Эстәлеккә күсергә

Тактакишвили Отар Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тактакишвили Отар Васильевич
груз. ოთარ თაქთაქიშვილი
Тыуған көнө

27 июль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1][2][3][…]

Вафат булған көнө

21 февраль 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (64 йәш)

Ил

 СССР

 Тактакишвили Отар Васильевич Викимилектә

Отар Васильевич Тактакишви́ли (груз. ოთარ ვასილის ძე თაქთაქიშვილი; 1924—1989) — совет грузин композиторы, дирижёры, уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1974). Ленин премияһы лауреаты (1982), Сталин премияһы (1951, 1952) һәм СССР дәүләт премияһы (1967)[4].

1924 йылдың 27 июлендә Тифлиста (хәҙер Тбилиси, Грузия) ғаиләһендә абхаз дворяны Василий Чачибай һәм грузин кенәзе ҡыҙы Елизавета Михайловна Тактакишвили[5]. Әсәһенең фамилияһын йөрөтә.

Тәүге музыкаль белемде Тбилиси музыка мәктәбендә һәм училищеһында ала.

1947 йылда Тбилиси консерваторияһын, 1950 йылда — аспирантура (С. В. Бархударяндыңкомпозиция класы) тамамлай.

1947 йылдан — хор әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм хор етәксеһе, 1952 йылдан — консерваторияның полифония һәм инструменталь музыка уҡытыусыһы. Доцент (1959). Профессор (1966). 1962—1965 йылдарҙа консерватория ректоры.

Консерваторияның III курсы студенты булараҡ (1945), Грузия композиторҙар Союзы иғлан иткән Грузия ССР-ының Дәүләт гимны конкурсында ҡатнаша һәм уның авторы була.

Уҡыу йылдарында концертмейстер, Радиотапшырыуҙар буйынса комитет хоры дирижёры булып эшләй (1944—1946).

1947—1952 йылдарҙа — концертмейстер һәм дирижёр, 1952—1956 йылдарҙа Грузин ССР-ы дәүләт хор капеллаһының художество етәксеһе.

1952 йылдан илдең алдынғы симфоник һәм хор коллективтары менән дирижер сифатында сығыш яһай, үҙенең әҫәрҙәрен башҡара.

1957 йылдан СССР композиторҙар союзының идара секретары, 1961—1962 йылдарҙа — Грузия композиторҙар Союзы секретары.

1951 йылдан алып ВКП (б) ағзаһы. 1963 йылдан Грузин ССР-ы Коммунистар партияһының Үҙәк Комитеты ағзаһы. Грузин ССР-ы мәҙәниәт министры (1965—1984). 1984 йылдан СССР Юғары Советы 4—5 (1954—1962) һәм 11 саҡырылыш депутаты. Грузин ССР-ы Юғары Советының 6-9-сы саҡырылыш депутаты. 1963 йылдан СССР Министрҙар Советының Фән һәм сәнғәт өлкәһендә Ленин премиялары буйынса комитет ағзаһы[6].

ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара музыка советы Президиумы ағзаһы.

1989 йылдың 24 февралендә Мәскәүҙә (башҡа сығанаҡтар буйынса 21 йәки 22 февраль Тбилисиҙа[7]) вафат була. Дидубий пантеонында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Грузияның иң ҙур композиторҙарының береһе. 8 опера, 2 симфония, 9 инструменталь концерт, күп һанлы камера, вокаль, программа, хор музыкаһы, ораториялар, кантаталар, һ.б. музыка әҫәрҙәре, шулай уҡ Грузин ССР-ының Дәүләт гимны авторы.

Опералары

  • «Миндия» (Важа Пшавела шиғриәте мотивтары буйынса, 1961)
  • «Награда» (телеопера, 1964)
  • «Три новеллы» бер актлы опералары триптихы («Два приговора», «Солдат» Джавахишвили Михаил Саввич әҫәрҙәре, «Три жизни» атамаһы менән Табидзе Галактион Васильевичтың «Знамёна выше» шиғыры (1967; 1972 йылғы 2-се редакцияһы) буйынса яҙған, «Чикори» атамалы 3-сө новеллаһын яңынан яҙған)
  • «Похищение луны» (Гамсахурдия Константин Симонович пбесаһы буйынса, 1977)
  • «Ухажёр» (М. Джавахишвили новеллаһы буйынса, 1978)
  • «Первая любовь» (Г. Габридзе буйынса, 1979)
  • «Мусуси» (по новелле М. Джавахишвили новеллаһы буйынса)

Балеттары

  • «Хореографическая сюита», 5 сәхнәнән торған бер актлы балет (1976)

