Әхҡаф
Әхҡаф | |
Урын | Ғәрәп ярымутрауы |
---|---|
Әл-Әхҡаф (ғәр. الأحقاف; рус. аль-Ахка́ф) — Ҡөрьәндең 46-сы әл-Әхҡаф сүрәһе исеме һәм географик термин. Был терминдың мәғәнәһе һәм ҡулланылыуы дөйөм алғанда дөрөҫ аңлашылмаған.
Ҡөрьәндә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сүрәнең 21-се аятында һүҙ әл-Әхҡафта йәшәгән ғәдтәр тураһында бара һәм тап шул һүҙ сүрәнең исеме итеп алынған[1].
Әхҡаф һүҙе, ғәҙәттә, һүҙлектәрҙә, тәфсирҙәрҙә һәм Ҡөрьән тәржемәләрендә «бормалы ҡом өйөмдәре» тип тәржемә ителә[2].
Урта быуат ғәрәп географтары әл-Әхҡафты Көньяҡ Ғәрәбстандағы Һадрамаут һәм Оман араһындағы көнсығыш битләүендәге ҡом сүленең атамаһы тип иҫәпләй. Хәҙерге көнбайыш географтары әл-Әҡкафты шундағы әр-Рәмли тигән урынының тик көнбайыш өлөшө менән генә идентификациялай[2].
Көньяҡ бәҙәүиҙәрҙә әхҡаф һүҙе тауҙарҙы ғына аңлата һәм дюналар менән дә, йәки быны Ландберг тәҡдим иткәнсә, мәмерйәләр (күхүф) менән дә бәйле түгел. Ибн әл-Ҡәлби, һуңынан әл-Бәҡри һәм Яҡут әл-Хәмәүи мәғлүмәттәре, Али ибн Әбү Талиптың Хәҙрәмәүт кешеһенә яуабынан күренеүенсә, борон әхҡаф һүҙе Көньяҡ Ғәрәбстанда ҡом өйөмө атамаһы сифатында түгел, ә тау исеме итеп файҙаланыла алған[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- al-Aḥḳāf / Rentz, G. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1986. — Т. 1. — P. 257. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |