Ҡоҙаш (Пермь крайы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡодаш
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°59′29″ с. ш. 55°25′11″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Этнохороним

ҡодашлар

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 018

ОКТМО коды

57 604 410 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡодаш (Рәсәй)
Ҡодаш
Ҡодаш
Ҡоҙаш (Пермь крайы) (Пермь крайы)
Ҡодаш

Ҡоҙаш (Ҡодаш, рус. Кудаш) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Березники ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618153, ОКАТО коды — 57204810004.

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 185 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 86 ир һәм 99 ҡатын-ҡыҙ[1]. 2005 йылда ауылда 231 кеше йәшәгән[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡодаш ауылы 1832 йылда барлыҡҡа килгән[3]. Тәү башлап ауылға Усть-Тунтор (Тауауыл), Чувашаево (Жаматай), Чалково (Баҡчауыл) һәм Байауыл (Күзмә) ауылдарынан 28 ғаилә күсеп килә[3].

1833 йылда Ишим (Түбән ауыл) ауылынан бында отставкалағы есаул Ғашир Сәйфелмөлөков (Гашир Сайфульмулюков) күсеп килә[3].

Ике йылдан һуң ауылдың 31 йортонда 66 ир һәм 64 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән[3].

1868 йылда ауыл мәсете эргәһендәге мосолман мәктәбендә 15 малай һәм 9 ҡыҙ белем алған[3].

Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. 2012 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.
  2. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йылдың 14 март көнөндә архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]