Семёнов Николай Николаевич
Николай Николаевич Семенов (3 (15) апрель 1896 йыл — 25 сентябрь 1986 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР физигы һәм химигы, педагог, химик физикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Химик кинетика үҫешенә ҙур өлөш индерә.
СССР Фәндәр академияһы академигы (1932 йыл; 1929 йылдан мөхбир ағзаһы), совет ғалимдарынан химия буйынса берҙән-бер Нобель премияһы лауреаты (1956 йылда Сирил Хиншелвуд менән берлектә). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Николаевич Семенов 1896 йылда Һарытау>ҙа, Елена Александровна менән Николай Александрович Семеновтар ғаиләһендә тыуа. 1913 йылда Һамар реаль училищеһын тамамлай, исеме алтын таҡтаға индерелә.
Училищеның етенсе класында (1912—1913 йй.) уның физика уҡытыусыһы Ҡазан университетының Физика-математика факультетын таммалаған Владимир Иванович Кармилов була. Ул йәш Семеновтың ғүмерен фәнгә бағышларға ынтылыуын хуплай һәм артабанғы йылдарҙа ла уның менән дуҫ булып ҡала. 1913 йылдың июлендә Семенов Петроград университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Атаһы, элекке офицер, улын хәрби карьераһын һайлар тип өмөтләнә, һәм Николайҙың университетҡа инеүе ғаиләне икегә бүлә, атай менән ул араһында бер нисә йылға һуҙылған аңлашмаусылыҡҡа килтерә. Семенов икенсе курстан уҡ А. Ф. Иоффе етәкселегендә фән менән шөғөлләнә башлай, газ разрядтарында электрон бәрелеш тәьҫирендә атомдар һәм молекулаларҙың ионлашыуы буйынса бер нисә эш башҡара. Университетты 1917 йылда тамамлай, беренсе дәрәжә дипломға эйә була һәм университетта профессор стипендиаты (аспирантура аналогы) итеп ҡалдырыла.
1918 йылдың яҙында ата-әсәһе эргәһенә Һамарға каникулға ҡайта һәм Чехословакия корпусы фетнәһенә эләгә. 1918 йылдың июнендә Һамарҙа власть эсерҙарҙың Комучҡа (Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетына) күсә. Июлдә Семен аҡ гвардия халыҡ армияһына доброволец булып бара[10], артиллерияла батареяһында коновод булып хеҙмәт итә. 3 аҙна хеҙмәт иткәс, атаһының ҡаты ауырыуы (тиҙҙән ул вафат була) тураһында хәбәр ала һәм ялған ҡайтыуға өлгәшә. Һамарҙа «яңы ойошторолған Өфө батареяһына күсеүгә өлгәшә», әммә яңы хеҙмәт урынына китеп барғанда ҡаса һәм һуғышҡа шарттарында иң яҡын булған университет ҡалаһы Томскиға китә. Яҡынса ике йыл, 1918 йылдың сентябренән 1920 йылдың мартына тиклем (өҙөклөктәр менән), ғалимдар Томск университетында һәм Томск технология институтында эшләй[11]. 1919 йылда Колчак армияһына мобилизациялана һәм тәүҙә Томск артиллерия дивизионына эләгә, һуңынан, университет профессорҙарының юллауы һөҙөмтәһендә радиобатальонға күсерелә һәм Технология институтына командировкаға ебәрелә, унда ғилми тикшеренеүҙәрен дауам итә. 1919 йылдың декабрендә Томск Ҡыҙыл Армия ҡулына күсә, радиобатальон да уның составына инә. Томск коменданты ҡарары менән Семенов хеҙмәттән бушатыла һәм фәнни-уҡытыусылыҡ эшен дауам итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Семёнов Николай Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Nikolay Nikolayevich Semyonov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Nikolay Semyonov // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Nikolai Nikolajewitsch Semjonow // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Птушенко В. В., Ляпунова Е. А. История отечественной науки в переписке семьи Ляпуновых (1955–1962 гг.), The history of Russian science through the correspondence of the Lyapunov family (1955–1962) (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2021. — Т. 13, вып. 4. — С. 150—168. — ISSN 2076-8176; 2500-1221 — doi:10.24412/2076-8176-2021-4-150-168
- ↑ Письма советских учёных в издательство «Наука» в поддержку издания очерка Ж.А. Медведева «Биологическая наука и культ личности», Letters of Soviet scientists to the publishing house “Nauka” in support of the publication of Zhores Medvedev’s essay “Biology and the personality cult” (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2019. — Т. 11, вып. 2. — С. 20—40. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
- ↑ http://www.biograph.ru/index.php/whoiswho/1/350-goldanskyi
- ↑ https://fizika.sgu.ru/system/files_force/text-pdf/2020/01/2-2016_fizika.47-59.pdf — Б. 114.
