Әхтәр
Әхтәр |
Әхтәр — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхтәр (Әхтәрйән) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә фарсы теле аша ингән, йондоҙ; Әхтәрйән йондоҙ һымаҡ бала тигән мәғәнәгә эйә[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхтәров Әхтәр Минһаж улы, Рәшит Әхтәров, Рәшит Әхтәри (6 ғинуар 1931 йыл — 26 март 1996 йыл) — педагог, журналист, шағир. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Ғайсин Әхтәр Мәғәз улы (5 март 1954 йыл) — башҡорт ғалимы—математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012).
Әхтәр Хәмит Хан (урду اختر حمید خان, [ˈəxt̪ər ɦəˈmiːd̪ ˈxaːn], 15 июль 1914 йыл — 9 октябрь 1999 йыл) — Пакистан социологы. Пакистанда һәм башҡа үҫешеүсе дәүләттәрҙә ауыл хужалығы үҫешендә ҡатнаша, йәмәғәтселекте был сараларҙа ҡатнашырға саҡырып, киң пропаганда эше алып бара. Уның эшмәкәрлеге ауыл райондары үҫешенең комплекслы проекты — Комилла моделе[2] (1959) барлыҡҡа килеүенә килтерә. Был ҡаҙаныштары өсөн Рамон Магсайя премияһы менән бүләкләнә һәм уға Мичиган штаты университетының хоҡуҡ докторы (L.D.) почётлы дәрәжәһе бирелә. Ральф Смуклер «Скандинавия хеҙмәттәштәре һәм башҡа кәңәшселәре Әхтәр Хәмит Ханды Нобель тыныслыҡ премияһына лауреат итеп тәҡдим итте» тип яҙҙы.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхтәрйәнов Ибраһим Әхтәрйән улы (1903 йыл — сентябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец, танкыға ҡаршы туп расчеты командиры.
Атаһы исемендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байымов Илсур Әхтәр улы (14 апрель 1974 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009).
Камалов Әҡсән Әхтәр улы — Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры.
Вәхитова Факиһа Әхтәр ҡыҙы — «Герой әсә» (1971).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Исеме Бангладештың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Комилла ҡалаһына бәйле
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |