Эстәлеккә күсергә

Ҡуңғыраттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡуңғыраттар
Туған тел монгольские языки[d]
 Ҡуңғыраттар Викимилектә

Ҡуңғыраттар[1][2][3], Ҡуңғыраттар[4][5], Уңыраттар[6], Кунгираты[7][8], Хоңхираттар[9], Хоңғыраттар[10], Хуңғыраттар[11] (ҡаҙ. Қоңғырат, ҡарағалп. Қоңғырат, үзбәкстан. Qo’ng’irot, ҡырғыҙ. Коңурат, монг. Хонгирад) — монгол ырыуы/ҡәбиләһе, был ырыуҙың вариҫтары, башлыса Үҙәк Азияла бер нисә монгол һәм төрки халыҡтарҙың этногенезында ҡатнашҡан. Был ырыу ерле монгол халыҡтарының дарлекин тармағына инә. Ҡуңғыраттар беренсе тапҡыр 1129 йылда телгә алына.

Монгол тарихсылары фекеренсә, уларҙың исеме «хун» (лебедь) һәм «ард» (кешеләр; һүҙмә-һүҙ: «аҡҡош ҡәбиләһе») һүҙҙәренән алынған. Аҡҡош — монгол халыҡтарының, мәҫәлән, бүрәттәрҙең, тотемдарының береһе. Был ҡәбиләнең исеме беренсе тапҡыр «Сокровенное сказание монголов» китабының 61-се параграфында «ongirad» формаһында барлыҡҡа килгән. Хоңғырат (хунгират) этнонимы бүрәт этнонимы хонгодор менән бер төрлө сығышҡа эйә. Г. Р. Галданова хонгодор этнонимын, -рат һәм — дор өлөштәрен алмаштырып ҡуйыу мөмкинлегенән сығып, урта быуаттағы хунгират менән тиңләштерә[12]. Һуңыраҡ А. Ангархаев, Ш. Р. Цыденжаповты аңлатыу мөмкинлеге менән килешкәс, ябайлаштырылған хон (хонг) һәм арад —> хонгарад ~ хонгирад ~ хонгодор вариант булыуы мөмкин тип күрһәтә[13]. С. П. Балдаев, этноним — «күркәм ҡош», гоодор «күркәм ҡошсоҡтар» һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан, тип фаразлай[14]. Д. С. Дугаров фекеренсә, һүҙ нигеҙенә төрки һун/һон (күн) — «көн (ҡояш)» һәм һуба — «аҡҡош» һалынған, был атаманы йөрөтөүселәр «элекке ҡеүәтле һун (хунну) халыҡтарының ярсығы» булған[15]. Ш. Р. Цыденжапов был этнонимды һунндар дәүерендәге «һун» (аҡҡош) тотемынан килеп сыҡҡан тип иҫәпләргә тәҡдим итә. Ә хәҙерге заман фонетик биҙәлеше һун — "аҡҡош"тан барлыҡҡа килгән[16].

Үзбәк тикшеренеүселәре, «ҡуңғырат» тигән һүҙ «қўнғир» һәм «от» тигән һүҙҙәрҙең ҡушылмаһынан килеп сыҡтҡан, тип иҫәпләй. X. Данияров, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса фекер йөрөткәндә, был һүҙ ысынында монгол һүҙе һәм «қорақарға» (ҡара ҡарға) тигәнде аңлата, тип яҙа[17].

Б. З. Нанзатов монгол һүҙе хонгор боронғо төрки qoŋur менән сағыштыра. Уның теорияһына ярашлы, хоңғират, хоңодор, ҡуңғырат этнонимдары хайуандарҙың төҫтәрен аңлатҡан ерәнһыу, ҡуңыр ((ҡыҙғылт ҡара — каштан), көрән, ҡоба туры — каурый — салт асыҡ булмаған аҡһыл ҡара[11], кәүҙәһе ҡыҙғылт-һары, ҡойроҡ-ялы ҡара ат йәки ҡола йәки асыҡ ерән төҫтәрҙе аңлатҡан хонгор ~ qoŋur төрки-монгол терминынан килеп сыға.[18]. Шулай уҡ халыҡ этимологияһының икенсе варианты булып торған версияға ярашлы, ҡәбиләнең исеме «Қуңыр» һәм «Ат» һүҙҙәренән, төрки теленән тәржемә иткәндә «көрән ат» тигәнде аңлата.

