Эстәлеккә күсергә

Аҡшам намаҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әл-Мәғриб битенән йүнәлтелде)

Мәғриб (Аҡшам намаҙы) (ғәр. صلاة المغرب‎) — ҡояш байығандан һуң, киске шәфәҡ ҡыҙыллығы бөткәнгә тиклем арауыҡты ала. Ул 3 рәҡәғәт фарыз, ике рәҡәғәт сөннәттән тора.

Аҡшам намаҙын ҡылыу тәртибе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡшам, йәғни, киске Әл-Мәғриб намаҙы 5 рәҡәғәттән тора: З рәҡәғәт фарыз, 2 рәҡәғәт сөннәт.

Аҡшам намаҙының 3 рәҡәғәт фарызы: «Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн аҡшам намаҙының фарызын ҡылырға ниәт иттем», тип ниәт әйтергә.

Иртәнге намаҙҙағы кеүек үк ике рәҡәғәт намаҙ ҡылырға, һуңынан, «Аллаһу Әкбәр» тип әйтеп өсөнсө рәҡәғәткә торорға.

Өсөнсө рәҡәғәттә «Бисмилләәһи-ррахмәәни-ррахиим» тип «Әл-Фатиха» сүрәһен уҡырға.

3-сө рәҡәғәттең һуңында «Әт-тәхиәт», «Аллаһүммә сәлли», «Аллаһүммә бәрик», «Раббәнә әтинә» доғалары уҡыла һәм сәләм бирелә.

Аҡшам намаҙының 2 рәҡәғәт сәннәте: «Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн аҡшам намаҙының сөннәтен ҡылырға ниәт иттем», тип ниәт әйтергә. Шулай ук, иртәнге намаҙҙың сөннәте кеүек ҡылына.

  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
  • Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев
  • Али-заде, А. А. Магриб (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.