. Хикәйә // «Йәшлек» гәзите, 1992 йыл, 8, 11 август.
  • Немецтар башҡортса өйрәнә // «Башҡортостан» гәзите, 1993 йыл, 10 июль.
  • А снег все шел… Рассказ. // Газета «Известия Башкортостана», 1995 год, 8, 9 февраля, № 26, 27.
  • Күтәрелеү. Хикәйә // «Йәшлек» гәзите, 1995 йыл, 23 март.
  • Һайлау. Хикәйә // «Таң» гәзите, 1995 йыл, 30 май.
  • Һайлау. Хикәйә // «Район тормошо» гәзите, 1995 йыл, 30 август.
  • Урап үтмә, алаша! Хикәйә // «Йәшлек» гәзите, 1995 йыл, 14 сентябрь.
  • Һайлау. Хикәйә // «Башҡортостан» гәзите, 1996 йыл, 29 март.
  • Балыҡсы хәбәре. Хикәйә // «Шоңҡар» журналы, 1996 йыл, № 4.
  • Толом да ғына толом, ай… Хикәйә // «Йәшлек» гәзите, 1996 йыл, 5 май.
  • Тормош спорттан ғына тормай… // «Йәшлек» гәзите, 1996 йыл, 7 май.
  • «Башҡортостан эфиры», һин миңә килеп йөрө! // «Йәшлек» гәзите, 1998 йыл, 8 декабрь.
  • Ирмен тигән ир кеше ҡулы менән ел ярҙы // «Йәшлек» гәзите, 1999 йыл, 29 май.
  • Тарихты үҙгәртеп булмай // «Башҡортостан» гәзите, 2005 йыл, 16 март.
  • Ҡыңғырауҙы дуғаға тағалар… // «Киске Өфө» гәзите, 2005 йыл, 24 — 30 сентябрь.
  • Сират. Хикәйә // «Ағиҙел» журналы, 2005 йыл, № 12.
  • Эфир киңлектәрен иңләп // «Таң» гәзите, 2006 йыл, 14 февраль.
  • Ярҙам. Һыуы тәмлерәк. Хикәйәләр // «Башҡортостан» гәзите, 2006 йыл, 1 март.
  • Зиңгерләү. Хикәйә // «Йәшлек» гәзите, 2006 йыл, 21 март.
  • Бөйөк ғәмәл. Хикәйә // «Аманат» журналы, 2006 йыл, май.
  • «Улар бирешмәгән. Беҙ ҙә сайҡалмайыҡ» // «Башҡортостан» гәзите, 2006 йыл, 16 июнь.
  • Һабаҡ. Үҙгәреү. Ҡыҫҡа хикәйәләр // «Киске Өфө» гәзите, 2006 йыл, 17 — 23 июнь.
  • Хәтәр хәл. Хикәйә // «Йәшлек» гәзите, 2006 йыл, 12 сентябрь.
  • Үткәндәрҙән фәһем дә, ғибрәт тә алайыҡ // «Йәшлек» гәзите, 2006 йыл, 26 октябрь.
  • Яҡты хәтирә. Хикәйә // «Киске Өфө» гәзите, 2006 йыл, 18 — 24 ноябрь.
  • Әсәй һабағы. Хикәйә // «Аманат» журналы, 2006 йыл, декабрь.
  • Менүме, төшүме? Урау гамәл. Хикмәтле хикәяләр // «Кызыл таң» гәзите, 2006 ел, 16 декабрь.
  • Уй туйы. Хикәйә // «Ағиҙел» журналы, 2007 йыл, № 2.
  • Кәбән йәл. Асыу һәм хөрмәт. Кем бәхетле? Хикмәтле хикәйәләр // «Шоңҡар» журналы, 2007, № 2.
  • Бәхетле песи. Хикәя // «Өмет» гәзите, 2007 ел, 8 февраль.
  • Телефон кешеһе. Килен. Хикмәтле хикәйәләр // «Башҡортостан» гәзите, 2007 йыл, 14 апрель.
  • «Барыр ер барҙа барыр юл да табыла!» // «Йәшлек» гәзите, 2009 йыл, 19 март.
  • Көслөнөкө — замана. Бауҙа этме, бабаймы? Дөрөҫмө был, юҡмы? Хикәйәләр // «Киске Өфө» гәзите, 2009 йыл, 16 — 22 май.
  • Дөрөҫ эшләнекме? Ваҡытлы яуап. Оҫталыҡмы? Хикәйәләр // «Башҡортостан» гәзите, 2009 йыл, 6 август.
  • Тормош — иркен төшөнсә // «Башҡортостан» гәзите, 2009 йыл, 5 сентябрь.
  • Сәбәп. Хикәйә // «Йәшлек» гәзите, 2009 йыл, 31 октябрь, 3 ноябрь.
  • Уйын һәм уймаҡ // «Аманат» журналы, 2009 йыл, № 12.
  • Кеше һәм уның эше // «Башҡортостан» гәзите, 2010 йыл, 5 февраль.
  • Тутыҡ сөй. Хикәйә // «Йәшлек» гәзите, 2010 йыл, 16, 18, 20 февраль.
  • Донъя йәме. Хикәйә // «Башҡортостан» гәзите, 2010 йыл, 24 февраль.
  • Ҡылыҡ. Хикәйә // «Ағиҙел» журналы, 2010 йыл, № 4.
  • Яҡшыны күр. Эш һәм теш. Олоғая бел… Хикәмтле хикәйәләр // «Шоңҡар» журналы, 2010 йыл, № 4.
  • Яҙыусылар союзында ағзалар арта // «Башҡортостан» гәзите, 2010 йыл, 1 май.
  • Менеүме, төшөүме? Хикәйә // «Башҡортостан» гәзите, 2010 йыл, 22 май.
  • Һеҙҙеке! // «Һәнәк» журналы, 2010 йыл, июнь.
  • Ялҡынлы йыл // «Башҡортостан» гәзите, 2010 йыл, 22 июнь.
  • Маһирлыҡ // «Башҡортостан» гәзите, 2010 йыл, 28 август.
  • Һабаҡ // «Башҡортостан» гәзите, 2010 йыл, 31 август.
  • Үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡәҙерләргә тейешбеҙ // «Башҡортостан» гәзите, 2010 йыл, 3 сентябрь.
  • Яҙатайымға китмәһен һүҙ // «Таң» гәзите, 2010 йыл, 1 сентябрь.
  • Төп сәбәп // «Башҡортостан» гәзите, 2010 йыл, 25 сентябрь.
  • Эш һәм теш // Төҙәтеү // Төп сәбәп // Бар // Олоғая бел // Ҡатындар аҡылы // «Киске Өфө» гәзите, 2010 йыл, 25 сентябрь — 1 октябрь.
  • Һағыҙ // «Башҡортостан» гәзите, 2010 йыл, 30 октябрь.
  • Асыш // «Башҡортостан» гәзите, 2011 йыл, 28 ғинуар.
  • Матурлыҡ. Даһи. Хикмәтле хикәйәләр // «Шоңҡар» журналы, 2011 йыл, № 2.
  • Һәйбәт түгел // «Башҡортостан» гәзите, 2011 йыл, 24 февраль.
  • Әрләү аша йәлләү // Уныһы ла дөрөҫ // 2011 йыл, 18 март.
  • Насар яңылыҡ // «Башҡортостан» гәзите, 2011 йыл, 19 март.
  • Ямғырҙан һуңғы ҡояш // «Йәшлек» гәзите, 2011 йыл, 2 апрель.
  • Йәштәр ижады: табыштар, зарҙар һәм һығымталар // «Йәшлек» гәзите, 2011 йыл, 9 апрель.
  • Ялған көйәҙлек зыяны // «Йәшлек» гәзите, 2011 йыл, 29 апрель.
  • Күҙ тейеү. Хикәйә // «Башҡортостан» гәзите, 2011 йыл, 9 июль.
  • Тормошта — шулайыраҡ // «Шоңҡар» журналы, 2011 йыл, № 11.
  • 2011 йылға йомғаҡ // «Йәшлек» гәзите, 2011 йыл, 24 декабрь.
  • 2011 йылға рәхмәтлемен // «Башҡортостан» гәзите, 2011, 31 декабрь.
  • Самаһыҙ ҡыҙма. Хикмәтле хикәйә // «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 13 ғинуар.
  • Аждаһаға ғәйеп таҡмайыҡ, ул беҙҙе йотолоуҙан һаҡлаусы мифик зат // «Киске Өфө» гәзите, 2012 йыл, № 1.
  • Рухиәт — тормош имәненең тамыры // «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 1 март.
  • Хикмәт // «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 13 апрель.
  • В деревне — живут! // Журнал «Журналистика и медиарынок», 2012 год, № 5.
  • Рухи хазина тип йәшәү — үҙе батырлыҡ // «Шоңҡар» журналы, 2012 йыл, № 6.
  • «Үҙ төбәгеңдеке мөһимерәк» // «Йәшлек» гәзите, 2012 йыл, 5 июнь.
  • Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ямғырға түгел, туған моңдарға ҡойондо // «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 29 июнь.
  • Конь корреспондент // Журнал «Журналистика и медиарынок», 2012 год, № 7.
  • Ножкой в глаз // Журнал «Журналистика и медиарынок», 2012 год, № 8.
  • Асыуһыҙ шелтә. Бүтән өсөн. Хикмәтле хикәйәләр // «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 9 август.
  • Атака на барабанные перепонки // Журнал «Журналист», 2012 год, № 8.
  • Ғәҙел кеше. Хикәйә // «Ағиҙел» журналы, 2012 йыл, № 9.
  • Боҙолған күренеш // «Шоңҡар» журналы, 2012 йыл, № 9.
  • Тәбиғи хәл. Сәнғәт көсө. Хикмәтле хикәйәләр // «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 7 сентябрь.
  • Ноша, которая не тянет // Журнал «Журналист», 2012 год, № 10.
  • Алтындан алдын мәсьәлә // «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 27 октябрь.
  • Микрофон не обманешь // Журнал «Журналист» , 2012 год, № 11.
  • Фекер уртаҡлашыуҙан ялҡмайым // «Башҡортостан» гәзите, 2012 йыл, 1 ноябрь.
  • Теманы дауам итеп… // «Киске Өфө» гәзите, 2012 йыл, 10 — 16 ноябрь.
  • Тот самый репортаж // Газета «Истоки», 2012 год, 28 ноября, № 48.
  • Открытым текстом. Красота. Больше прямых включений! Рассказы // Бельские просторы, 2012, № 12. (рус.)
  • Үҙең булып ҡалыр өсөн һүҙең булһын — алыр көсөң // «Шоңҡар» журналы, 2012 йыл, № 12.
  • Открытым текстом // Газета «Истоки», 2012 год, 26 декабря.
  • Донъялар түңәрәк булһын. Хикмәтле хикәйә // «Башҡортостан» гәзите, 2013 йыл, 9 ғинуар.
  • Острые грани прямого эфира // Журнал «Журналист», 2013 год, № 1.
  • Камил тормош нигеҙе // Хикмәтле хикәйә // "Башҡортостан календары", 2013. 31 ғинуар бите.
  • Тутыҡ сөй. Хикәйә // «Шоңҡар» журналы, 2013 йыл, № 2.
  • Звуковых дел мастера // Журнал «Журналист», 2013 год, № 2.
  • Һутлы тел, утлы фекер // «Башҡортостан» гәзите, 2013 йыл, 4 декабрь.
  • Ҡарғыш. Хикәйә // «Тулпар» журналы, 2014 йыл, № 2.
  • «Сначала выл звук» // Журнал «Бельские просторы», 2014 год, № 2.
  • Ноша, которая не тянет, или Радио — моя работа! // Журнал «Ватандаш», 2014 год, № 3.
  • «Был донъяла һәр кем — хеҙмәтсе» // «Башҡортостан» гәзите, 2014 йыл, 18 март.
  • «Тура эфир ул дошман һөжүменә тиң», Йәки ни өсөн Рәсүл Сәғитов обой һатып алмай? // «Йәшлек» гәзите, 2014 йыл, 21 март.
  • Имен-аман торайыҡ! // «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 2 октябрь.
  • Давайте оправдывать надежду // Журнал «Ватандаш», 2015 год, № 10.
  • Оялмай, файҙалана белеү дөрөҫ // «Йәшлек» гәзите, 2015 йыл, 30 октябрь.
  • Һүҙһеҙ ҙә билдәле // «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 24 ноябрь.
  • Һүҙҙәр күҙҙәрҙе аса // «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 27 ноябрь.
  • Һорауҙар һәм яуаптар шарты // «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 23 декабрь.
  • Вариантов ответа нет // Журнал «Бельские просторы», 2015 год, № 12.
  • Бөтә нәмә шәп булһын // «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 22 ғинуар.
  • Только тогда шаги твои уверенны // Журнал «Ватандаш», 2016 год, № 1.
  • Һәр кемдең — үҙ ҡаҙаны // «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 3 февраль.
  • Юл буйында — бөҙрә сауҡалар // «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 5 февраль.
  • Һүҙҙәр ҡыйынһынмаһын // «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 19 февраль.
  • Күндәм ярҙам итһендәр // «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 4 март.
  • Ир-егеттәрбеҙ бит! // Тел ярҙамы // Һүҙҙәр хакимлығы // Бөтмәгән әле // «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 11 март.
  • Вдоль дороги березки стояли… // Журнал «Ватандаш» // 2016 год, № 3.
  • Көләс һыуҙар // «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 10 май.
  • Сафлыҡ ҡаршылаһын, таплыҡ түгел // «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 3 июнь.
  • Я на него не в обиде // Журнал «Ватандаш», 2016 год, № 6.
  • Үҙеңде лә уйла, илеңде лә буйла // «Йәшлек» гәзите, 2016 йыл, 29 июль.
  • Көтөлгән хәл // «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 2 август.
  • Бөтә донъя, гүйә, тамашасы ине… // «Йәшлек» гәзите, 2016 йыл, 14 октябрь.
  • Уйла, яуаплылыҡ той // «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 30 ноябрь.
  • Великое искусство // Журнал «Ватандаш», 2016 год, № 11.
  • Байрамға иң шәп бүләктәр // «Башҡортостан» гәзите, 2016 йыл, 30 декабрь.
  • Төшөндөм дә … ҡыуаныстан балҡыным! // «Башҡортостан» гәзите, 2017 йыл, 18 ғинуар.
  • Һайлаған һаҙға батмай // «Вестник Центральной избирательной комиссии Республики Башкортостан», № 01/02, 2017 год.
  • Ситләшмә // «Башҡортостан» гәзите, 2017 йыл, 15 март.
  • Йәлләнем // Һүҙе менән — үҙе // «Башҡортостан» гәзите, 2017 йыл, 18 апрель.
  • Журналист булып ижади йәндәр эшләһен // «Киске Өфө» гәзите, 2017 йыл, 10-16 июнь.
  • Эҙләп алынып уҡылһын // «Башҡортостан» гәзите, 2017 йыл, 14 июнь.
  • Ҡырҡмай торған үткерлек // «Йәшлек» гәзите, 2017 йыл, 18 август.
  • Ҡасан йыуаштан йыуан сыға? // «Башҡортостан» гәзите, 2017 йыл, 25 август.
  • Етди ризыҡ ҡазаһы // Эләкмәгеҙ! // Улар күктә кәрәк // «Башҡортостан» гәзите, 2017 йыл, 30 август.
  • Барыу ғына түгел, байыу ҙа… // «Башҡортостан» гәзите, 2017 йыл, 8 сентябрь.
  • Әрәм булған китаптарым// Һәр йәштең үҙ шәплеге // «Башҡортостан» гәзите, 2017 йыл, 29 сентябрь.
  • Шымараҡ та, шымыраҡ та // «Башҡортостан» гәзите, 2017 йыл, 17 ноябрь.
  • Урынына ҡарап… // Юғарылыҡ нигеҙе // Эшеңде хөрмәт ит // «Башҡортостан» гәзите, 2017 йыл, 15 декабрь.
  • Журналислыҡ бурысымды атҡарғанда… // «Башҡортостан» гәзите, 2018 йыл, 2 февраль.
  • Ғүмерлек эшкингәнлек // «Башҡортостан» гәзите, 2018 йыл, 23 март.
  • Сковорода с бриллиантами // «Литературная газета», 26 марта 2018 г.
  • Кешесә // Хаҡлыҡ итһен тантана // Шундайбыҙ // Йылмайыуһыҙ йылылыҡ // Эш менән һүҙ берлеге // Аҫтан — өҫкә // Күтәреп — күтәрелеү // «Башҡортостан» гәзите, 2018 йыл, 11 май.
  • Белемдең телемгә йоғонтоһо // «Ағиҙел» журналы, 2018 йыл, № 6.
  • «Һәр раҫлауың иҫбатларлыҡ булһын» // «Ватандаш» журналы, 2018 йыл, № 6.
  • Вдоль дороги березки стояли. Я на него не в обиде. // Литературный журнал «ЛиФФт», 2018 год, декабрь.
  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан… // «Йәшлек» гәзите, 2019 йыл, 25 ғинуар.
  • Күркәм тел һәр кемгә кәрәк // «Ағиҙел» журналы, 2019 йыл, № 2.
  • Тормош күренештәре // «Шоңҡар» журналы, 2019 йыл, март.
  • Уймаҡ хикәйәләр // «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, 2019 йыл, март.
  • Күҙәтеүҙәрҙән күренештәр // «Йәшлек» гәзите, 2019 йыл, 15 март.
  • Креслоречие // Лучший отдых // Использовать строго по назначению // Газета «Республика Башкортостан», 2 июля 2019 г.
  • Журналистың яңы уйҙары // «Йәшлек» гәзите, 12 июль, 2019 йыл.
  • Журналистың ҡуйын дәфтәренән // Асылмаһын. Һаҡланырһың. // «Башҡортостан» гәзите, 2019 йыл, 2 август.
  • Кәзә, ҡоралай һәм телевизор // «Башҡортостан» гәзите, 2019 йыл, 12 ноябрь.
  • Әйтелгән һәм әйтелмәгәндәрҙән // «Башҡортостан» гәзите, 2020 йыл, 14 ғинуар.
  • Әйткән һүҙ атҡан уҡ түгел // «Ағиҙел» журналы, 2020 йыл, № 2.
  • Журналистың ҡуйын дәфтәренән // Урынына ҡарап… Юғарылыҡ нигеҙе. Эшеңде хөрмәт ит // «Башҡортостан» гәзите, 2020 йыл, 21 апрель.
  • Радиожурналист Расуль Сагитов: «Решай судьбу страны лично» // Газета «Республика Башкортостан», 7 июня 2020 г.
  • Дауам итеп шуны әйтәйем… // «Йәшлек» гәзите, 2020 йыл, 26 июнь.
  • Ялмап килгән ялҡынды туҡтата алған Йәншишмә // «Башҡортостан» гәзите, 2020 йыл, 7 август.
  • Йәм сығанағы // «Йәшлек» гәзите, 2020 йыл, 28 август.
  • Тамырға ҡарау аңды яҡтырта // «Башҡортостан» гәзите, 2020 йыл, 1 сентябрь.
  • Халыҡ радиоһы ул «Юлдаш»! // «Киске Өфө» гәзите, 2020 йыл, 3-9 октябрь.
  • Ғәйеп һүҙҙә түгел // Уйын һәм уймаҡ // «Башҡортостан» гәзите, 2020 йыл, 16 октябрь.
  • Төп нөсхәләй ҡабул ителһен әҫәрең // «Башҡортостан» гәзите, 2020 йыл, 27 ноябрь.
  • Күңел ҡалһын тере // «Йәшлек» гәзите сайты, 2020 йыл, 24 декабрь.
  • Донъя тарайманы ла, ҡарайманы ла // «Башҡортостан» гәзите, 2021 йыл, 5 ғинуар.
  • Ҡыҙыҡ әле, бик ҡыҙыҡ! // «Башҡортостан» гәзите, 2021 йыл, 12 ғинуар.
  • Һүҙе барҙың үҙе бар // "Башҡортостан календары", 2021 йыл, 14 ғинуар бите.
  • Хөрмәт билдәһе // «Башҡортостан» гәзите, 2021 йыл, 11 июнь.
  • Урок навсегда // «Литературная газета», 30 июня — 6 июля 2021 г., № 26 (6791).
  • Тауҙарҙағы яуҙар // «Башҡортостан» гәзите, 2021 йыл, 17 август.
  • Етди мәҙәклек // «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, 2021 йыл, август.
  • Яуап бирер мәл етә // «Йәшлек» гәзите, 2021 йыл, 3 сентябрь.
  • "Емерге"не емереп… Гармунлы проект популярлыҡ яулай! // «Башҡортостан» гәзите, 2021 йыл, 21 сентябрь.
  • Интернетҡа ингәндә // «Башҡортостан» гәзите, 2021 йыл, 24 сентябрь.
  • Күҙ алдындағы буйынса һүҙ алдым // «Йәшлек» гәзите, 2021 йыл, 1 октябрь.
  • Бөйөк тә ул, бер йөк тә ул // «Йәшлек» гәзите, 2021 йыл, 8 октябрь.
  • Һүҙҙең һүҙҙе йәмләгәне, йәнләгәне // «Йәшлек» гәзите, 2021 йыл, 15 октябрь.
  • Йөрәгем аша үтә һәр һүҙем // «Йәшлек» гәзите, 2021 йыл, 5 ноябрь.
  • Биләһен һәм биҙәһен // "Башҡортостан календары", 2021 йыл, 23 ноябрь бите.
  • Телен һаҡлаған — донъя бөтөнлөгөн яҡлаған // «Башҡортостан» гәзите, 2021 йыл, 7 декабрь.
  • Күңел асыу түгел, күңелдең асылыуы // «Башҡортостан» гәзите, 2022 йыл, 8 февраль.
  • Барыр юлын белгән — бәхетле // «Башҡортостан» гәзите, 2022 йыл, 15 март.
  • Телең булһын кейемең // «Башҡортостан» гәзите, 2022 йыл, 19 апрель.
  • "Мин йөрәгем менән яҙам..." «Ҡыҙыл таң» гәзите, 2022 йыл, 10 июнь.
  • Телде тәрән яратҡан — камил хәбәр яралтҡан // «Йәшлек» гәзите, 2022 йыл, 26 август.
  • Ир һәм ил — тамырҙаш һүҙҙәр // "Йәшлек" гәзите, 2022 йыл, 21 октябрь.
  • Көнүҙәк, телдә биҙәк // "Башҡортостан" гәзите, 2022 йыл, 25 октябрь.
  • Ил йөҙөнә сыҡҡанда // "Башҡортостан" гәзите, 2022 йыл, 9, 16 декабрь.
  • Һәр кем йөкмәр йөк түгел // "Йәшлек" гәзите, 2023 йыл, ғинуар.
  • "Йөрәгем аша үтә һәр һүҙем" // "Башҡортостан" гәзите, 2023 йыл, 13 июнь.
  • "Бала һәр саҡ мохтаж остазға" // "Ватандаш" журналы, 2023 йыл, октябрь.
  • "Өҫтән, юғары көстән" // "Башҡортостан" гәзите, 2024 йыл, 15 март.
  • "Тере жан бит ул сүз" // "Кызыл таң" гәзите, 2024 ел, 15 март.
  • "Һәйбәт телмәр һәр нәмәне ҡыҙыҡ яһай" // "Ватандаш" журналы, 2024 йыл, март.
  • Донъя менән, аңың менән ижадилыҡ идара итә // "Киске Өфө" гәзите, 2024 йыл, 12 - 18 апрель.
  • "Юлда табылған юлда төлшөп тә ҡала" // "Ағиҙел" журналы, 2024 йыл, апрель.

Әҙип тураһында матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. радиоһы сайты. Ижади төркөм. Рәсүл Сәғитов 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. 2,0 2,1 Башҡорт журналисы Рәсүл Сәғитовтың алтынсы китабы донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 4 апрель  (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2017)
  3. Журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитовтың сираттағы китабы баҫылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 21 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2017)
  4. Өфөлә билдәле журналист студенттарҙы үҙенең китабы менән таныштырҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 27 апрель (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2017)
  5. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Сайт Главы Республики Башкортостан, 2016, 29 декабрь 2021 йыл 17 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2016)
  6. Информационный портал Республики Башкортостан. О присвоении почетного звания «Заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан» работникам студии радиовещания Государственного унитарного предприятия «Телерадиовещательная компания „Башкортостан“». Указ Президента РБ от 01.10.2004 N УП-484. 2019 йыл 24 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 май 2018)