Аюудайн Очируға ярашлы, хоңирад, хонхирад, хонхэрээд этнонимы, кереит этнонимы (хэрээд, хэрэйд) этнонимы кеүек үк, ҡарға тотемы атамаһынан килеп сыҡҡан. Монголдар эре ҡарғаларҙың бер төрөн хон хэрээ тип атай[19].

Хонғырат ырыуынан Раднашари хатан. Юань императоры Аюрбарибаданың ҡатыны
1207 йылда Монгол империяһы
Ҡуңғыраттар. Жәми әт-тәүәрих. XV быуат ҡулъяҙмаһы, Герат

Ҡуңғыраттарҙың килеп сығышы тураһында легендалар Рәшит әд-Диндең Жәми әт-тәүәрих («Йылъяҙмалар йыйынтығы», XIV б.) һәм Абулғәзиҙең «Шажарайи турк» («Төрөктәр шәжәрәһе», XVII б.), кидань «Ляоши»һында (1225 йыл), монголдарҙың «Сокровенное сказание» («Ҡәҙерле хикәйәт», 1240 йыл) хеҙмәттәрендә осрай[20].

Рәшид әд-ДинЖәми әт-тәүәрихендә килтергән монгол генеалогик легендаһына ярашлы[7], хоңғираттар монгол-дарлекиндарға, йәғни Әргәни-кон текә тауына ҡасҡан Нуҡуз һәм Ҡиян тоҡомдарына ҡараған. Ваҡыт үтеү менән, ишәйгән дарлекиндар, Әргәни-кон тар үткәүеленән «дала киңлегенә» сығырға теләгән. Бының өсөн тимер мәғдән ятҡылыҡтары ятҡан тау битендә бик күп усаҡтар яҡҡан. Урта быуатта йәшәгән монгол ырыуҙаштар (мәҫәлән, Угэдэй, Бату и Берке, ҡуңғырат ҡатындарҙың улдары) һәм уларҙың тоҡомдарын ыҙалаған аяҡтарҙағы нәҫел сире ҡуңғыраттар, «кәңәш алмай һәм алдан уртаға һалып һөйләшмәй, бүтәндәрҙән алда, башҡа ҡәбиләләрҙең усаҡтарын аяҡтары менән тапап тарлауыҡтан сыҡҡан өсөн», һәм «шул енәйәт гонаһы аяҡтарға төшкәнлектән» тип юрағандар. Монгол халыҡтарының традицион донъяға ҡарашында усаҡ үҙләштерелгән, йорт киңлегенең үҙәге (ядро) булған һәм уға баҫыу ғәфү итмәҫлек ҡылыҡ тип иҫәпләнгән[21].

Хоңғырат ырыуының тармаҡланған структураһы һәм шул уҡ ваҡытта уның айырым тармаҡтарының бер-береһенә яҡынлығы монголдарҙың шәжәрәләренә Алтын һауыт тип аталған кеше улдарынан (фарс. баcmy-u заррин, монг. Алтан худуха) килеп сыҡҡан тип тасуирлана. Өлкән улы Журлук-мәргэн уңғыраттарға нигеҙ һалған; ике улының балалары — Ҡубай-Ширә (Инкирас (Ихирәс) һәм Олҡунут) һәм Тусубу-Дауда (Ҡаранут (Харнуд) һәм Ҡунҡлиут (Хонхлут), шулай уҡ һуңғыһының тоҡомдары — Куралас (Горлос) һәм Әлжигин — тап килгән ырыуҙарының эпонимдары була: ихирэс, олхонут, харанут, хонхлут, горлос, элжигин. Шуның менән бергә Рәшит ад-Дин уңырат һәм элжигиндең ҡурлаут һәм баргут ҡәбиләләре менән яҡын булыуын билдәләй — «уларҙың барыһында ла бер тамға; улар туғанлыҡ талаптарына ярашлы, үҙ-ара кейәүгә бара һәм кәләш ала». Хор-бүрәттәр, түләс, тумат ырыу/ҡәбиләләре, үҙ сиратында, барғуттарға яҡын булған.

