Цигаль Владимир Ефимович
Цигаль Владимир Ефимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 4 (17) сентябрь 1917 |
Тыуған урыны | Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй[1] |
Вафат булған көнө | 4 июль 2013[2] (95 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Бер туғандары | Виктор Ефимович Цигаль[d] |
Балалары | Александр Владимирович Цигаль[d] |
Һөнәр төрө | скульптор |
Уҡыу йорто |
Классическая гимназия № 1 имени В. Г. Белинского[d][3] В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Сәнғәт йүнәлеше | социалистик реализм[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Рәссамдар союзы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Цигаль Владимир Ефимович Викимилектә |
Цигаль Владимир Ефимович (4 сентябрь (17 сентябрь) 1917 йыл, Одесса — 4 июль 2013 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй скульпторы, педагог. СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1978). Ленин премияһы (1984), беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1950) һәм РСФСР-ҙың Репин исемендәге дәүләт премияһы (1966) лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Ефимович Цигаль 1917 йылдың 4 (17) сентябрендә Одессала (хәҙер Украинала) тыуған.
1920-се йылдарҙа Пензала йәшәй, унда 1-се мәктәпте тамамлай. 1937—1942 йылдарҙа Мәскәүҙә В. И. Суриков исемендәге Дәүләт художество институтында В. Н. Домогацкий, А. Т. Матвеевта уҡый.
Студент-дипломник булараҡ, 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1944 йылға тиклем флотта хәрби рәссам сифатында хеҙмәт итә. Новороссийскиға һәм Керчҡа десант төшөрөүҙә, шулай уҡ Ҡара диңгеҙ һәм Балтик флоттарының башҡа хәрби операцияларында ҡатнаша. 1945 йылда Сәнғәт эштәре буйынса комитет Берлинға билдәле скульптор Л. Е. Кербель менән берлектә Берлинда, Зееловта, Кюстринда Ҡыҙыл армия яугирҙарына һәйкәлдәр ҡороу өсөн ебәрелә
Эштән киткәндән һуң уҡыуын дауам итә һәм 1948 йылда скульптор һөнәре алып, диплом яҡлай. 1947 йылдан алып Бөтә Союз һәм бик күп сит ил сәнғәт күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
Ватан сәнғәте тарихына тәү сиратта скульптор-монументалист булараҡ инә. 1952 йылда Мәскәүҙә ҡуйылған А. С. Макаренконың бронза һәйкәле һәм Н.Островский һәйкәле скульпторҙың һуғыштан һуңғы тәүге монументаль эштәре була.
Һуғышта кисергән, скульптор архивында һаҡланып ҡалған һүрәтләмәләрҙә — баһалап бөткөһөҙ заман документтарында сағылыш тапҡан әҫәрҙәре уның ижадындағы төп темаларҙың береһен билдәләй. Был тема тәү сиратта монументаль жанр әҫәрҙәрендә үҫеш ала. Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандар иҫтәлеге Совет-поляк хәрби берләшмәһе мемориалында (1967, Белоруссия) гранитта һәм үҙенең рухы буйынса ҡаты бронзала һүрәтләнгән. Композицион яҡтан ҡатмарлы, компоненттарында ландшафт мөхите менән ярашҡан монументтар булып 1972—1982 йылдарҙа Новороссийскиҙа Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә төҙөлгән монументтар тора.
Австрияла элекке концлагерь Маутхаузен урынында 1963 йылдың яҙында Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнөндә скульптор тарафынан генерал-лейтенант Дмитрий Карбышевҡа һәйкәл ҡуйыла. Д.Карбышевҡа һәйкәл Мәскәүҙә лә ҡуйыла. Мәскәүҙә һәм Баҡыла разведчик Рихард Зоргеға монументтар ҡуйыла (1985).
Замандаштарының, яҡындарының портреттары айырым бер эш булып тора. Улар араһында — композитор Дмитрий Кабалевский (1967), балалары Татьяна һәм Александр (1960).
Ярты быуат ижад юлы эсендә күренекле ваҡиғаларға һәм эшмәкәрҙәргә арналған 44 һәйкәл проекты төҙөгән һәм ҡуйған.
Скульпторҙың эштәре илдәге һәм сит илдәрҙәге бик күп музейҙарҙа, шул иҫәптән Дәүләт Третьяков галереяһында, Хәрби Көстәрҙең үҙәк музейында һаҡлана.