Солистар, хор һәм оркестр өсөн

  • Пять поэм (Табидзе Галактион Васильевич һүҙҙәре, 1956)
  • «Живой очаг» ораториялары (Чиковани Симон Иванович һүҙҙәре, 1964), «По следам Руставели» (данлау йырҙары, Абашидзе Ираклий Виссарионович һүҙҙәре, 1964)[8], «Николоз Бараташвили» (Бараташвили Николай Мелитонович һүҙҙәре, 1970)
  • «Защитникам Кавкасиони» кантатаһы (Чиковани Симон Иванович һүҙҙәре, И. Абашидзе, халыҡ, 1958), «Гурийские песни» (халыҡ һүҙҙәре, 1971), «Любовные песни» (халыҡ һәм М. Поцхишвили һүҙҙәре, 1975)
  • «Мегрельские песни» сюиталары (Халыҡ йырҙарын эшкәртеү, 1972), «Лирические песни» (1973), «Грузинские светские гимны»
  • «Скала и ручей» вокаль-симфоник поэмаһы (В. Пшавела һүҙҙәре, 1962)
  • «С лирой Церетели» вокаль-симфоник сюитаһы (1983)

Солистар, хор, литавралар, ҡыңғырауҙар һәм арфалар өсөн

  • «Посвящение Шушаник» (Шота Руставели, С. Чиковани, Дэметре I һәм халыҡ һүҙҙәре, 1979)

Оркестр өсөн

  • 2 симфония (1-се — «Молодёжная», 1949, 1953)
  • «Мцыри» симфоник поэмаһы (1956)
  • Еңел увертюра (1961)
  • «Борцам за свободу» увертюраһы (1980)
  • 1-се ҡыллы квартет (1983)

Камера оркестры өсөн

  • Камера оркестры өсөн юморескаһы (1961)

Оркестр менән инструмент өсөн

  • Фортепиано өсөн концерттар (I (1951), II «Горные напевы» (1974), III (үҫмерҙәр өсөн, 1973), IV (1983), скрипка өсөн (I (1976), II (1986)), виолончель өсөн (1948, 1977), торба өсөн (1954)
  • Скрипка һәм кесе симфоник оркестр өсөн концертино(1956)

Камера-инструменталь ансамблдәр өсөн

  • Флейта һәм фортепиано өсөн соната (I960)
  • Өс пьеса (1969)
  • Ике пьеса (1970)
  • Квинтет (1987)

Фортепиано өсөн

  • Биш балалар пьесаһы (1950)
  • «Поэма» (1951), «Токката» (1955), «Музыкальный момент» (1968) пьесалары, алты балалар пьесаһы (1969)
  • «Родные напевы» сюитаһы (1970)
  • «Подражание народным инструментам» (1973)
  • «Родные картины» һәм «Народные инструменты» сюиталары(1975)
  • Соната (1985)
  • 24 акварель (1987)

Хорҙары

  • «Колыбельные» хор циклы (халыҡ һүҙҙәре, 1980)
  • «Карталинские напевы» хор циклы (1982)

Тауыш һәм фортепиано өсөн

  • Романстар, шул иҫәптән «Капитан Бухаидзе» (И. Абашидзе һүҙҙәре, 1959), «Весной фиалка расцветает» (урыҫ телендәге тексы — Озеров Лев Адольфович, 1961), «Песня воинов» (В. Пшавела һүҙҙәре, 1961), «Наши ласточки» (И. Абашидзе һүҙҙәре, 1961), «Кесанэ» (Георгий Николаевич Леонидзе һүҙҙәре, 1962), «Ветерок Мтацминды» (Л. Чубабрия һүҙҙәре, 1962), «Маки Крцаниси» (Асатиани Ладо Мекиевич һүҙҙәре, 1962), «Солнце сгинуло» (Г. Табидзе һүҙҙәре, 1967)
  • В. Пшавела һүҙҙәренә вокаль циклдар (1955), грузин совет авторҙары (1956), Г. Табидзе (1958), С. Чиковани (1962), Пушкин Александр Сергеевич (1963, 1981), Бараташвили Николай Мелитонович (1984)

Ҡулланма музыкаһы

  • Драматеатр спектаклдәренә спектаклдәренә музыка (шул иҫәптән, «Зимняя сказка» (У. Шекспир, 1958, МХАТ), «Царь Эдип» (Софокл, (1959), «Борис Годунов» (А. С. Пушкин, 1956) һәм «Король Лир» (У. Шекспир, 1966) ҡуйылған (бөтәһе лә — Ш. Руставели исемендәге Грузин дәүләт академия театры), Вирта Николай Евгеньевичтың «Летом небо высокое» (Моссовет исемендәге театр, Мәскәү, 1961), Софокл «Антигона»һы (1965, Иван Франко исемендәге Украин театры, Киев), Фридрих Шиллерҙың «Дон Карлос» драмаһы (1971) һәм Николай Васильевич Гоголдең «Женитьба» пьесаһы (1972) (икеһе лә К. Марджанишвили исемендәге Тбилиси академия театры, 1971),
  • 1957 — «Я скажу правду»
  • 1982 — «Закон вечности»
  • 1984 — «Понедельник — день обычный»
  • Тбилисиҙа композитор Тактакишвили исемен йөрөткән урам (элекке Рига урамы) бар.
  1. Тактакишвили Отар Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #134535979 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Проза-Ру. К 85-летию композитора Отара Тактакишвили. Артэм Григоренц
  5. Дворянские роды Российской империи.- Т.4.- Москва, 1998.- С.208
  6. Отар Васильевич Тактакишвили
  7. 356. Дата обращения: 23 август 2011. Архивировано 7 февраль 2011 года.
  8. * "По следам Руставели" - Отар Тактакишвили