- ↑ «Я был рад и ошеломлён находкой сокровищницы материалов по российской генетике», “I Was Delighted and Aghast at the Treasure Trove of Materials on Russian Genetics” (ингл.) // Историко-биологические исследования — 2018. — Vol. 10, Iss. 1. — P. 52—80. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
- ↑ «Под влиянием окружившей меня мелкобуржуазной среды и известного доверия, которое питала в то время мелкая буржуазия к меньшевикам и эсерам (как известно, возглавлявшим самарский Комуч), я вступил добровольно в середине июля в так называемую народную армию самарской „учредилки“».
- ↑ Томский период в жизни академика Н. Н. Семёнова . Дата обращения: 6 февраль 2007. Архивировано 13 май 2007 года. 2007 йыл 13 май архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гольданский В. И., Ениколопов Н. С., Зельдович Я. Б., Садовский М. А., Соколов Н. Д., Харитон Ю. Б.. Николай Николаевич Семенов (К девяностолетию со дня рождения) (рус.) // Успехи физических наук. — Российская академия наук, 1986. — В. 4. — Т. 148.
- Кондратьев В. Н.. Николай Николаевич Семёнов (К семидесятилетию со дня рождения) (рус.) // Успехи физических наук. — Российская академия наук, 1966. — В. 4. — Т. 88.
- Кондратьев В. Н., Садовский М. А., Эмануэль Н. М., Харитон Ю. Б., Зельдович Я. Б.. Николай Николаевич Семёнов (К восьмидесятилетию со дня рождения) (рус.) // Успехи физических наук. — Российская академия наук, 1976. — В. 4. — Т. 118.
- Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 465, 573. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.
- Н. Н. Семенов // В. А. Волков, Е. В. Вонский, Г. И. Кузнецова. Выдающиеся химики мира: Биографический справочник. — М.: Высшая школа, 1991. — С. 400—403.
- Николай Николаевич Семёнов. — М.: Наука, 1966.
- Садовничий В. А. Николай Николаевич Семенов (1896—1986) // О людях Московского университета. — 3-е изд., дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2019. — С. 141—146. — 356 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-19-011397-6.
- Семёнов Н. Н. // Гражданская защита. Энциклопедия в 4-х томах / В. А. Пучков. — 3-е, переработанное и дополненное. — Москва: МЧС России, ФГБУ ВНИИ ГОЧС (ФЦ), 2015. — Т. 3: П-С. — С. 476—477. — 658 с. — ISBN 978-5-93790-129-7.
- Храмов Ю. А. Семенов Николай Николаевич // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 244. — 400 с. — 200 000 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Семёнов Викиөҙөмтәлә | |
Николай Семёнов Викимилектә |
- Профиль Николая Николаевича Семёнова РФА рәсми сайтында
- 15 апрелдә тыуғандар
- 1896 йылда тыуғандар
- Һарытауҙа тыуғандар
- 25 сентябрҙә вафат булғандар
- 1986 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Император Санкт-Петербург университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Химия буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- Лондон короллеге йәмғиәте сит ил ағзалары
- Сталин премияһы лауреаттары
- КПСС-тың XXIII съезы делегаттары
- КПСС-тың XXII съезы делегаттары
- 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Леопольдина ағзалары
- Оксфорд университеты почётлы докторҙары
- 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 6-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- КПСС ҮК ағзалыҡҡа кандидаттар
- XX быуат химиктары
- Алфавит буйынса химиктар
- XX быуат физиктары
- СССР физиктары
- Алфавит буйынса физиктар
- Мәскәү физика-техник университетының уҡытыусылары
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары