Эстәлеккә күсергә

Туғайлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Туғайлы
Тугайлы
Нигеҙләү датаһы 1983
Рәсми атамаһы Тугайлы
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Почта индексы 453853
Карта

Туғайлы (һыу баҫҡан туғайы бар мәғәнәһендә)— Башҡортостан Республикаһы (Рәсәй) Мәләүез районы Мәләүез ауыл Советының бөтөрөлгән тораҡ пункты (башта ҡасаба, аҙаҡ — ауыл). Хәҙер Туғайлы Мәләүез ҡалаһының биҫтәһе. Иҫкергән почта индексы — 453310, хәҙер — 453853.

1983 йылда ойошторола (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1983 йылдың 20 октябрендәге «Мәләүез районы Мәләүез ауыл советы территорияһындағы яңы барлыҡҡа килгән торама пунктты теркәү тураһында» 6-3/104 номерлы ҡарары). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Мәләүез районы Мәләүез ауыл Советы территорияһында яңы барлыҡҡа килгән ҡасабаны теркәргә һәм уға Туғайлы исеме бирергә ҡарар итә.

1997 йылда ҡасаба Мәләүез ҡалаһы составына индерелә[1][2]

2000 йылда әле тораҡ пункты дәүләт кимәлендә Мәләүез районының бер өлөшө итеп һанала (Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 2000 йылдың 20 июнендәге «Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Туғайлы, Ҡаран, Кузьминсий, Тамъян һәм Ташлыкүл тораҡ пункттарына тәбиғи газ биреү өсөн төҙөлгән газ үткәргес торбаларҙы һәм газ көйләү пунктын Башҡортостан Республикаһы дәүләт милкенә тапшырыу тураһында» 594-р номерлы ҡарары)

Урам селтәрҙәре

Ҡасабала тәүҙә бер генә урам — Вәлиди урамы була. 1996 йылда элекке Туғайлы ҡасабаһы биләмәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Баязит Бикбай, ХІХ быуаттың татар-башҡорт һәм ҡаҙаҡ мәғрифәтсеһе Аҡмулла, автономия өсөн башҡорт хәрәкәтен ойоштороусы, ғалим-төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди, урыҫ әҙәбиәте классигы Сергей Аксаков исемендәге урамдар барлыҡҡа килә[3]

2008 йылда Башҡортостан Республикаһының муниципаль район Мәләүез район Советының 2008 йылдың 5 декабрендәге «Яңы барлыҡҡа килгән урамдарҙың атамаһы тураһында» 30 номерлы ҡарары менән Туғайлы-4 шәхси торлаҡ төҙөлөшө микрорайонында яңы барлыҡҡа килгән урамдарға ошондай исемдәр бирелә: Әминев урамы, Банников урамы, Немчинов урамы, Үтәғолов урамы.

Р240 Өфө — Ырымбур федераль автомагистраленә сығыу юлы. Унда Туғайлы автобус туҡталышы.

Туғайлы — Рассвет автомобиль юлы[4]

  1. Закон Республики Башкортостан от 21.02.97 № 76-з «О включении в состав города Мелеуза деревни Тугайлы Мелеузовского района Республики Башкортостан» (Принят Законодательной Палатой Государственного Собрания РБ 28.01.1997)
  2. Азнаева, Ф. Начата застройка нового микрорайона города — поселок Тугайлы Год за годом// Путь Октября. 2003
  3. В названиях улиц Мелеуза читается история, Газета Путь Октября. 24 октябрь 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 24 октябрь архивланған.
  4. Об итогах дорожного строительства за 1993 год и программе строительства