Эстәлеккә күсергә

Фирҙәүес (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Фирҙәүес — төрки телле халыҡтарға фарсы теленән ингән ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат исеме.

Фирҙәүес — «баҡса», «йәннәт баҡсаһы» мәғәнәһен аңлатҡан фарсы теленән таралған ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исеме[1].

« XI—XII быуаттарҙан башлап башҡорттар араһында сауҙа, культура бәйләнештәре арҡаһында фарсы исемдәренең килеп инеүенә юл аса[2]. »

Фирҙәүес Хисамитдинова (1 ғинуар 1950 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1994—1999). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (2008) Һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2014). Ким Әхмәтйәнов исемендәге (2010), Рәми Ғарипов исмеедәге (2016) премиялар лауреаты.

Фирҙәүес Бәширова 14 октябрь 1945 йыл) — башҡорт шағиры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1997 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе (2002). Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005).

Фирҙәүес Нафиҡова (20 март 1938 йыл — 26 ғинуар 2008 йыл) — балет артисы, бейеүсе, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963). «Почёт Билдәһе» ордены (1981) кавалеры. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977).

Фирҙәүес Хәлил ҡыҙы Ғисмәтуллина (1936 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. 1961 йылдан Көйөргәҙе районы Мораптал урта һәм ҡайһы бер башҡа мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980).

Фирҙәүес Абдулхаҡ ҡыҙы Айҙарбәкова (1929 йыл — 2003 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Күгәрсен районы «Сорғояҙ» колхозының элекке һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Фирҙәүес Ғәйетйән улы улы Ханов — архитектор.

Фирҙәүси (фарс. حکیم ابوالقاسم منصور حسن فردوسی توسی; 940 йылда Иранда Тус ҡалаһында тыуған — 1020 йыл тирәһе йәки 1026) — күренекле фарсы шағиры, «Шаһнамә» эпик поэмаһының авторы; «Йософ вә Зөләйха» поэмаһы ла уның әҫәре тип иҫәпләнә. Иранда, Тажикстанда һәм Афғанстанда бик киң таныла һәм милли шағир тип иҫәпләнә.

  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