Владимир Ефимович сәйәхәт итергә яратҡан. 1956 йылдан алып 50-нән ашыу илгә, шул иҫәптән Италияға, Францияға, Бөйөк Британияға, Нидерландыға, Португалияға, Японияға, Һиндостанға, Непалға, Вьетнамға ижади сәфәрҙәргә сыға. Уның шәхси экспозициялары Польшала, Чехословакияла, Болгарияла, Венгрияла, Австрияла, Мароккола үтте. Ҡайһы бер илдәрҙә йәшәгән һәм эшләгән.
СССР Художество академияһы ижади оҫтаханаһының етәксеһе (1991 йылдан).
«Не переставая удивляться. Записки скульптора» (М., 1986) китабының авторы.
Буш ваҡытында балыҡ тоторға яратҡан, әлбиттә йыш ҡына ваҡыты булмаһа ла. Башҡа мауығыуҙары араһында — китап уҡыу., бигерәк тә ҡыҙыҡлы кешеләр тураһында мәҡәләләр һәм китаптар.
СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. СССР Рәссамдар союзы идараһы секретары (1968—1973).
1952 йылдан КПСС ағзаһы.
2013 йылдың 4 июлендә Мәскәүҙә вафат була. 9 июлдә Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында, скульптор, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Евгений Вучетичтың ҡәбере эргәһендә (5 участка) ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Заслуженный художник РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1961) — совет һынлы сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн[4]
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965) —совет һынлы сәнғәтен үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн[5]
- РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1968) — совет һынлы сәнғәтен үҫтереүҙәге хеҙмәттәре өсөн[6]
- СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1978) — совет һынлы сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн[7]
- СССР Художество академияһының мөхбир ағзаһы (1978)
- Ҡырғыҙ Художество академияһының мөхбир ағзаһы (1998)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) — 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының еңеүенә 40 йыл тулыу уңайынан немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн.
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — совет һынлы сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн һәм тыуыуына 70 йыл тулыуға бәйле[8]
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (1993) — һынлы сәнғәтте үҫтереүгә, халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индергән һәм уңышлы педагогик эшмәкәрлек өсөн[9]
- Почет ордены (2002) — һынлы сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн[10]
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2007) — Ватан һынлы сәнғәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн[11]
- III дәрәжә"Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены (2012) — һынлы сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн[12]
- Шул иҫәптән миҙалдар:
- Миҙал «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)[13]
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
Рәсәй Федерацияһы Президенты дәртләндереүҙәре
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (1997) — Ватан һынлы сәнғәтенә ҙур өлөш индергән өсөн[14]
Премиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1950) — «Ленин-гимназист» скульптура фигураһы өсөн һәм «В. И. Ленин һәм И. В. Сталин — Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусылар һәм уның етәкселәре» скульптура барельефтарын эшләүҙә ҡатнашҡаны өсөн
- И. Е. Репин исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1966) — (Австрия) генерал-лейтенант Д. М. Карбышев һәйкәле өсөн[15]
- Ленин премияһы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә (1984) — Новороссийскиҙа «1941-1945-1945 йылдарҙағы граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына» мемориаль комплексы өсөн[16]
- В. Е. Полков исемендәге премия. (1996)
- Мәскәү мэрияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы 1997) — театр сәнғәте өлкәһендә режиссерҙарға ҙур уңыштары өсөн — Мәскәү Кремлендәге Сенат бинаһы көмбәҙендә ҡуйылған «Георгий Победоносец» скульптура композицияһын эшләгәне өсөн[17]
Башҡалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР художество академияһының алтын миҙалы (1963)
- М. Б. Греков исемендәге көмөш миҙал (1969)
- СССР Художество академияһының «Лайыҡлыға» миҙалы (2007)
Сит дәүләттәрҙең ордендары һәм исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Польшаның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре 1974)
- Дуҫлыҡ ордены (Вьетнам) (1974) — Хо Ши Мин скульптура портреты өсөн[18]
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портреттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. В. Суворов (1959, мәрмәр)
- И. М. Чайков (1965, бронза)
- М. А. Светлов (1965, бронза)
- Р.Кент (1967, мәрмәр)
Һәйкәлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- "Ульянов-гимназист" һәйкәле (1954 йылда асылған, Ульяновск)[19];
- Советтар Союзы Геройы авиация генерал-майоры Н. А. Токаревҡа (1957, Евпатория)[20]
- Генерал-лейтенант А. И. Зыгинға (1957, Полтава)
- Нил Филатовҡа (1960, Мәскәү, Ҡыҙҙар яланы скверы)
- Д. М. Карбышевҡа (1962, Маутхаузен)
- Муса Йәлилгә (1966, Ҡазан)
- Совет-поляк хәрби берләшмәһе мемориалы (1967, Белоруссия)
- Федор Полетаевҡа (1971, Рязань)
- Сергей Есенинға (1972, Мәскәү, Есенин бульвары)
- Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына монументтар (1972—1982, Новороссийск)
- Д. М. Карбышевҡа (1980, Мәскәү)
- Рихард Зоргеға (1981, Баҡы)[21]
- Рихард Зоргеға (1985, Мәскәүа)
- Хо Ши Минға (1990, Мәскәү)[18][22]
- Фритьоф Нансенға (2002, Мәскәү)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Цигаль, Сергей Викторович
- Цигаль, Александр Владимирович
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Элекке Маутхаузен концентрацион лагеры биләмәһендә генерал Д. М. Карбышевҡа һәйкәл, Австрия
-
«Ульянов-гимназист» һәйкәле (1954 йылда асыла, Ульяновск ҡалаһы).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Цигаль Владимир Ефимович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ http://www.rusartnet.com/biographies/russian-artists/20th-century/modern/soviet/socialist-realist/vladimir-tsigal
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 11 ноября 1961 года «О присвоении почётного звания заслуженного художника РСФСР Мочальскому Д. К. и Цигалю В. Е.»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 13 августа 1965 года «О присвоении почётных званий РСФСР работникам и изобразительного искусства Российской Федерации»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 23 сентября 1968 года «О присвоении почётных званий РСФСР работникам и изобразительного искусства Российской Федерации»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 24 января 1978 года № 6906—IX «О присвоении почётного звания народного художника СССР тов. Цигалю В. Е.»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 16 сентября 1987 года № 7723—XL «О награждении тов. Цигаля В. Е. орденом Трудового Красного Знамени»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 22 мая 1993 года № 733 «О награждении орденом Дружбы Народов Цигаля В. Е.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 сентября 2002 года № 1014 «О награждении орденом Почёта Цигаля В. Е.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 24 сентября 2007 года № 1250 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ IV степени Цигаля В. Е.»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10 сентября 2012 года № 1268 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Информация из учетной карточки награждённого . Дата обращения: 8 июль 2013. [yes Архивировано] 15 апрель 2012 года. 2012 йыл 15 март архивланған.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 12 сентября 1997 года № 374-рп «О поощрении Цигаля В. Е.»
- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР от 11 октября 1966 года № 831 «О присуждении Государственных премий РСФСР 1966 года за выдающиеся произведения литературы, искусства и исполнительское мастерство.»
- ↑ Постановление Центрального Комитета КПСС и Совета Министров СССР от 19 апреля 1984 года № 342 «О присуждении Ленинских премий 1984 года в области литературы, искусства и архитектуры»
- ↑ Распоряжение Мэра Москвы от 11 июля 1997 года № 566-РМ «О присуждении премий Мэрии Москвы в области литературы и искусства»
- ↑ 18,0 18,1 http://www.shabashkevich.com/bio.php?id=87 2014 йыл 12 ноябрь архивланған.
- ↑ Ульянов-гимназист. Как в Ульяновске памятник юному Ленину открывали . Дата обращения: 31 декабрь 2020.
- ↑ Памятник генералу Токареву . Дата обращения: 2 май 2014. Архивировано из оригинала 2 май 2014 года.
- ↑ Л. Н. Доронина. Мастера русской скульптуры XVIII-XX веков. — М.: Белый город, 2008. — Т. 2-й. — С. 227.
- ↑ Сквер у памятника Хо Ши Мину .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Орлов С. Связующая ткань культуры. ДИНАСТИЯ ЦИГАЛЕЙ. — Третьяковская галерея : журнал. — 2018. — № 1 (58). Валериус С.Советский художник. Москва.1976-«Скульптор Владимир Цигаль»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Выставка произведений Владимира Ефимовича Цигаля(недоступная ссылка) Проверено Декабрь 2019.
- 17 сентябрҙә тыуғандар
- 1917 йылда тыуғандар
- Одессала тыуғандар
- 4 июлдә вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- В.И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академия художество институтын тамамлаусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Почёт ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Рәсәйҙең халыҡ рәссамдары
- Ленин премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың халыҡ рәссамдары
- Польшаның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- СССР-ҙың халыҡ рәссамдары
- СССР Рәссамдар союзы ағзалары
- КПСС ағзалары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамдары
- XX быуат педагогтары
- Рәсәй педагогтары
- СССР педагогтары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй скульпторҙары
- СССР скульпторҙары
- Алфавит буйынса скульпторҙар