Эстәлеккә күсергә

Фәткуллин Ғөбәй Сәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәткуллин Ғөбәй Сәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 (18) август 1914
Тыуған урыны Ҡунаҡбай, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 сентябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (98 йәш)
Вафат булған урыны Учалы, Учалы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Японияны еңгән өсөн» миҙалы Жуков миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы

Фәткуллин Ғөбәй Сәлим улы (5 [18] август 1914 йыл — 5 сентябрь 2012 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957)

Гөбәй Сәлим улы Фәткуллин 1914 йылдың 5 (18) авгусында Ырымбур губернаһы Юғары Урал өйәҙе Ҡунаҡбай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башҡорт.

1934 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының ике курсын тамамлай, һуңынан Байрамғол мәктәбендә укытыусы булып эшләй. 1935—1937 йылдарҙа — Питрәч мәктәбе укытыусыһы. 1937 йылдан — Питрәч районы «За большевистский колхоз» гәзите мөхәррире урынбаҫары. 1938 йылда Ҡазан педагогия институтын тәмамлай.

Ҡыҙыл армияла хеҙмәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына алына. 1940 йылда Бессарабия кампанияһында ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һугышы барышында Мәскәүҙең Ҡыҙыл Байраҡ хәрби-техник училищеһы составында Мәскәү оборонаһында ҡатнаша. 1945 йылда Совет-япон һуғышында ҡатнаша.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1946 йылда армиянан ҡайтҡас, тыуған районына әйләнеп ҡайта, унда район «Зауралец» гәзите мөхәррире булып эшләй. 1948 йылдан ВКП(б)-ның Учалы район комитеты пропаганда бүлеге инструкторы.

1950 йылда «Совет» колхозы рәйесе итеп һайлана. Ҡыҫка ғына ваҡыт эсендә яңы рәйес колхозды Башҡорт АССР-ының алдынғы тармактарына сыгара. «Совет» колхозы бөртөклө культураларҙың уңышы буйынса районда беренсе урынға сыга, шулай уҡ малсылыҡ һәм үҫемселектә зур уңыштарга ирешә. Бер нисә мең гектар сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр үҙләштерелә. Тиҫтәләгән етештерү һәм социаль объекттар төҙөлә. Колхоз дүрт тапкыр СССР ВДНХ-да ҡатнаша. Фәтҡуллин етәкселегендә 2000 га яҡын сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр үзләштерелә[1]

1957 йылда КПСС ҮК ҡарамағында ситтән тороп юғары партия мәктәбенә уҡырға инә. 1958 йылда Учалы район Советының мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшкә ебәрелә. 1960 йылда «Совет» колхозы рәйесе вазифаһына кире ҡайта.

СССР Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 11 ғинуарындағы Указы менән Ғөбәй Сәлим улы Фәтҡуллинга сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә, уңышты йыйып алыуҙа һәм иген әҙерләүҙә айырым хеҙмәтләре өсөн Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән бүләкләнә һәм Социалистик Хезмәт Геройы исеме бирелә.

Пенсияға сыҡҡас, 1974 йылда «Өргөн күле» ял йорто директоры булып эшләй, шулай уҡ әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара (Бөтөн Союз ирекле янғын йәмғиәте Учалы Район советының укыту эшләре буйынса өлкән инструкторы).

2012 йылдың 5 сентябрендә 99-сы йәшендә Учалы ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хезмәт Геройы (1957))
  • Ленин ордены (1957))
  • I дәрәҗә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «Почет Билдәһе» ордены (1971)
  • миҙалдар
  1. rus.bashenc.ru/index.php/component/content/article/2-statya/398-fatkullin-gubaj-salimovich

Фәткуллин Ғөбәй Сәлим улы. «Герои страны» сайты.

Фәткуллин Ғөбәй Сәлим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.