Тютюнник Сергей Петрович
Тютюнник Сергей Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 23 апрель 1960 (64 йәш) |
Тыуған урыны | Волынь[d], СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, журналист |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй яҙыусылар союзы[d] |
Жанр | проза |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Тышҡы рәсемдәр | |
---|---|
Сергей Петрович Тютюнник |
Сергей Петрович Тютюнник (23 апрель 1960 йыл — яҙыусы, журналист, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тютюнник Сергей Петрович 1960 йылда Волындә (Көнбайыш Украина) тыуа. 1981 йылда Львов хәрби-сәйәси училищеһының журналистика факультетын тамамлай. Хәрби матбуғатта эшләй. Латвияла, Үзбәкстанда, Төркмәнстанда, Германияла хеҙмәт итә. Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә, осетин-ингуш ҡораллы конфликт зонаһында, Абхазияла, Дағстанда, беренсе һәм икенсе чечен хәрби кампанияларында ҡатнаша. Хәҙер полковник С. П. Тютюнник Төньяҡ-Кавказ хәрби округының «Военный вестник Юга России» гәзитендә (Дондағы Ростов ҡалаһы) эшләй. Үҙ заманында был гәзит «Красный кавалерист» тип атала һәм унда яҙыусы Исаак Бабелдең ижади тормошо башланған. Һуңғараҡ был гәзиттә йәш һалдат Юрий Щекочихиндың тәүге мәҡәләләре баҫылып сыҡҡан.
Cергей Петрович Тютюнник Ростов өлкә ойошмаһының «Российский союз ветеранов Афганистана» йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Тютюнниктың прозаһын оҙаҡ йылдар буйына (биш йылға тиклем) цензура баҫтырмай килә. Артабан уның хикәйәләрен тәүге тапҡыр «Смена» журналы нәшер итә. Был 1990 йылда була. Һуңғараҡ уның хикәйәләре һәм повестары «Сельская молодежь» («Подвиг» альманахында), «Воин Росси», «Дружба народов», «Радуга» (Киев), «Огонёк» журналдарында баҫылып сыға. Был журналдарҙың барыһында ла Сергей Петрович Йыл лауреаты исеменә лайыҡ була.
Әҙиптең беренсе китабы "Воениздат"та 1993 йылда сыға. 2000 йылда «Текст» нәшриәте Тютюнниктың «Обломок Вавилонской башни» әҫәрҙәр йыйынтығын баҫтыра. Был йыйынтыҡ Аполлон Григорьев премияһының номинанты була һәм уға дәғүә итеүселәр исемлегенә (шорт-лист) индерелә.
2004 йылда Мәскәүҙең «Экспринт» нәшриәтендә С. П. Тютюнниктың «Моя Мата Хари» (шул исемдәге хикәйәһе йыйынтыҡҡа индерелгән) исемле проза йыйынтығы баҫыла.
2005 йылдың башында Францияла Париждың «Пресс де ля ренессанс» («Presses de la Renais sance») нәшриәте Сергей Тютюнниктың «Война и водка» («Guerre et vodka») проза һәм публицистикалар йыйынтығын баҫып сығара. 2005 йылдың мартында Парижда 25-се Бөтә донъя китап салоны ойошторола. Рәсәй был сараның төп ҡунағы була. Беҙҙең илдән рәсми рәүештә саҡырылған ҡырҡ рәсәй яҙыусылары араһында Сергей Петрович Тютюнник та була. Уның китабы һәм авторҙың үҙе — Рәсәй армияһында хеҙмәт итеүсе офицер — француз һәм европа публикаһында ысын ҡыҙыҡһыныу уята.
2005 йылдың аҙағында Мәскәүҙең «Время» нәшриәтендә Сергей Тютюнниктың «12 пуль из чеченской обоймы» тигән публицистик китабы сыға. 2005 йылдың көҙөндә был китап Рәсәйҙә иң күп һатылыусы 40 китап араһында була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Орден мужества
- Медаль «За отвагу»
- Кавалер многих государственных наград
С. П. Тютюнниктың әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айырым баҫмалары
- Как мы с дедом умирали. Москва.: Воениздат, 1993.
- Обломок Вавилонской башни. Москва.: Текст, 2000.
- Моя Мата Хари. Москва.: Экспринт, 2004.
- 12 пуль из чеченской обоймы. Москва: Время, 2005.
- Рикошет. Москва.: ЭКСМО, 2008.
Сит илдә сыҡҡан баҫмалары
- «Guerre et vodka». Paris «Presses de la Renais sance», 2005 (на французском языке).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв.:справ. изд., Сост. Губанов Г. — Ростов н/Д, 2006. — 512 с. ISBN 5-481-00623-5