Эстәлеккә күсергә

Туҙлыҡыуыш (Бәләбәй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тузлукуш битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Тузлукуш
башҡ. Туҙлыкыуыш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бәләбәй районы

Сельсовет

Туҙлыҡыуыш ауыл Советы

Координаталар

54°15′30″ с. ш. 54°08′09″ в. д.HGЯO

Халҡы

355[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452036

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 209 837 001

ОКТМО коды

80 609 437 101

ГКГН номеры

0517811

Тузлукуш (Рәсәй)
Тузлукуш
Тузлукуш
Туҙлыҡыуыш (Бәләбәй районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Тузлукуш

Туҙлыҡыуыш (рус. Тузлукуш) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл. Туҙлыҡыуыш ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 355 кеше[2]. Почта индексы — 452036, ОКАТО коды — 80209837001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Бәләбәй): 19 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксаков): 30 км

Туҙлыҡыуыш ауылы Өҫән йылғаһы буйында, район үҙәге Бәләбәй ҡалаһынан төньяҡҡа табан 19 километр һәм Аксаков тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1744 йылғы керҙәшлек килешеүе буйынса шул уҡ Ҡазан даруғаһы Туҙлыҡыуыш ауылынан (хәҙерге Саҡмағош районы) яһаҡлы татарҙар индерелгән. Улар яйлап типтәрҙәр ҡатлмына күскән. 1759 йылда шундай уҡ килешеүгә нигеҙләнеп бында мишәрҙәр индерелгән. 1795 йылда 28 йортта 172 кеше йәшәгән.

Туҙлыҡыуыш ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1865 йылда Туҙлыҡыуыштағы 100 йортта 1143 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда 2 мәсет булған.

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Туҙлыҡыуыш ауылында мәсет, урыҫ-башҡорт мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете, запас икмәк һаҡлай торған мөгәзәй булған.

Әлеге ваҡытта Туҙлыҡыуыш ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[4].

Туҙлыҡыуыш ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1190
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 937
1959 йыл 15 ғинуар 612
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 295
2002 йыл 9 октябрь 346
2010 йыл 14 октябрь 355 168 187 47,3 52,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йәһүҙин Ғимат Йыһангир улы (1898, Бәләбәй районы, Туҙлыҡыуыш ауылы — 10.07.1938) — Ишембай нефтен үҙләштереүҙе башлаусы, БАССР-ҙың игенселек халыҡ комиссары (1937), сәйәси золом ҡорбаны[5][6][7].
  • Ҡадиров Сабир Рәхим улы (1906—1984) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлек башлығы урынбаҫары, гвардия подполковнигы.
  • Усманов Хәмзә Фәтих улы (24.04.1923-13.01.2009), ғалим-тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[8][9].
  • Фазлетдинов Камил Нәжми улы (Камил Фазлый; 15.02.1949), мәғариф хеҙмәткәре, сатирик яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005). Бәләбәй ҡалаһы һәм Бәләбәй районының почётлы гражданы[10].
  • Фазлетдинов Илдус Камил улы (01.04. 1975, Өфө), фольклорсы, шағир, журналист. Филология фәндәре кандидаты (2005). Матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2020). Ф. Карим исемендәге премия лауреаты (2019). Журналистар Союзы ағзаһы (2001), Яҙыусылар Союзы ағзаһы (2008). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1996) унда эшләй, бер үк ваҡытта, 1995 йылдан — «Толпар» журналы редакцияһында (2015 йылдан баш мөхәррир урынбаҫары). 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. «Башҡортостан татарҙары фольклоры: риүәйәттәр, легендалар, булған хәлдәр (былички), телдән һөйләнгән хикәйәләр» китабының төҙөүсеһе[11].
  • Әхмәтйәнова Мәҙхиә Әхмәтйән ҡыҙы (10.12.1918, Бәләбәй районы, Туҙлыҡыуыш ауылы — 13.05.2005, Магадан) — башҡорт йырсыһы, меццо-сопрано. 1941 йылда Мәскәүҙә П. И. Чайковский исемендәге консерваторияһының башҡорт студияһының вокал класын тамамлай. 1941-1968 йылдарҙа - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.
  • Ҡыҙыл Армия урамы (рус.  Красноармейская (улица)
  • Чапаев урамы (рус.  Чапаева (улица)
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус.  Школьный (переулок)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)[12]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәле:

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Туҙлыҡыуыш (Бәләбәй районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Туҙлыҡыуыш (Бәләбәй районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. [Курганов Денис, Федин П. А. Возвращение расстрелянного наркома, 2007. isbn: 5-88719-074-4]
  6. Ягудин Гимад Зиянгирович
  7. Памятник народному комиссару Гимаду Зигангировичу Ягудину
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Усманов Хәмзә Фәтих улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2018)
  9. Хамза Усманов — неутомимый труженик науки (К 90-летию со дня рождения видного ученого-историка). Башинформ МА. Владимир Романов (рус.)
  10. Башҡорт энциклопедияһы — ФАЗЛЫЙ Камил (ысын исеме Фазлетдинов Камил Нәжми улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2018)
  11. Туҙлыҡыуыш (Бәләбәй районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  12. Карта д. тузлукуш. Улицы