Суслопаров Иван Алексеевич
Суслопаров Иван Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 19 октябрь 1897 |
Тыуған урыны | Вятка өйәҙе[d], Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 16 декабрь 1974 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Введенское зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | дипломат, хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | генерал[d] һәм генерал-майор[d] |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Суслопаров Иван Алексеевич Викимилектә |
Ива́н Алексе́евич Суслопа́ров (1897 йыл 19 октябрь, Крутихинцы ауылы, Вятка өйәҙе, Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы — 16 декабрь 1974, Мәскәү, СССР) — СССР хәрби эшмәкәре, дипломат һәм разведчик, артиллерия генерал-майоры (1940). СССР-ҙың Франциялағы илселеге янында хәрби атташе (1939—1941), Францияла союздаш көстәр штабында совет хәрби миссияһы начальнигы (1944—1945). Беренсе донъя һуғышында, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1945 йылдың 7 майында Реймста Совет командованиеһы исеменән, вәкәләттәргә эйә булмайынса, Германия капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуя, ул СССР һәм Рәсәй тарихнамәһендә «капитуляцияның алдан килешеү протоколы» булараҡ билдәлелек ала, сөнки аҙаҡ Юғары баш командующий И. В. Сталин талабы буйынса 1945 йылдың 8-нән 9 майына ҡараған төндә Берлиндың Карлсхорст биҫтәһендә капитуляцияға икенсе тапҡыр ҡул ҡуйыла.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Алексеевич Суслопаров, Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының үҙәк архивында һаҡланған шәхси эштәр материалдары, шулай уҡ башҡа ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, 1897 йылдың 19 октябрендә[1][2][3] (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа икенсе дата күрһәтелә — 26 сентябрь 1897 йыл[4])[комм. 1] Вятка губернаһының Вятка өйәҙе Нагорская улусы Крутихинцы ауылында
- ↑ В источниках, содержащих те или иные даты рождения Суслопарова (19 октября или 26 сентябпя 1897 года), не содержится указаний на то, по какому календарю (юлианскому или григорианскому) они приводятся. Разница дат юлианского и григорианского календарей по состоянию на 1897 год составляла 11 дней.
Деревня Крутихинцы впоследствии входила в состав Куменского сельсовета Кумёнского района Кировской области; в настоящее время не существует.</ref> крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1][2][3][5]. По национальности — русский[3][4][6].
Тарих фәндәре кандидаты А. П. Скогорев билдәләүенсә, Иван Суслопаров ауыл мәктәбенең 3 класын тамамлаған, шунан һуң тегенсе өйрәнсеге, ә һуңынан ялсы булып эшләгән[5]. 1912 йылда егет шулай уҡ ҡала мәктәбенең бер класын тамамлаған тип яҙалар М. А. Алексеев, А. И. Колпакиди һәм В. Я.Кочик[4]. .
1916 йылдың майында Император рус армияһына саҡырыла[4]. Беренсе донъя һуғышында, Төньяҡ фронтта хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, 109-сы запас полктың, һуңынан — 14-се айырым полктың отделение командиры[7], кесе унтер-офицер дәрәжәһенә тиклем хеҙмәт итә<[5][7]. Армияны демократлаштырыуға килтергән Февраль революцияһынан һуң Суслопаров рота комитеты рәйесе, шулай уҡ полк комитеты ағзаһы итеп һайлана[7].
Октябрь революцияһы мәленә Суслопаров Петроградта була. Большевиктар яғында 1917 йылдың 25 октябрендә (7 ноябрь) Петроградта Октябрь ҡораллы ихтилалында ҡатнаша[2][5][7].
1918 йылдан Ҡыҙыл Армияла. Граждандар һуғышы йылдарында «Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты» исемендәге 30-сы Иркутск уҡсылар дивизияһы составында Көнсығыш һәм Көньяҡ фронттарҙа һуғыша. Һуғыш тамамланғандан һуң Ҡыҙыл армияла хеҙмәтен дауам итә. Киев берләшкән хәрби училищеһын (1925) һәм Дзержинский исемендәге артиллерия академияһының инженер-команда факультетын тамамлай (1938). Комбриг (19.11.1938).
1939 йылдың октябрендә И. А. Суслопаров Парижда хәрби атташе итеп тәғәйенләнә; раҫланыуынса, дипломатик эште Көнбайыш Европалағы совет разведка селтәре етәкселеге, шул иҫәптән данлыҡлы «Ҡыҙыл капелла» менән берләштергән.
1940 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында генерал званиелары индерелгәс, И. А. Суслопаровҡа артиллерия генерал-майоры дәрәжәһе бирелә[8].
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән генерал Суслопаров Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы артиллерияһының штаб начальнигы булып хеҙмәт итә; һуңынан артиллерия Ҡыҙыл Байраҡлы офицерҙар составының белемен камиллаштырыу курсы етәксеһе була. 1943 йылдың ғинуарынан — урынбаҫары, 1943 йылдың апреленән — Көнбайыш фронттың 10-сы армияһы артиллерияһы командующийы[9]
1944 йылдың йәйендә И. А. Суслопароты тағы ла Парижға ебәрәләр, унда союздаш ғәскәрҙәр штабында совет хәрби миссияһы начальнигы була.
1945 йылдың 6 май кисендә генерал Суслопаров Реймстағы Көнбайыш союздаш ғәскәрҙәрҙең Юғары баш командующийы Дуайт Эйзенхауэрҙың ставкаһына саҡырыла, ул немец генералы Йодлдың Реймсҡа союздаштарға (шул иҫәптән СССР-ға) бирелеүгә ҡул ҡуйыу өсөн килеүе тураһында хәбәр итә. Суслопаровҡа Советтар Союзы исеменән Германияның капитуляцияһы тураһында актҡа ҡул ҡуйырға тәҡдим иткән Эйзенхауэр үтенесе буйынса, Суслопаров тәҡдим ителгән тексты кисекмәҫтән Мәскәүгә тапшыра һәм ҡул ҡуйыуға рөхсәт көтә. Капитуляция тураһында актҡа ҡул ҡуйыу мәленә (1945 йылдың 7 майында 2 сәғәт 30 минутҡа билдәләнгән) рөхсәт алынмай, һәм Суслопаров, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, документҡа СССР исеменән ҡул ҡуя — актта 4-се статья бар, ул уны «Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы төҙөгән йә улар исеменән төҙөлгән икенсе генераль документ менән» алмаштырырға мөмкинлек бирә. Ҡул ҡуйыу тантанаһы тамамланғандан һуң ғына Мәскәүҙән совет вәкиленә актҡа ҡул ҡуйыуҙы тыйған яуап килә.
Совет хөкүмәте капитуляция актына яңынан ҡул ҡуйыуҙы талап итә, ул 1945 йылдың 8 майынан 9 майына ҡараған төндә Карлсхорста, Берлин биҫтәһендә башҡарыла. Тантанала Суслопаров ҡатнаша. Бында ул Сталиндың Реймстағы үҙенең ҡылыҡтары буйынса бер ниндәй ҙә дәғүәләре булмауын белә[10].
Һуғыштан һуң генерал И. А. Суслопаров Хәрби дипломатик академияла уҡытыусы булып эшләй. 1955 йылдың мартында отставкаға сыға.
И. А. Суслопаров Мәскәүҙә 1974 йылдың 16 декабрендә вафат була. Введенский зыяратында ерләнгән (29 участка).
Маҡтаулы исмдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (1945 йыл 21 февраль)[11];
- өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943 йыл 14 май, 1944 йыл 3 ноябрь, 1949 йыл 20 июнь)[11];
- II дәрәжә Суворов ордены (1943 йыл 28 сентябрь)[11];
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[12]}[13];
- СССР миҙалдары, улар араһында:
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Киров өлкәһене Слободский районы Семаки ауылында урам Иван Суслопаровтың исемен йөрөтә[15]..
- Генерал-майор Суслопаровтың Реймста Германияның капитуляцияһы тураһында актҡа ҡул ҡуйған мәлдәге фотоһүрәте, сәйәси фәндәр кандидаты А. Г. Савойский әйтеүенсә, Безансон (Франция) ҡалаһында Икенсе донъя һуғышы осороноң хәрби документациялары музейында һаҡлана[16].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Ерофеев Ю. Н. Генерал, вошедший в историю . nvo.ng.ru. Независимое военное обозрение (24 ноябрь 2016). Дата обращения: 18 апрель 2020.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Залесский, 2013, с. 1380
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Лота, 2009, с. 8
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Алексеев, Колпакиди, Кочик, 2012, с. 742
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Скогорев А. П. Суслопаров Иван Алексеевич . Лица Москвы. Московская энциклопедия. Дата обращения: 18 апрель 2020.
- ↑ Лурье, Кочик, 2002, с. 308
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Алексеев, Колпакиди, Кочик, 2012, с. 742—743
- ↑ Газета «Красная звезда» (№ 135 от 12 июля 1940 года); цитируется по Ерофеев (2006)
- ↑ Лота В. И. Как был подписан предварительный акт о капитуляции фашистской Германии // Военно-исторический журнал. — 2009. — № 2. — С. 3—8.
- ↑ Порицкий Л. Акт о военной капитуляции Германии: «предварительная процедура» в Реймсе и «официальная ратификация» в Берлине. Архивированная копия . Дата обращения: 12 февраль 2009. Архивировано из оригинала 9 февраль 2009 года. 2009 йыл 9 февраль архивланған.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО)
- ↑ Винокуров, 2017
- ↑ Лурье, Кочик, 2002, с. 309
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета от 28 октября 1967 года. См. также: Указ Президиума Верховного Совета от 28 октября 1967 года // Ведомости Верховного Совета СССР. — 1967. — № 44 (1390). — С. 713—714.
- ↑ Ивана Суслопарова Улица . kladr-rf.ru. Классификатор адресов Российской Федерации. Дата обращения: 24 апрель 2020.
- ↑ Савойский, 2012, с. 60
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Акт о капитуляции Германии / Филитов А. М. // А — Анкетирование. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 361. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 1). — ISBN 5-85270-329-X.
- Алексеев М. А., Колпакиди А. И., Кочик В. Я. Энциклопедия военной разведки. 1918—1945 гг.. — М.: Кучково поле; Ассоциация «Военная книга», 2012. — 975 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-99-500219-2.
- Артамонов М. Д. Введенские горы. — М.: Московский рабочий, 1993. — 203 с. — (Московский некрополь).
- Болтунов М. Е. Победная точка // Ориентир : журнал. — 2017. — № 5. — С. 70—74.
- В. И. Ленин и кремлевские курсанты: воспоминания бывших кремлевских курсантов о Владимире Ильиче Ленине. — М.: Московский рабочий, 1987. — 300 с.
- Винокуров В. И. Полпред при втором фронте // Военно-промышленный курьер : газета. — 2017. — № 40. — С. 11.
- Вторая мировая война в воспоминаниях У. Черчилля, Ш. де Голля, К. Хэлла, У. Леги, Д. Эйзенхауэра / Сост. Е. Я. Трояновская. — М.: Политиздат, 1990. — 558 с. — ISBN 5-250-00782-1.
- Залесский К. А. Великая Отечественная война. Большая биографическая энциклопедия. — М.: АСТ, 2013. — 1759 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-17-078426-4.
- Лота В. И. Увидеть красный свет // Российской военное обозрение : журнал. — 2008. — № 6 (53). — С. 36—41.
- Лота В. И. Увидеть красный свет // Российской военное обозрение : журнал. — 2008. — № 7 (54). — С. 41—47.
- Лота В. И. Как был подписан предварительный акт о капитуляции фашистской Германии // Военно-исторический журнал. — 2009. — № 2. — С. 3—8.
- Лурье В. М., Кочик В. Я. ГРУ: дела и люди. — М., СПб.: «ОЛМА-Пресс», «Нева», 2002. — 640 с. — ISBN 5-7654-1499-0, ISBN 5-224-03528-7.
- Савойский А. Г. Белые страницы отечественной истории: 7 мая 1945 года // «Белые пятна» российской и мировой истории : журнал. — 2012. — № 4. — С. 53—62.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ерофеев Ю. Н. Генерал, вошедший в историю . Независимое военное обозрение (24 ноябрь 2016). Дата обращения: 18 апрель 2020.
- Скогорев А. П. Суслопаров Иван Алексеевич . Лица Москвы. Московская энциклопедия. Дата обращения: 18 апрель 2020.
- Текст: Постановление Совета Народных Комиссаров СССР от 4 июня 1940 года № 945 «О присвоении воинских званий высшему начальствующему составу Красной Армии» в Викитеке
- Текст: Акт о безоговорочной капитуляции Германии (7 мая) в Викитеке
- 19 октябрҙә тыуғандар
- 1897 йылда тыуғандар
- Вятка губернаһында тыуғандар
- 16 декабрҙә вафат булғандар
- 1974 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән наградланыусылар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Суворов ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Бөйөк Ватан һуғышы ғәскәр башлыҡтары
- СССР дипломаттары
- Бөйөк Пётр исемендәге Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре академияһын тамамлаусылар
- Генерал-майорҙар (СССР)
- Алфавит буйынса шәхестәр