Т. Д. Скрынникова дуаль-ырыу ойошмалары барлығын асыҡлай, унда хонгираттар һәм уларға яҡын булған ырыуҙар боржигиндар — Тэмуджин-Сыңғыҙ хан һәм уның ата-бабаларының никах партнёрҙары (анда-куда) була. Экзогамия үтәү шарттарында боржигиндар менән уңыраттар араһындағы ҡыҙ-кәләштәр менән алмашыу тураһында килешеү бик мөһим була: «Үҙҙәре һәм уларҙың балаларының күбеһе ҡыҙҙарҙы Сыңғыҙхан нәҫеленән алған, ә ҡыҙҙарын шул ырыу егеттәренә биргән»[7].

Сыңғыҙхан сыҡҡан монгол ҡият ҡәбиләһе менән ҡунғыраттар фратриаль бәйләнештә булған. Мәҫәлән, был ике ырыу араһында никахтар Сыңғыҙханға тиклем дә оҙайлы ваҡытта дауам иткән, Алишер Навоиҙың әҫәрҙәренә ярашлы, был йоланы Тимур хандары ла дауам итә, улары кәләште ҡият һәм ҡуңғырат ҡәбиләләрен алыуҙы хуп күргән[3].

"Ҡәҙерле хикәйәт"тә дан йырланған хоңғират ҡыҙҙарынан Һабул-хан ҡатыны (Ҡаралика) һәм Сыңғыҙхандың ҡатыны Бортэ; Есугей ҡатыны Оэлун олхонут — уңырат тармағынан сыҡҡан. Дж. Хольмгрен Монгол империяһының Сыңғыҙ хан осоронан алып Юань (династия)һы ҡолағанға тиклем килен булған 69 ҡатын-ҡыҙҙың килеп сығышын күҙәтә алған; дөйөм иҫәптән ҡуңғыраттар 33 % — Юань осорона тиклем 20 % һәм Юань осоро өсөн — 50 % тәшкил иткән[22].

Хан нәҫеле менән туғанлыҡ Монголия империяһында хоңғыраттарҙың юғары дәрәжәһен билдәләй. XII—XIII б. башында Монголияның Тол йылғаһы ярында йәшәгән Хоңғыраттар, нигеҙҙә, Жуси улусында (Алтын Урҙа) урынлаша, үҙ составына бойондороҡло төрки ҡәбиләләрҙе ҡабул итә һәм, үҙенең этнонимы атамаһын төрки әйтелештә һаҡлап, төркиләшә[20].

Ҡуңғыраттар XIV—XV быуаттарҙа Дәште Ҡыпсаҡтың сәйәси тормошонда һәм Алтын Урҙаның Аҡһаҡ Тимер һәм Тимер вариҫтары менән көрәшендә ҙур роль уйнай. Ҡаҙаҡ һәм үзбәк хандары араһында көрәш осоронда ҡуңғыраттарҙың бер өлөшө ҡаҙаҡ далаларынан Мәүәрәннәһергә китеп, унда үзбәк һәм ҡарағалпаҡ халыҡтары компоненттарының береһенә әйләнгән. Әммә уларҙың күбеһе Ҡаҙағстан биләмәһендә ҡалған[20].

XVIII быуатта Ҡаратау ҡуңғыраттары, Етеһыу уаҡтары һәм наймандары Абылай-хандың ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Вәли хан (1816—1821 йй.) осоронда ҡуңғыраттар Урта жуздан айырылып сыға һәм Урта Азия ханлыҡтары биләмәһендә һәм «бигерәк тә Ҡаратау тауҙарында һәм Талас йылғаһы буйында күсеп йөрөй» (Ч. Вәлиханов).

Ҡаҙаҡ ҡуңғырат ҡәбиләләре ике өлөшкә бүленә: көтенши һәм Көктін-ұлы. Көтеншi ҡәбиләһенән Сүйеніш, Сопы, Макы, Досымкұл бүленә. Көктынұлынан Кұлшығаш, Қаракөсе, Кера, Абад-Жабад ырыуҙары айырыла. Халыҡ риүәйәттәре буйынса, легендар эпик баһадир Алпамыс-батыр Суйенш (Котенши) тармағына ҡараған Божбан ырыуынан сыҡҡан. Был эпоста, атап әйткәндә, ҡаҙаҡ ҡуңғыраттарының Байсун һәм Хорезмда (Хорезмда XIV быуатта ҡуңғырат Суфид династияһы хакимлыҡ иткән, ә бер нисә быуаттан — Хиуа ханлығы хандарының үзбәк ҡуңғырат династияһы) йәшәүсе үзбәк ҡуңғыраттары менән бәйләнеше күҙәтелә[20].

Күп кенә тикшеренеүҙәрҙә хәҙерге ҡуңғыраттарҙың монгол сығышлы булыуы фаразлана. Ләкин Б. X. Ҡармышева пишет:

Беҙҙең өсөн ҡуңғыраттарҙың — монгол йәки төрки сығышы мөһим түгел. Сөнки төрлө тикшеренеүҙәрҙә, теге йәки был этник төркөмдәр монгол ҡәбиләләре булһа ла, XVI быуат башында Мәүәрәннәһергә күскәнгә тиклем улар теле, мәҙәниәте һәм этник составы буйынса төрки йүнәлеште ҡабул иткән, тип билдәләнгән.

Ҡармышева Балкис Хәлил ҡыҙы. 211 б.

Рәсәй империяһының 1908—1913 йылғы ауыл хужалығы йәниҫәбе буйынса, ҡуңғыраттар һаны 128 мең кеше тәшкил иткән: (Шимкент өйәҙе — 75,9 мең кеше йәки ҡаҙаҡ халҡының 28%-ы, Жизак өйәҙе — 25,2 мең, ҡаҙаҡ халҡының 73,6 %, Перовский өйәҙе — 19,5 мең, 13,3 %)[20].

1991 йылда СССР тарҡалғандан һуң, Тажикстанда 2000 һәм 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡуңғыраттарҙы айырым этнос итеп иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙаҡ телен туған тел тип күрһәткән ҡуңғыраттарҙың бер өлөшө ҡаҙаҡ булараҡ иҫәпкә алынған[23]. 2010 йылғы Тажикстан халҡының халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, илдә 38 078 ҡуңғырат иҫәпкә алынған кеше тәшкил иткән[1]. Икенселәре, мәҫәлән, Рәсәй субэтнос булараҡ ҡуңғыраттар һанын күрһәтә, шул уҡ ваҡытта уларҙы үзбәктәр (2010 йыл, халыҡ иҫәбен алыу) составына индерә. Конграттарҙы өйрәнеү менән Ғәрәфиев Алмас Нурый улы һәм Ҡармышева Бәлкис Хәлил ҡыҙы кеүек ғалим-этнографтар шөғөлләнгән.

Монгол халыҡтары составында хоңыраттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бүрәттәр составында түбәндәге ырыу исемдәре билдәле: шаралдай-харанут, шаабан-харанут[24], далай-харанут[25], хандабай-шаралдай харанут[26], хандабайн-харанут[27], булагат-далай-харанут, баян-харанут, сутой-харанут, олзон-харанут, буумал-харанут, хорчит-харанут, хандагай-харанут, буин-харанут[28] (буян-харанут), натаг-харанут, жарай-харанут, авганат-харанут[29], булган-харнут[30][31].

