Эстәлеккә күсергә

Ғәйнан Әмири

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әмиров Ғәйнан Ғимәзетдин улы битенән йүнәлтелде)
Ғәйнан Әмири
Тыуған көнө:

25 август 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы) Яңы Артауыл ауылы

Вафат булған көнө:

9 октябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (71 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, тәржемәсе, журналист

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:

1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1945 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1945 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1945

Ғәйнан Әмири (Ғәйнан Ғимәзетдин улы Әмиров, 25 август 1911 йыл — 9 октябрь 1982 йыл) — башҡорт совет яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1942 йылдан — КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1969) һәм РСФСР-ҙың (1971) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ғәйнан Ғимәзетдин улы Әмиров 1911 йылдың 25 авгусында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы) Яңы Артауыл ауылында тыуған.

1927—1930 йылдарҙа Бөрө педагогия техникумында уҡый[1]. 1930 йылда Өфөгә күсә һәм «Йәш төҙөүсе» (хәҙер «Йәншишмә» гәзитендә эшләй. 1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1938—1942 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр була. 1942 йылдың 2 майында 124-се айырым уҡсылар бригадаһы составында Аксаков станцияһынан фронтҡа китә. Гвардияның өлкән лейтенанты Ғәйнан Әмири Мәскәү яны һуғыштарында, Курск дуғаһында, Днепрҙағы, Сталинград өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән наградлана.

1946—1947 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең (хәҙер Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте сектор мөдире була.

1948, 1950, 1955—1957 йылдарҙа «Октябрь» һәм «Әҙәби Башкортостан» журналдарында тәүҙә яуаплы секретарь, һуңғараҡ мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара.

1949 йылда Башҡорт АССР-ының Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, ә 1951 йылда — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында сектор мөдире. 1952—1955 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Өфө ғилми тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр.

1982 йылдың 8 октябрендә вафат була һәм Өфөнөң мосолман зыяратында ерләнә[2].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1928 йылда яҙыусының тәүге мәҡәләләре гәзит биттәрендә күренә башлай. Ғәйнан Әмири төрлө әҙәби жанрҙарҙа — прозала, поэзия һәм драматургияла уңышлы эшләй. 1933 йылда «Яңы уйҙар» тигән тәүге очерктар китабы баҫылып сыға. Унда ауылдағы социалистик үҙгәртеп ҡороуҙар тураһында һөйләнелә. 1940 йылда сыҡҡан «Алтын» хикәйәләр һәм шиғырҙар йыйынтығының, 1944 йылда баҫылған «Һалдат йөрәге», 1950 йылда сыҡҡан «Йәшәү шатлығы» китаптарының төп персонаждары — ябай хеҙмәтсәндәр, Ватанды һаҡлаусылар. Автор үҙ шиғырҙарында һәм поэмаларында уларҙың башҡалар мәнфәғәте өсөн башҡарған хеҙмәтенә, Тыуған илгә һөйөүенә дан йырлай.

Шағирҙың ҡәләме менән халыҡ араһында популяр һаналған «Батырҙар йыры», «Волга йыры», «Турат» һәм башҡа бик күп йырҙар яҙылған. Ул Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесын сәхнәләштереүҙең авторҙашы, «Таштуғай» драматик легендаһының һәм башҡа күп кенә бер актлы пьесса әҫәрҙәренең авторы. Ғайнан Әмири Самуил Маршактың, Александр Пушкиндың, Михаил Лермонтовтың, Николай Некрасовтың һәм бихисап украин, болгар, поляк, һинд, ғәрәп, монгол, чех әҙиптәренең шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә иткән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1971)
  • Өфөнөң Ленин урамындағы Элек Ғәйнан Әмири йәшәгән 2-се йортта яҙыусы хөрмәтенә мемориаль таҡта ҡуйылған.
  • Яңы Артауыл ауылындағы яҙыусы тыуып үҫкән урамға уның исеме бирелгән, мәктәптәге музейҙа әҙипкә арналған айырым бүлек булдырылған[5].
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)