Эстәлеккә күсергә

Фридрих Акель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фридрих Акель
эст. Friedrich Akel
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Эстония
 СССР
Тыуған көнө 5 сентябрь 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Halliste parish[d], Лифлянд губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 3 июль 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[1][2] (69 йәш)
Вафат булған урыны Таллин, Эстон ССР-ы[d], СССР[1]
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, офтальмолог, дипломат, табип, человек, связанный со спортом
Биләгән вазифаһы министр иностранных дел Эстонии[d], посол Эстонии в Швеции[d], депутат Рийгикогу[d] һәм государственный старейшина Эстонии[d]
Уҡыу йорто Медицинский факультет Императорского Дерптского университета[d]
Император Дерпт университеты
Әүҙемлек урыны Таллин
Сәйәси фирҡә ағзаһы Христианская народная партия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Белой звезды 1-го класса орден Орлиного креста I класса орден Эстонского Красного Креста I степени орден Эстонского Красного Креста II степени орден Белого орла орден Белой звезды орден Орлиного креста орден Эстонского Красного Креста
 Фридрих Акель Викимилектә

Фридрих Акель (эст. Friedrich Akel; 5 сентябрь 1871 йыл), Халлисте, Вильяндимаа — 3 август 1941 йыл, Таллин) — Эстония дәүләт эшмәкәре, дипломат, табип.

Юрьевск унивеситетында медицина өйрәнә (хәҙерге Тарту) университеты (1892—1897), Берлинда, Прагала һәм Лейпцигта (1899—1901) стажировка үтә, күҙ табибы.

Юрьевск университетының клиникаһында ассистент була, Рига офтальмология клиникаһында табип Варшавала Уяздов госпиталендә табип. 1902—1904 йылда — күҙ табибы. 1905—1912 йылдарҙа Ревелдә (артабан — Таллин) күҙ табибы. Табип фронтта була. 1904—1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында табип. 1907 йылда — эстон табиптарының шәхси клиникаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Таллин ҡала думаһының рәисе, почетлы мировой судья була.

Дипломат һәм сәйәсмән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ- Балтик табиптар берләшмәһенең һәм Таллин халыҡ мәғарифы йәмғиәтенең ағзаһы булып тора. «Калев» спорт йәмғиәтенең рәисе. Таллин ссуда-һаҡлыҡ ширҡәтенең ағзаһы һәм рәисе, һуңынан таллин Krediitpank (Кредитбанктың) ағзаһы һәм рәисе. 1920—1922 йылдарҙа — Эстония инжил лютеран сиркәүенең донъяуи консистория вице-президенты.

Таллинда балтик сит ил эштәре министры конгресы (1927). Эстонияның сит ил эштәре министры Фридрих Акель өҫтәл башында ултыра.

1922—1923 йылдарҙа — Финляндияла Эстония илсеһе. 1923—1924, 1926—1927, 1936—1938 — сит ил эштәре министры. 1924 йылдың 26 мартынан 16 декабренә тиклем — дәүләт аҡһаҡалы (дәүләт башлығы), ул был вазифаны биләгән осорҙа коммунистар дәүләт түңкәрелеше башҡарырға маташалар. (1924 йылдың 1 декабре), әммә был уңышһыҙлыҡ менән тамамлана. Акель хөкүмәте ағзаларының береһе — Карл Карк юл бәйләнеше министры — үлтерелә, ә дәүләт аҡһаҡалы үҙе тере ҡала.

1928—1934 йылдарҙа — Швеция һәм Данияла илсе, 1934—1936 йылдарҙа — Германия һәм Голландияла илсе. Рийгикогуның (парламент) икенсе, өсөнсө һәм алтынсы саҡырылыш ағзаһы була. 1924—1931 йылдарҙа — Эстон олимпия комитеты рәйесе, 1927—1932 йылдарҙа — Швеция Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы.

1940 йылдың 17 октябрендә НКВД органдары тарафынан ҡулға алына, 1941 йылда атыла.

  • Эстонский биографический словарь. Таллин, 2002.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Friedrich Karl Akel // Eesti spordi biograafiline leksikon (эст.)
  2. 2,0 2,1 Friedrich Akel // Eesti biograafiline andmebaas ISIK (эст.)