Иркутск округы биләмәһендә йәшәүсе харануттар I, II, III һәм IV харанут ырыуҙарына бүленгән. Селенга дала думаһы составында: Харанут[28], Селенга Харанут, Селенга Енхор Харанут, Ирой Харанут, Чикой Харанут отоктары барлыҡҡа килгән[24].

Бүрәт Республикаһының Иволга аймағы харануттары составында шархи быуыны, шулай уҡ шаабан харанууд тармағы билдәләнгән. Бынан тыш, «Родословная иволгинские бурят» китабында шаралдай-харанууд ырыуы тармаҡтары телгә алына: холхотон, һамаеантан, петруутан тармаҡтары[27] хандабай-шаралдай харанууд.

Кроме этого в книге «Родословная иволгинских бурят» упоминаются ветви рода шаралдай-харанууд: холхоотон, hамагантан, петруутан[24]. В родословных оронгойских харанутов отмечены ветви: далайн харанууд, хандабайн харанууд, шаабан харанууд[27], хандабай-шаралдай харанууд билдәләнгән[26].

Ҡарағалпаҡ ҡуңғыраттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(тамғасы: П (босаға) ураны: Қақпа)

Ҡаҙаҡ ҡуңғыраттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙаҡ ҡуңғырат ҡәбиләһе Урта жузға ҡарай. Ҡаҙаҡ-ҡуңғыраттар Көньяҡ Ҡаҙағстанда, Һырдаръяның урта ағымының көньяҡ ярҙарында, шулай уҡ Ҡаратау итәгендә йәшәгән. Башлыса улар Шымкент һәм Перовский өйәҙҙәрендә, Ташкент өйәҙендә, Урта Азияның башҡа төбәктәрендә йәшәгән. Ҡуңғыраттарҙың яу ораны — «Алатау» һәм «Моҡамал». XIX быуат аҙағында Ҡаҙағстанда уларҙың һаны 40-45 мең тәшкил иткән.[32]

Ырыуҙар[33] Котенши Коктинулы
Ырыу аралары
  1. Сангыл
  2. Божбан
  3. Жетимдер
  4. Мангытай
  5. Аманбай
  6. Жаманбай
  1. Байлар
  2. Жандар
  3. Оразкелди
  4. Карасирак
  5. Токболат
  6. Кулшыгаш
  7. Алги
  8. Каракосе

Башҡорттар араһында ҡуңғырат тоҡомдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Р. Ғ.Кузеевҡа ярашлы, башҡорттарҙың түңгәүер ырыуының этник нигеҙенең килеп сығышы ҡуңғыраттарға бәйле. Таңгәүерҙәрҙең генеалогияһы Ҡуңғырат бейҙең улы Дингәүергә барып тоташа.

Әйле (аялы) ҡәбиләһе менән ҡуңғырат һәм һалйот ҡәбиләләренең этногенетик бәйләнештәре тығыҙ булған[34]. Гәрәй башҡорт ырыуы кәрәйеттәрҙән һәм ҡуңғыраттарҙан сыҡҡан[35]. Әйле ырыуы атамаһын Р. Ғ. Кузеев бер нисә башҡорт-ҡуңғырат этнонимик һәм топонимик параллелдәргә индерә[36]. Әйле (аялы) ҡәбиләһе ҡуңғырат һәм һалйот ҡәбиләләре менән тығыҙ этногенетик бәйләнешкә эйә булған[37].

Үзбәк ҡуңғыраттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үзбәк ҡуңғыраттары ҡаҙаҡ һәм ҡараҡалпаҡ ҡуңғыраттарынан яҡын һәм алыҫ туған-тыумаса ҡыҙҙарға өйләнәләр, шуға ярашлы, никах, мираҫ бүлеү айырыла.

Үзбәк ҡуңғыраттары тураһында бер нисә мөһим мәғлүмәт бик күп тикшереү хеҙмәттәрендә тупланған[38]. Ҡуңғыраттарҙың хикәйәттәренәә ярашлы, ҡәбилә аҡһаҡалы Ҡуңғырат-ата йәки Ҡуңғырбей булған, уның тәүге ҡатынынан дүрт ул: Ваҡтамғәле, Ҡуштамғәле, Кинжәғәле һәм Айнни (Айнле) булған[39].

Ҡырғыҙ ҡуңғыраттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырғыҙ ҡуңғырат ырыуы Ичкилик ырыу-ҡәбилә берләшмәһенә инә.

  1. 1,0 1,1 Том 3. Национальный состав и владение языками, гражданство населения Республики Таджикистан (2010). Агентство по статистике при Президенте Республики Таджикистан. Дата обращения: 20. Архивировано из оригинала 14 октябрь 2013 года.
  2. Гафуров Б. Г., Литвинский Б. А. Средняя Азия в древности и средневековье (история и культура). — М.: Наука, 1977. — С. 168. — 223 с.
  3. 3,0 3,1 Кармышева Б. Х. Конграты // Очерки этнической истории южных районов Узбекистана и Таджикистана (по этнографическим данным). — М.: Наука, 1976. — 323 с.
  4. Ҡалып:Книга:Советская историческая энциклопедия
  5. Кунграты // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  6. Монгольский обыденный изборник // Сокровенное сказание. Монгольская хроника 1240 г. ЮАНЬ ЧАО БИ ШИ. / Перевод С. А. Козина. — С. 86, 94, 116, 133, 150.
  7. 7,0 7,1 7,2 Рашид ад-Дин. Сборник летописей. — Т. 1, кн. 1. — С. 154, 160—166.
  8. тж. Хунгират, Онггират, Конгират, Онгирад (Владимирцов Б. Я. Общественный строй монголов. Монгольский кочевой феодализм // Владимирцов Б. Я. Работы по истории и этнографии монгольских народов. — М.: Восточная литература, 2002. — С. 551.)
  9. Лубсан Данзан. Алтан Тобчи («Золотое сказание») / Перевод с монгольского, введение комментарий и приложения Н. П. Шастиной. — М.: Издательство «Наука», ГРВЛ, 1973. — С. 68, 69, 82, 112, 147, 255, 256, 274, 316, 369. — (Памятники письменности Востока). — 6500 экз.
  10. Ангархаев А. Единство из глубины тысячелетий: Хонгодоры — это хонгираты (bua) // Буряад унэн : газета. — Улан-Удэ, 1999. — С. 7.
  11. 11,0 11,1 Нанзатов Б. З. Этногенез западных бурят (VI—XIX вв.). — Иркутск, 2005. — 160 с. — ISBN 5-93219-054-6. Архивировано 22 ғинуар 2021 года.
  12. Галданова Г. Р. Хонгодоры — хунгирады? // Монголо-бурятские этнонимы. — Улан-Удэ, 1996. — С. 83—93.
  13. Ангархаев А. Истоки. — Улан-Удэ, 1999. — С. 37.
  14. Балдаев С. П. Избранное. — Улан-Удэ, 1961. — С. 77.
  15. Дугаров Д. С. К проблеме происхождения хонгодоров // Этническая история народов Южной Сибири и Центральной Азии. — Новосибирск, 1993. — С. 218—231.
  16. Цыденжапов Ш. Р. Тайна Чингисхана. — Улан-Удэ, 1992. — С. 32—33.
  17. Данияров X. Указ. соч. С. 86
  18. Кручкин Ю. Н. Большой современный русско-монгольский — монгольско-русский словарь / Орос-монгол — монгол-орос орчин үеийн хэлний дэлгэрэнгүй толь бичиг. — Москва: АСТ: Восток-Запад, 2006. — 925 с. — ISBN 5-17-039772-0. — ISBN 5-478-00365-4.
  19. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; :12 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  20. 20,0 20,1 20,2 20,3 20,4 По материалам книги Востров В. В., Муканов М. С. «Родоплеменной состав и расселение казахов (конец XIX—начало XX в.в.)», Издательство «Наука» Казахской ССР, Алма-Ата, 1968, 256 с. Дата обращения: 28 июнь 2014. Архивировано 27 март 2014 года.
  21. Содномпилова М. М. Мир в традиционном мировоззрении и практической деятельности монгольских народов. — Улан-Удэ: Изд-во БНЦ СО РАН, 2009. — С. 175. — 364 с. — ISBN 9785792503274.
  22. Zhao G. Q. Marriage as political strategy and cultural expression: Mongolian royal marriages from world empire to Yuan dynasty. — P. 13.
  23. Итоги переписи населения Таджикистана 2000 года: национальный, возрастной, половой, семейный и образовательный составы 2011 йыл 7 август архивланған..
  24. 24,0 24,1 24,2 Доржиев Бимба Ц., Эрдынеев В. Л., Будаева Н. П., Цыдыпова Т. П. Ивалга голдо hуудалтай зоной угай бэшэг (Родословная иволгинских бурят) / Бимба лама Доржиев, гэбшэ-лама Иволгинского дацана "Хамбын хурэ". — Улан-Удэ, 2012. — 424 с.
  25. Вяткина К. В. Очерки культуры и быта бурят. — Наука, 1969. — С. 38—39. — 218 с.
  26. 26,0 26,1 Цыдендамбаев Ц. Б. Бурятские исторические хроники и родословные: историко-лингвистическое исследование. — Бурятское книжное издательство, 1972. — С. 134. — 662 с.
  27. 27,0 27,1 27,2 Доржиев Борис Ц. Родословные оронгойских бурят.
  28. 28,0 28,1 Абаева Л. Л. Культ гор и буддизм в Бурятии: (Эволюция верований и культов селенгин. бурят). — Наука, 1992. — 139 с. — ISBN 9785020101043. Архивировано 10 август 2020 года.
  29. Цыдендамбаев Ц. Б. Исследование бурятских и русских говоров. — Бурятский филиал СО АН СССР, 1977. — 220 с. Архивировано 10 август 2020 года.
  30. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; :62 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  31. Мөнхсайхан С. Полевые исследования говоров бурят Монголии // Вестник БНЦ СО РАН. — № 1 (21). — С. 62—70.(недоступная ссылка)
  32. Конырат // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
  33. Деление казахов на жузы: карта расселения, анализ. | BRIF Research Group BLOG — блог о маркетинговых исследованиях. Дата обращения: 21 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года.
  34. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения / Т. А. Жданко. — 2-е изд., доп. — Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2010. — С. 135—136. — 560 с. — ISBN 978-5-94423-212-0.
  35. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения / Т. А. Жданко. — 2-е изд., доп. — Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2010. — С. 174—177. — 560 с. — ISBN 978-5-94423-212-0.
  36. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. — Москва: Наука, 1974. — С. 163. — 570 с. Архивировано 23 июль 2020 года.
  37. Акеров Т. А. О происхождении клана Тайбуга. http://kghistory.akipress.org.+Дата обращения: 13 апрель 2020. Архивировано 18 февраль 2020 года.
  38. Материалы по районированию. Кн. 3. Ч. 1. Бухара. С. 189—190.
  39. Аристов Н. А. Заметки об этническом составе тюркских племен и народностей и сведения об их численности // Живая старина. — Вып. 3 и 4. — 1896. — С. 370.

Ҡалып:Монгол халыҡтары Ҡалып:Ҡаҙаҡ ҡәбиләләре

Төп мәҡәлә: Монгол халыҡтары
Төп мәҡәлә: Төркиҙәр