Эстәлеккә күсергә

Түләк (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Түләк — боронғо башҡорт ир-ат исеме.

Түләк — «баҫалҡы», «яҙғы бәрәс» тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан башҡорт ир-ат исеме[1].

Ғирфанов Түләк Хәбибрахман улы (1939, Башҡорт АССР-ның Миәкә районы Әбеш ауылы) — журналист, совет-партия хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, шағир, прозаик. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты — Аҡмулла исемен матбуғат биттәрендә яҡтыртҡан өсөн (2008)

Түләков Рәйес Ғөссәм улы (псевдонимы Рәйес Түләк; 14 октябрь 1959 йыл — 31 март 2007 йыл) — башҡорт шағиры, уҡытыусы, журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1995).

Түләкәев Күсем Түләкәй улы (?—?) — 1710—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шәғәле Шаҡман вариҫы, Аҡай Күсемовтың атаһы.

Иҙрисова Лиә Түләк ҡыҙы (24 май 1963) — табип-ғалим, невролог, физиотерапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы.

Оло Түләк (рус. Большая Тюлякова) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы. Үрәкүл ауыл биләмәһе составына керә.

Түләк (рус. Тюляково) — Башҡортостандың Мәләүез районындағы ауыл.

Заятүләк ташы (Түләк ташы) — Дәүләкән районындағы Асылыкүл буйында.

«Түләк тураһында башҡорт легендаһы» — «Башкирская легенда о Туляке» (Р. Г. Игнатьев) Заятүләк менән Һыуһылыу

«Заятүләк менән һыуһылыу» эпосынан (Түләк йыры)

« Эй Түләгем, Түләгем,

Юҡтыр һиңә бүләгем;
Ҡулымдағы көмөш йөҙөк
Бына һиңә бүләгем! [2]

»
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. Башҡорт халыҡ ижады. «Заятүләк менән Һыуһылыу». — Өфө: «Китап», 1972 й. — С. 198-се.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