Ғата (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ғата — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғата исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм бүләк тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы (15 июнь 1912 йыл — 25 июнь 1988 йыл) — башҡорт йырсыһы, ҡурайсы һәм актёр. (1978).Арыҫланов Ғата Арыҫлан улы (24 июнь 1914 йыл — 2 декабрь 2001 йыл) — башҡорт актёры, эстрада артисы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1956). Әминев Әхмәт Ғата улы (1 сентябрь 1924 йыл — 20 сентябрь 1999 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы.
Арыҫланов Ғата Арыҫлан улы (24 июнь 1914 йыл — 2 декабрь 2001 йыл) — башҡорт актёры, эстрада артисы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1956). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2006, үлгәндән һуң).
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы (2 август 1963 йыл) — иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, сәсән, йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе (2005). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Статистика отличнигы (2010). Башҡорт Википедияһы ирекмәне (2005) һәм хакимы (2006), «Башҡортостан викимедиасылары» төркөмө ағзаһы (2015). «Викимедиа РУ» Рәсәй йәмғиәт ойошмаһынының «Вики-премия» лауреаты (2014, 2018). «Мәсәтле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019). Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған.
Ғатауллин Ринат Фазлетдин улы (14 июнь 1953 йыл) — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12-се саҡырылышы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының 1-се саҡырылыш депутаты.
Ғатауллина Лира Даян ҡыҙы (25 май 1926 йыл — 26 ғинуар 2003 йыл) — ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1968), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).
Атаһы исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әминев Әхмәт Ғата улы (1 сентябрь 1924 йыл — 20 сентябрь 1999 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1965—1973 йылдарҙа КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының беренсе секретары, 1973—1982 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығы министры, 1982—1986 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты проректоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1972). РСФСР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың VII—X саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы (11 ғинуар 1929 йыл — 28 август 1995 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре докторы. Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы (11 ғинуар 1929 йыл — 28 август 1995 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
Сафиуллин Хәләф Ғата улы (20 март 1921 йыл — 13 апрель 1965 йыл) — бейеүсе, балетмейстер, педагог. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1949). Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1946).
Сиражетдинов Әнүәр Ғата улы (1918 йылдың июлендә, элекке Өфө губернаһы, хәҙерге Шишмә районы Сыуалкип ауылында тыуған) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы.
Сафиуллин Хәләф Ғата улы (20 март 1921 йыл — 13 апрель 1965 йыл) — бейеүсе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |