Сәлимйән
Викидатала элемент тултырылмаған |
Сәлимйән — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Сәлимйән исеме осрай.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлимйән ғәрәп телендәге сәлим һәм фарсы телендәге йән һүҙҙәре ҡушып яһалған. Иҫән-һау, сәләмәт тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы (3 май 1950 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре кандидаты (2010). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), СССР Журналистар союзы (1988) һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. I һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика (1996) һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге (1996) премиялары лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2000) һәм «За заслуги в проведении Всероссийской переписи населения» миҙалы (2003) менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны (2010).
Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы (25 сентябрь 1915 йыл — 12 июль 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).
Әбдиев Сәлимйән Билал улы (рус. Абдеев Салимзян Билалович; 30 декабрь 1916 йыл — 16 декабрь 2011 йыл) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлимйәнов Биктимер Рәжәп улы (рус. Салимьянов (Салимянов) Биктимер Разяпович; 1922 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ефрейторы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
Сәлимйәнов Баһданур Сәлимйән улы (рус. Салимьянов Багданур (Богданур) Салимьянович; февраль 1897 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Сәлимйәнов Хәбит (рус. Салимзянов Хабит; 1897 йыл ‒ 19 сентябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |