Эстәлеккә күсергә

Сафуан

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сафуан — ғәрәп-фарсы сығанаҡлы башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ингән ир-ат исеме.

Сафуан — «суфый», «тыйнаҡлы», «тотанаҡлы» мәғәнәләрендәге мосолман ир-ат исеме[1].

Сафуан Әлибаев (21 февраль 1941 йыл — 6 июль 2014 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1978 йылдан — КПСС ағзаһы, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011), Салауат районының почётлы гражданы (2015, үлгәндән һуң).

Сафуан Суфиан улы Яҡшығолов (апрель 1871 — июль 1931) —мәғрифәтсе-шағир, мулла һәм уҡытыусы. 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашыусы.

Сафуанов Рафаэль Мәхмүт улы (29 сентябрь 1953 йыл) — комсомол органдары ветераны, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡтыусыһы. 1987—1990 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Иҡтисад фәндәре докторы.

Сафуанов Әхмәт Вилдан улы (рус. Сафуанов Ахмет Вильданович (1913 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, медицина хеҙмәтенең гвардия старшинаһы, медицина хеҙмәте старшинаһы, саниструктор. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.

Сафуанов Суфиян Ғаяз улы (2 октябрь 1931 йыл — 30 ноябрь 2009 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1962), профессор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), В. П. Бирюков (1988) һәм Фәтих Кәрим (2007) исемендәге премиялар лауреаты.

Сафуан Әлибаев музейы


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