Ҡаһарман (исем)
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡаһарман |
Ҡаһарман — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла был исемде осратырға мөмкин.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаһарман исеме ғәрәп теленән батыр, ир; көслө, ҡеүәтле тигән мәғәнәлә килә[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаһарман Буранғол улы Ҡыуатов (1787—1828) — башҡорт кантоны башлығы, яугир. 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
- Ғайсин Ҡаһарман Ғәлләм улы (ғинуар 1910 йыл —?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, ҡыҙылармеец, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия полкында ҡылыссы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[2].
- Хисмәтуллин Ҡаһарман Ильяс улы (рус. Хисматуллин Кагарман Ильясович) (1916 йыл — 28 ноябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант[3]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының огневой взводы командиры.
- Сәйетғәлин Ҡаһарман Сәйетғәли улы — (18 август 1908 йыл — 24 сентябрь 1990 йыл), 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты[4]. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945)[5].
- Иҫәнаманов Ҡаһарман Иҫәнгилде улы (1922 йыл — 18 февраль 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 15-се айырым гвардия кавалерия элемтәселәр эскадроны яугиры[6]. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары[6] кавалеры.
- Ҡаһарман Суҡбаев (1789—?) — хәрби эшмәкәр. 1807 йылғы Рус-прусс-француз кампанияһында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Ҡаһарман Кәрәй улы Аширов — 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, көмөш миҙал кавалеры, 20-се башҡорт полкы ветераны.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаһарман (рус. Кагарманово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл.
- Күҙәбай (Ҡаһарман) (рус. Кузябаево) — Һарытау өлкәһенең Перелюб районындағы башҡорт ауылы.
Сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаһарман кантон (йыр) — башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Электронный ресурс «Шаймуратовцы-воины 112-й кавалерийской дивизии» Личный состав. Гайсин Кагарман Галлямович (рус.)
- ↑ Чтобы помнили 2021 йыл 13 июнь архивланған.
- ↑ Шаймуратовцы
- ↑ Память народа. Саитгалин Кагарман Саитгалеевич
- ↑ 6,0 6,1 ИСАНАМАНОВ Кагарман Исангильдинович. Шаймуратовцы
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |